газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Октябрь 2022, 09:33

Юбилейлы миҙгелде ҡаршылап

11 сентябрҙән 19-ына тиклем Грозный ҡалаһында туған телде, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һәм йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән “Федерация” Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале уҙҙы.

Юбилейлы миҙгелде ҡаршылап
Юбилейлы миҙгелде ҡаршылап

11 сентябрҙән 19-ына тиклем Грозный ҡалаһында туған телде, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һәм йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән “Федерация” Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале уҙҙы.

Чечня театрҙарында Яҡутиянан, Төньяк Осетиянан, Аланиянан, Татарстандан, Мордовиянан, Ҡабарҙы-Балҡарҙан, Карелиянан, Дағстандан, Марий-Элдан һәм Чечен республикаһынан артистар спектаклдәр ҡуйҙы.
Башҡортостан исеменән сығыш яһау бәхете Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эләкте. Театрҙа уҙған матбуғат конференцияһында артистарыбыҙ сәйәхәттән алған тәьҫораттары, уй-фекерҙәре менән бүлеште. 14
октябрҙә асыласаҡ юбилейлы миҙгел тураһында ла һүҙ барҙы.
- Йәйге ялдан һуң сыҡҡас та башкөлләй эшкә сумдыҡ. Грозный ҡалаһына сәйәхәт сағыу бер ваҡиға булды. Унда һәр театр коллективы эләгергә теләйҙер, тип уйлайым, - ти театрҙың баш режиссеры Лиана  Ниғмәтуллина.
Фестивалдә теге йәки был халыҡтың милли үҙенсәлеген сағылдырған барлығы 13 театр әҫәре ҡуйыла. Эксперт комиссияһы ҡатнашыусыларҙы  етди һайлап ала. Салауат ҡалаһы труппаһы Чечен дәүләт драма театрында “Һырғалаҡ” спектакле менән уңышлы сығыш яһай.
- Театр тәнҡитселәре спектаклебеҙҙе юғары баһаланы, беҙҙең тарафҡа күп йылы һүҙҙәр әйтелде, был, һис шикһеҙ, беҙҙе артабанғы ижадҡа илһамландырҙы, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты театр директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов.

- Бындай фестивалдәргә сығып, беҙ бер урында тапанмауыбыҙҙы, үҫешеүебеҙҙе, алға барыуыбыҙҙы күрһәттек, - ти Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нәүфилә Яҡупова.
- Мин эксперт советы ағзалары менән фестивалдең репертуары хаҡында һөйләштем. Улар спектаклдәр исемлеген материал, тел, форма, жанр күҙлегенән сығып мөмкин тиклем төрлөләндереп төҙөргә тырышыуҙарын
аңлатты. Әлбиттә, киләсәктә милли рухты күрһәтерҙәй спектакль менән барһаҡ яҡшы булыр ине, сөнки башҡа ҡала-республикаларҙан килгән ҡатнашыусылар, спектакль буйынса фекер йөрөтөп, башҡорттарҙы тап шундай тип уйлай. Был юлы спектакль аша башҡорт мәҙәниәтен күрһәтергә мөмкинлек булманы, шулай ҙа бүләккә башҡорт музыка ҡоралы ҡурайҙы алып барҙыҡ, ул хатта Чечен республикаһы сәхнәһендә яңғыраны, тауыш операторыбыҙ унда уйнап күрһәтте, башҡорт балын бүләк иттек, театрға башҡорт милли костюмын, ҡамсат бүректе ҡалдырҙыҡ, шуға ла улар ошо әйберҙәр аша мәҙәниәтебеҙгә ҡағыла алғандыр, тип уйлайым.
Чечен театры артистары беҙҙең театр артистары менән бик оҙаҡ фотоға төштө. Улар ҙа беҙгә килер, тип ышанам, - ти Лиана Кәбир ҡыҙы.
Ойоштороусылар, үҙ сиратында, һәр коллективҡа иҫтәлеккә ҡатнашыусы дипломы, фестиваль статуэткаһы, чечендарҙың һәм ингуштарҙың сувенир формаһындағы халыҡ инструментын - дечиг пондурҙы бүләк итә.
Бынан тыш, фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, театрҙарҙың киләсәге тураһында һөйләшеүҙәр, Рәсәйҙең танылған артистары һәм режиссерҙары менән ижади осрашыуҙар үткәрелә.
- Ошондай фестивалдәрҙә ҡатнашыу актерҙарыбыҙ өсөн бик мәртәбәле, ни өсөн тигәндә, был башҡа театрҙарҙың спектаклдәрен ҡарау һәм үҙеңдең профессионализмыңды һәм репертуарыңды күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә, Грозныйға беренсе тапҡыр барҙыҡ. Әлбиттә, бик тулҡынландыҡ, юл алыҫ, беҙ үҙебеҙҙең автобуста барғанға күрә, Волгоградта туҡтаныҡ, илебеҙҙең бөтмәҫ матурлығын күрҙек, самолетта осһаҡ, бындай мөмкинлек эләкмәҫ ине. Беҙҙе чечен халҡы ихлас ҡаршы алды, көндәр ҙә матур торҙо, Грозный буйлап күп йөрөнөк. Унан тәьҫирләнеп ҡайтып киттек. Фестивалгә тағы барырға насип булыр, тип ышанабыҙ, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов.
Айбулат Ҡотошовтың һүҙҙәре буйынса, театр фестивалдәре тотош театрҙың эшенә, һәр актерға ыңғай йоғонто яһай. Шуға октябрҙә коллектив баш ҡалаға гастролгә юллана, ә ноябрҙә “Бер, ике, өс” спектакле менән
Төмәндә уҙасаҡ фестивалгә бара.
- Беҙҙе шулай уҡ ике тапҡыр Ҡаҙағстанға фестивалгә саҡырҙылар. Тик беҙ бөтә фестивалдәрҙә ҡатнашһаҡ, һеҙ бит беҙҙе Салауатта күрмәйәсәкһегеҙ, - ти шаяртып Лиана Ниғмәтуллина.
Матбуғат конференцияһының тағы бер мөһим темаһы, әлбиттә, юбилейлы театр миҙгелен асыу булды. Яратҡан артистарыбыҙ тамашасыһын нимә менән ҡыуандырыр икән?

- Әлбиттә, яңы, 90-сы миҙгелдә премьера спектаклдәре көтә. Шуларҙың береһе - “Һәйбәт ҡыҙыҡай Лида” трагикомедияһы. Уны 6 октябрҙә үк ҡарарға мөмкин булыр. Салауат тамашасыһы был спектаклде әлегә күрмәне, беҙ уны үткән миҙгел аҙағында әҙерләгәйнек. Был әҫәр “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты  буйынса ҡуйылды. Режиссеры - Мәскәүҙән Нәркәс Искәндәрова. Йәштәргә һәм үҫмерҙәргә йүнәлтелгән пьесаны Андрей Ивашкин заказ буйынса яҙҙы. Бындай спектакль республикала түгел, хатта илдең бер генә театрында ла юҡ. Был - заманса йәмғиәттә актуаль буллинг проблемаһы күтәрелгән  эксклюзив спектакль. Йәштәребеҙгә оҡшар, тип уйлайбыҙ. Артистар ҙур теләк менән премьераға әҙерләнә, - ти Лиана Ниғмәтуллина.
- Беҙ тағы бер пьеса - “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” тип аталған шиғри драма өҫтөндә эшләйбеҙ. Ул да үрҙә әйтелгән проект буйынса бойомға ашырыла. Актер өсөн төрлө  режиссерҙар менән эшләү ҙур бәхет ул, - ти Нәүфилә Яҡупова.
- Быйыл театрҙа юбилейлы миҙгел. Ҡалабыҙҙы, республикабыҙҙы, тамашасыбыҙҙы ихлас яратабыҙ. Тамашасы театрға килеп ялитһен, тормош мәшәҡәттәренән арынһын өсөн икеләтә тырышып эшләйәсәкбеҙ, - ти
театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.
Эльвира РӘХИМОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: