газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Октябрь 2022, 09:52

Бейеү - ялҡынлы дәрт бит ул

“Нефтехимик” спорт һарайында бейеү спорты буйынса “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең асыҡ кубогы уҙҙы.

Бейеү - ялҡынлы дәрт бит ул
Бейеү - ялҡынлы дәрт бит ул

“Нефтехимик” спорт һарайында бейеү спорты буйынса “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең асыҡ кубогы уҙҙы.

Республиканың һәм илдең иң яҡшы бейеүсе парҙарын берләштереүсе сара Салауатта 2003 йылдан алып 19 йыл дауамында үткәрелә. Иң яҡшыһы булыу өсөн быйыл 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге һәм 19 йәштән өлкәнерәк 966 бейеүсе көс һынашты. Салауат ҡалаһы исеменән, һәр ваҡыттағыса, “Яҙ” бейеү-спорт клубы парҙары сығыш яһаны.
- Бөтә йәш категорияларында ла тиерлек сығыш яһаныҡ. Быйыл беренсе тапҡыр иң йәш парҙар бейене. Улар өсөн был тәүге аҙым, бик тулҡынландылар. Әммә уларға афарин, тип әйтергә генә ҡала, үҙҙәрен яҡшы
яҡтан ғына күрһәттеләр. Һөҙөмтәләр төрлө: еңеүселәр ҙә, финалистар ҙа бар. Беҙҙең спорт һарайында ярыштар йыш үтмәй, ни бары йылына бер тапҡыр ғына. Беҙ һәр ваҡыт был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙә сығыш яһайбыҙ бит. Туғандарҙы, уҡытыусыларҙы, класташтарҙы ла саҡырырға мөмкин. Тамашасы ярҙамын тойоу бик мөһим, - тип һөйләй “Яҙ” бейеү-спорт клубы тренеры Светлана Бочкарева.
Клубтың тренерҙары һәм етәкселәре билдәләүенсә, улар күнекмәләр ваҡытында спортсыларҙы ғына түгел, ә көслө шәхестәрҙе лә тәрбиәләйҙәр. Шул рәүешле бейеүселә лидерлыҡ, коллективта бер-берең һәм педагог мнән үҙ-ара эшләй белеү һәләте үҫешә, улар ҡаршылыҡтарҙы, ауырыуҙарҙы, хатта ялҡаулыҡты еңеп сығырға өйрәнә.

Мария Березина һәм Даниил Вольман пар булып сығыш яһай.
- Бейеү менән 15 йыллап шөғөлләнәм. Апайым да бында бейей ине, уға ҡарап шундай уҡ матур, һомғол буйлы булғым килде. Ярыштарҙы түҙемһеҙлек менән көттөк. Йыл буйы төрлө Бөтә Рәсәй һәм республика ярыштарына сыҡтыҡ, - тип уртаҡлаша Мария.
- Бейеүгә барырға миңә апайым кәңәш итте. Чемпион Никита Ғөбәйҙуллиндың нисек бейегәнен күргәс, күңелемдә дәрт, илһам уянды, шөғөлләнәсәкмен, тигән ҡәтғи ҡарарға килдем. Бейеү - үҙе бер тормош. Уның аша хис-тойғоларыңды, кисерештәреңде белдереп була, - ти Марияның бейеү буйынса партнеры Даниил.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: