газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Сентябрь 2022, 13:50

Ҡабаҡ-фест байрамы тәьҫораттары

Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылы советы саҡырыуы буйынса ҡалабыҙҙың бер төркөм ағинәйҙәре һәм «Яугир» йәмәғәт ойошмаһының Альберт Торошов етәкселегендәге егеттәре Үтәгән ауылы халҡы ойошторған «Ҡабаҡ-фест» байрамында ҡатнашты.

Ҡабаҡ-фест байрамы тәьҫораттары
Ҡабаҡ-фест байрамы тәьҫораттары

Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылы советы саҡырыуы буйынса ҡалабыҙҙың бер төркөм ағинәйҙәре һәм «Яугир» йәмәғәт ойошмаһының Альберт Торошов етәкселегендәге егеттәре Үтәгән ауылы халҡы ойошторған «Ҡабаҡ-фест» байрамында ҡатнашты.

 

Ауыл халҡы сараға ихлас әҙерләнгән. Унда ҡабаҡтан яһалған төрлө хайуандар, йәнлектәр һындары күргәҙмәләре, бихисап аш-һыу төрҙәре, башҡа ауыл тормошон һүрәтләгән әллә күпме үҙенсәлекле әйберҙәрҙе күрергә мөмкин ине. Байрамда төрлө спорт ярыштары ла ҡаралған. Әйтергә кәрәк, беҙҙең яугирҙәр уҡ атыу буйынса бәйге ойошторҙолар. Бик күп йәштәр, балалар, хатта оло ағайҙар беҙҙең егеттәрҙең майҙанын үҙ иттеләр. Байрамдың йәме булып күренекле артистар Фидан Ғафаров, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө кеүек башҡа шәхестәрҙең сығышы халыҡ күңеленә хуш килде. Беҙҙең ағинәйҙәр ҙә буш йөрөмәне: ауыл халҡына ҡумыҙҙа уйнап, үҙебеҙҙең йырҙарыбыҙҙы йырлап, талантыбыҙҙы күрһәттек. Ә инде ҡайһы берҙәребеҙ көйәнтә-биҙрә менән ярышта, уҡ атыуҙа ҡатнашып бүләктәр ҙә алды. 
Саранан бик риза булып ҡайттыҡ. Форсаттан файҙаланып, яугир егеттәренә, бигерәк тә Альберт Торошов һәм уның хәләл ефете Лилиә ханыма иҫ киткес тәмле аш-һыу менән һыйлауы, бағымсы булып сығыш яһауҙары өсөн, ә инде сараға барыуҙы ойошторғаны өсөн "Аҡбуҙат" рәйесе Ишбулат Иҫәнбаевҡа  ағинәйҙәр исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
 
Рәшиҙә Буранғолова, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе. 
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: