газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Сентябрь 2022, 14:20

Халыҡ артисы абруйлы исем генә түгел, уның булмышы

Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат театрының арҙаҡлы ветераны Гөлшат Зыязетдинова өсөн театр яҙмышына, булмышына әйләнә.

Халыҡ артисы абруйлы исем генә түгел, уның булмышы
Халыҡ артисы абруйлы исем генә түгел, уның булмышы

Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат театрының арҙаҡлы ветераны Гөлшат Зыязетдинова өсөн театр яҙмышына, булмышына әйләнә.

Гөлшат Зыязетдинова Салауат драма театрына Өфө сәнғәт институтының театр факультетын тамамлағандан һуң, 1973 йылда килә. Шулай ҙа уның сәнғәткә бәйле тормошо күпкә алдараҡ, хатта сабый сағынан башлана, сөнки ул артистар ғаиләһенән. Атаһы Ибраһим Әхмәров артист, тетар ойошторолоуҙың тәүге йылдарынан алып ғүмеренең һуңына тиклем алыштырғыһыҙ директор, ә әсәһе Зәкиә Әхмәрова башҡорт театр сәнғәтенә 50 йылдан ашыуыраҡ хеҙмәт итеп, беренселәрҙән булып “Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы” исеменә лайыҡ була. Һәр бер артист балаһы кеүек, уның да бала сағы сәхнә артында, гастролдәрҙә үтә. Бәләкәйҙән үк ата-әсәһе менән бергә сәхнәлә уйнап йөрөһә лә, мәктәпте бөткәс тә сәнғәт юлынан китмәй әле ҡыҙ, заводта крансы булып эшләп ала. Шулай ҙа уның күңеле атаһы менән әсәһе ғүмерен бағышлаған һөнәрҙе үҙ итә. Егерме ике йәшендә Өфө сәнғәт институтын яңы асылған театр факультетына уҡырға инә. Буласаҡ актриса Ғабдулла Ғиләжев, Фәрдүнә Ҡасимова, Гөлли Мөбәрәкова, Тамара Хоҙайбирҙина ҡулы аҫтында ныҡлы белем алып, тыуған Салауат театрына эшкә ҡайта.

Тормошта кешеләрҙе төрлө яҙмыш көтә. Берәүҙәр алдына ҡуйған маҡсаттарына, теләктәренә еңел генә ирешә, ә икенселәр уға урау юлдар аша килә, тырышып алға атлай. Йәш актриса персонаждар актрисаһы һынауын да үтә. 

- Бөтә нәмә һуңлап килде миңә... Хыялымда йөрөткән образдар ҙа, халыҡ һөйөүе лә.Башта режиссерҙар күбеһенсә эпизодик ролдәр бирҙе. Үтә ҡыҙыу холоҡло булыуым да, режиссерҙар менән һүҙгә килеүем дә теләгән ролдәремде ваҡытында башҡара алмауыма сәбәпсе булғандыр, бәлки, - тип иҫкә ала Гөлшат Ибраһим ҡыҙы.  

Шулай ҙа ул бит көслө кешеләр нәҫеленән. Тырышлығы, ныҡышмалығы, һәр образ өҫтөндә ентекле эшләүе менән теләгән образдарын башҡарыуға, тамашасыларҙы сағыу ролдәр башҡарып ҡыуандырыу бәхетенә ирешә актриса. Уға тора-бара төп ролдәр ижад итеү юлы ла асыла. Уның актерлыҡ диапозоны бик киң, лирик ролдәрҙе лә, характерлы образдарҙы ла уңышлы башҡара ул. Тиҫтәләгән образ тыуҙыра, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, әсә образы - актрисаның күп һанлы ролдәренең даирәһе шундай. Бигерәк тә әсә ролдәрен башҡарғанда актриса сәхнә әҫәренең идея йүнәлешен дөрөҫ тотоп, һәр әсәнең үҙ йөҙөн, үҙ нескәлектәрен таба белә. Әйтәйек, Г. Лорканың “Ҡанлы туй”ындағы Әсә фажиғәле яҙмышлы образ булһа, Р. Батулланы “Кисер мине, әсәй” драмаһында еңел аҡыллы Дилфүзә, Ғ.Ибраһимовтың “Башмағым” музыкаль комедияһында халыҡсан, йор һүҙле, хәйләкәр ҙә, аҡыллы ла Сәрбиҙе һынландырһа, Ф.Ихсановтың “Вәт мәрәкә” комедияһында эксцентрик ҡатын образын тыуҙыра, К.Аҡбашевтың “Йәшлегем тирәктәре” драмаһында Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа йәшәгән фажиғәле яҙмышлы, әммә тормошҡа өмөт, оптимизм менән ҡараған Әсә образын ижад итә, Мостай Кәримдең “Салауат” трагедияһындағы тәкәббер, үҙ һүҙле хакимә Екатерина II образын ижад итеп Гөлшат Зыязетдинова актерлыҡ һәләтенең күп яҡлы, кисерештәр даирәһенең тәрән булыуын иҫбатлай. Ул тыуҙырған образдарҙы, геройҙарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Һәр береһе үҙенсәлекле, күңел йылыһы һалып ижад ителгән. Уның сәхнә түренә сығыуы тамашасыны бер ваҡытта ла битараф ҡалдырмай, сөнки ул һәр ролде үҙе аша үткәреп, тамашасы күңеленә алып барып еткереү өсөн бар һәләтен һәм тырышлығын һала. Ғөмүмән, ул башҡарған ролдәр араһында эреләре лә, ваҡтары ла етерлек, кәмиткә тиһеңме, трагедияға тиһеңме - бар төрлө жанрҙағы ролдәргә һәләтле актриса булып таныла ул. 1990 йылда - “Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы”, 2003 йылда  - “Башҡортостандың халыҡ артисткаһы” исемдәренә лайыҡ була.

Актриса һөнәре талант менән генә сикләнмәй. Һәләттән тыш, шәхес булыуың да мөһим. Гөлшат  Зыязетдинова ижадға, тормошҡа үҙ ҡарашы, үҙ фекере булған кеше ул. Тура һүҙле, талапсан тәнҡитсе һәм кәңәшсе булараҡ та таныта ул үҙен. Театрҙың өлкән быуын актерҙары ла, йәш артистары ла уға хөрмәт менән ҡарай. Гөлшат Зыязетдинова - һәр тыуҙырған персонаждың эске донъяһын асып биреү өсөн көс-һәләтен, ихласлығын йәлләмәгән, ваҡиғаға, шәхестәргә үҙ характерында булған һәйбәт сифаттарҙы өҫтәп сәхнәгә алып менгән, яуаплы ижад эшендә яһалмылылыҡҡа юл ҡуймаған талант эйәһе, тиҙәр уның хаҡында ижадташтары.

Сәхнәгә тоғролоҡ, ижадҡа бирелгәнлек Гөлшат Ибраһим ҡыҙына тормош иптәшен дә сәнғәт өлкәһенән һайлауына ла булышлыҡ иткәндер.

- Мин кейәүгә һуң сыҡтым, һөнәремде лә, үҙемде лә аңлаған кеше оҙаҡ осрамай торғандыр, күрәһең. Театрға эшкә килгәндә Рим армияла ине. Аҙаҡ осраштыҡ, өйләнештек, балалар үҫтерҙек, - тип иҫкә ала халыҡ артисы. - Беҙ һәр ваҡыт уртаҡ һөйләшер темабыҙ булды, сәнғәт, ижад, ҡайһы саҡтарҙа ролдәрҙе өйҙә лә уйнап ҡарай торғайныҡ.

Гөлшат Зыязетдинова тормош иптәше, Салауат театры актеры Рим Сәләх улы менән оҙаҡ йылдар ижад юлын да, ғүмер юлын да бергә үтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәләле был яҡты донъяларҙан иртәрәк китә.

Салауат театрында арҙаҡлы, ғорурланып телгә алырлыҡ сәнғәт әһелдәре етерлек. Уларҙың һәр береһе - үҙенсәлекле шәхес, сәнғәт йортоноң ижади үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләр. Гөлшат Зыязетдинова - театрҙы үҙ яҙмышы итеп алған, булмышы менән сәнғәт кешеһе булған һәм Салауат башҡорт дәүләт драма театрының ғорурланып телгә алырлыҡ артистарының береһе.

 

Миңдулла Идрисов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы:

- Салауат театрының 90 йыллыҡ ижад юлында Гөлшат Зыязетдинованың  күрһәткән эштәре бик күп. Ул Салауат театрын, ғөмүмән, театр сәнғәтен юғары үрҙәргә күтәргән шәхестәрҙең береһе. Ролдәр өҫтөндә эшләгәндә уның һәр ваҡыт үҙ фекере була торғайны. Режиссерҙың әйткәнен генә башҡарып ҡалмай, репетициялар ваҡытында үҙенең фекерен әйтеп, режиссер менән уртаҡ тел табып эш алып бара торғайны. Ул йәштән үк художество совет ағзаһы булды. 

Беҙ уның менән бергә йәш ваҡытта “Онота алмаһаң ни эшләрһең”, һуңғараҡҡа килгәндә, “Зәйтүнгөл”, “Ай тотолған төндә” мин Дәрүиш булһам, ул Тәңкәбикәне уйнаны, был классикала Тәңкәбикәне һәр кем уйнай алмай. Ун йыл буйына “Шулай булды шул” спектаклендә бергә уйнаныҡ. Ул һәйбәт дикциялы, көслө тауышлы актриса булды. Шуға күрә уның сәхнәлә уйнау  дәрәжәһе икенсе төрлөрәк ине.

Гөлшат Зыязетдинова бик кешелекле, үҙен бик юғары итеп тотманы, бөтә артистар менән үҙен бер дәрәжәлә тотоп, йәштәргә, коллегаларына кәңәштәр биреп, кәрәк саҡта ҡурҡмайынса үҙ фекерен еткерә белде.

Йәш саҡта гастролдәргә күп йөрөнөк. Спектакль уйнаған саҡта сәңгелдәк юҡ, баланы кейем һандығына һалып торалар ине. Береһендә костюмер Гөлшаттың ҡыҙын шул һандыҡҡа бикләгән дә ҡуйған. Бына шунда ҙа хәлдәр булды. Гастролгә иген сәскән ваҡытта сығып китеп, иген урған осорҙа ҡайтып ингән ваҡыттыр булды, балалар шул үҙебеҙ менән йөрөп үҫте, ҡунаҡханалар булманы, кешеләрҙә торҙоҡ. Юлдарҙа аҙашып та йөрөгән ваҡыттар ҙа булды.

  

Венера Хәсәнова, Башҡортостандың халыҡ артисы:

- Гөлшат менән, ул ваҡытта ҡыҙ фамилияһы Әхмәрова, Сәнғәт институтына уҡырға кергәндә таныштыҡ, мин беренсе курсҡа уҡырға килдем, ул икенсе курста белем ала ине. Текә генә, үҙенең баһаһын белеп һөйләшкән, матур, һылыу ҡыҙ булып иҫемдә ҡалған.  Ул уҡып бөткәндән һуң Салауат театрына китте. Мине лә Салауатҡа ебәрҙеләр. Бында мине иң беренсе булып Гөлшат ҡаршы алды, ул әсәһе менән тора ине һәм тәүге ваҡыттарҙа мин уларҙа йәшәнем. Гөлшат һуңынан Рим Зыязетдиновҡа кейәүгә сыҡты, мин водитель Марат Хәсәновҡа тормошҡа сыҡтым. Бергә аралашып йәшәнек. Оҙайлы гастролдәрҙә йөрөнөк, ҡыҙҙары Яҙгөл, улдары Илнур шул сәфәрҙәрҙә йөрөп бергә үҫтеләр.

Уның бәләкәй ҙә, ҙур ҙа ролдәре булды. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә масштаблы ролдәр башҡарҙы, уйнаған ролдәренең кульминацияһы һуңғы йылдарға тура килде. Гөлшат үҙенең башҡарған ролдәре, хеҙмәте, ижады, тормошон ошо театр сәнғәтенә бағышлауы менән бәхетлелер тип уйлайым.

Кеше булараҡ ул характеры менән үҙенсәлекле. Унан маҡтау һүҙҙәрен йыш ишетмәҫһең, ул күберәк тәнҡит һүҙҙәрен еткерә, ҡайһы берҙә был оҡшап та етмәй, ҡабул итергә лә теләмәйһең, ә һуңынан уйлап ҡарайһың да, бик дөрөҫ әйтелгән тиһең. Ул хатта хужаларға ла ярамһаҡланманы, ә тураһын әйтеп барҙы. Олоғайғас үҙгәрҙе, йомшаҡ күңеллегә әйләнде. Ул оло ғына һынауҙар кисерҙе, тормош иптәше, улы китеп барҙы, ҙур тетрәнеү булды. Мин уға иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйем.  

 

Зөһрә Әминева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:

- Гөлшат тураһында һөйләй башлаһаң бик күп һөйләргә мөмкин, сөнки бергә күпме ижади юл үтелгән. Ул театрға 1974 йылдың сентябрь аҙаҡтарында институтты бөткән, оҙон буйлы, матур ҡыҙ булып килде. Килгәс тә ул ҡолас йәйеп эшләргә тотондо. Ролдәрҙе бик яратып эшләне ул. Уның үҙенең бик яратып эшләгән образы Р.Батулланың «Кисер мине, әсәй!» спектаклендәге Дилфүзә роле, ныҡ тиҫкәре образ булыуға ҡарамаҫтан, ул уны бирелеп китеп башҡара торғайны, хатта тамашасылар ҙа “һуҡ, һуҡ, ҡайтып еткәнсе йүгерерлек булһын”, тип ҡысҡырып әйткәндәре лә булды. “Әсәйҙәр көтәләр улдарын” спектаклендә ул Тайфурҙың ҡатынын уйнаны, бик матур образ ине. Шулай уҡ “Ай тотолған төн”дә Тәңкәбикә образын бик яратты, уның өҫтөндә бик тырышып эшләне һәм тыуҙырған образынан бик ҡәнәғәт ҡалды. Гөлшат Зыязетдинова бөтә ролдәрен, шул иҫәптә ыңғайҙарын да, кире образдарҙы ла яратып эшләне. Йәйгелеккә оҙаҡҡа гастролгә сығып китәбеҙ, 60-70 көндәр йөрөгән ваҡыттар булды, беҙ һәр ваҡыт ижад, тормош хаҡында һөйләшеп, аралашып йәшәнек. Образдарҙы ул төпсөнөп, нөктәһенә, өтөрөнә тиклем тикшереп, ҡайҙа нисек әйтергә икәнен тәүҙә үҙе бөтәһен дә тикшереп сыға ине. Ролдәрҙе элек күсереп ала инек, шул ваҡытта ул ике дәфтәргә күсерә торғайны, береһендә тура тексты, икенсеһендә үҙенә ҡулайлы, теленә ятышлы итеп яҙып ҡуя, ныҡ ентекле әҙерләнде роленә. Сәхнәгә сыҡһа, бөтә донъяһын онотоп китеп уйнай. Ролдәргә инеп китеп, тейешле образды тыуҙыра ала ине, йомшаҡ күңелле образ булһынмы, әллә киреһенсә, ҡаты бәғерле, һәр ҡайһыһы уның ҡулынын килде, тамашасының күңеленә алып барып еткерерлек итеп башҡарҙы.

Һуңғы йылдарҙа тормош иптәше Рим Зыязетдиновты, улын юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе. Рим уның бөтә терәге булды.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: