газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Сентябрь 2022, 11:05

“Ағиҙел ынйылары” балҡып янды

Салауатта ике көн дауамында шаулап-гөрләп Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған “Ағиҙел ынйылары” асыҡ төбәк милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсы барҙы.

“Ағиҙел ынйылары” балҡып янды
“Ағиҙел ынйылары” балҡып янды

Салауатта ике көн дауамында шаулап-гөрләп Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған “Ағиҙел ынйылары” асыҡ төбәк милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсы барҙы.

Салауат ҡалаһы фестиваль ҡунаҡтарын “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә ихлас ҡаршы алды. Үҙҙәренең сағыу музыкаль номерҙары менән ҡыуандырырға, һоҡландырырға, төрлө милләт мәҙәниәте менән таныштырырға тип Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Сибай, Дүртөйлө ҡалаларынан, шулай уҡ Мәләүез, Саҡмағош, Ейәнсура, Стәрлетамаҡ, Миәкә райондарынан фольклор, инструменталь, йыр һәм бейеү коллективтар килде.
Был фестивалдә күптәр теләп ҡатнаша, ул республикала йәшәгән халыҡтарҙың элек-электән һаҡланып килгән милли мәҙәниәтен пропагандалауға, таратыуға һәм үҫтереүгә ярҙам итә, тип билдәләне “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге директоры Рауил Хәкимов.
Конкурс 5 номинация буйынса уҙғарылды: вокал, хореогрфия, фольклор, инструменталь жанр һәм нәфис һүҙ. Тәүге көн мәҙәниәт усағы сәхнәһе түре төрлө сағыу, илһамлы, дәртле, оҫта итеп башҡарылған сығыштарҙан гөрләп торҙо. Ә кисен иң яҡшы баһа алған коллективтарҙың гала-концерты үтте. Ямғыр быҫҡаҡлап тороуға ҡарамаҫтан, төрлө милләт һәм төрлө ҡала, район вәкилдәре мәҙәни үҙәк алдындағы майҙанда берҙәм хороводта әйләнеүе иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды.
Фестиваль-конкурста Салауат данын яҡлап бер нисә коллектив сығыш яһаны һәм уларҙың номерҙары лайыҡлы баһаланды. “Вокал” номинацияһында “Родники Агидели” сыуаш халыҡ ансамбле “Вокал” номинацияһында III дәрәжә лауреаты булды. “Фольклор” номинацияһында ҡаланың ике коллективы дипломға лайыҡ булды, “Надежда” халыҡ вокал ансамбле II дәрәжә, “Дуҫлыҡ” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле III дәрәжә лауреаттары. Светлана Мөхәмәтрәхимов “Нәфис һүҙ” номинацияһында II дәрәжә лауретына исемен алды. Салауаттар “Инструменталь жанр” номинацияһында ла иң яҡшылар иҫәбенә инде, Лилиә Сәмирханова һәм “Сударушка” халыҡ ансамбле I дәрәжә, “Юлдаш” ҡурайсылар ансамбле III дәрәжә лауреаттары. Гөлназ Манаева “Хореография” номинацияһында I дәрәжә лауреаты булды.
Конкурстың гран-приһын һәм 30 мең һум күләмендәге төп призын Стәрлетамаҡ ҡалаһының Рәсәй Федерацияһының халыҡ ижады коллективы, “Ҡояшҡай” хореография театр-студияһы алды.
“Ағиҙел ынйылары” милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсының икенсе көнө Ағиҙел йылғаһы буйында “Милләттәр балы” менән дауам итте. Унда “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгенең һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙың ижади коллективтары үҙҙәренең дәртле, халыҡсан концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы. Сара сиктәрендә биҙәү-ҡулланма ижады оҫталарының йәрминкәһе лә эшләне.
Фестиваль-конкурс ҙур байрамға әйләнде, иң мөһиме сараның үҙ маҡсатына иреште, ул - милләт-ара татыулыҡты нығытыу, халыҡ йолаларын тергеҙеү, һаҡлау, халыҡта илһөйәрлек, рухи тойғоларҙы тәрбиәләү, тарихҡа, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, традицияларына хөрмәт уятыу.

Фото “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгенән һәм Людмила Зеленцованыҡы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: