газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Сентябрь 2022, 14:50

Сәхнә эше өсөн үҫеш талап ителә

Салауат башҡорт дәүләт драма театры Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының «Театрҙар өсөн белгестәр» проектында еңеп сыҡты һәм мәҙәни усаҡтың ижади труппаһы «Актерлыҡ оҫталығы. Пластика. Театр биомеханика һәм текст менән эшләү, пластика импровизацияһы» тигән оҫталыҡ дәрестәре алды.

Сәхнә эше өсөн үҫеш талап ителә
Сәхнә эше өсөн үҫеш талап ителә

Салауат башҡорт дәүләт драма театры Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының «Театрҙар өсөн белгестәр» проектында еңеп сыҡты һәм мәҙәни усаҡтың ижади труппаһы «Актерлыҡ оҫталығы. Пластика. Театр биомеханика һәм текст менән эшләү, пластика импровизацияһы» тигән оҫталыҡ дәрестәре алды.

2022 йылда Салауат театры тәүге тапҡыр «Театрҙар өсөн белгестәр» проектының еңеүселәре иҫәбенә инде. Был проект сиктәрендә төбәк театрҙары оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, семинарҙар һәм башҡа төрлө белем арттырыу-ижади саралар уҙғарыу өсөн төрлө театр белгестәрен саҡырыу мөмкинлеген ала.
Салауат театрында беҙҙең ҡаланың һәм Стәрлетамаҡ рус драма театры артистары өсөн оҫталыҡ дәрестәрен актриса, режиссер, РИТИ-ГИТИС-тың сәхнә пластикаһы кафедраһы, Н.С.Михалковтың кинематографик һәм театр сәнғәте академияһы, Заманса сәнғәт институты педагогы, «Futuroom» йәштәр лабораторияһы режиссеры, Рәсәй Армияһы үҙәк академ театры актрисаһы Мария Шмаевич алып барҙы. Дәрестәр 1 сентябрҙә башланды һәм ике көн дауам итте. Ә 3 һәм 4 сентябрҙә оҫталы дәрестәре Стәрлетамаҡ театрында барҙы, Салауат театры артистары унда ҡатнашты.
- Минең актриса, сәхнә хәрәкәте педагогы һәм режиссерлыҡ белемем бар. Мин 20 йылдан ашыу педагог булараҡ ГИТИС-та эшләйем. Ошо төрлө яҡлы тәжрибә һөҙөмтәһендә һәм дөйөм методтар нигеҙендә миндә билдәле бер система барлыҡҡа килде. Дүрт көн эсендә актер үҙенең кәүҙәһе, психикаһы, хис-тойғолары менән эш итеү ҡағиҙәләрен үҙләштереп өлгөрөргә тейеш. Был ҡағиҙәләр һуңынан уларға роль өҫтөндә, режиссер менән эшләгәндә сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тоторға ярҙам итеү мөһим. Дүрт көн эсендә, аңлашыла, күпте эшләп өлгөрөп булмай, шулай ҙа актерҙарға үҙҙәренең эшендә ҡулланырлыҡ практик күнекмәләрҙе еткерергә тырышам, - ти Мария Шмаевич.
Ул Салауатта тәүгә һәм уның һүҙҙәре буйынса, ҡала уға оҡшай.
- Бик матур, йылы мөхитле, уңайлы ҡала, - тип билдәләй ҡала ҡунағы.
Белгескә беҙҙең һәм күрше ҡала театрҙарының ижады коллективы менән нисек эшләнелгән һуң?
- Бик һәйбәт. Улар асыҡ, позитив, юморлы. Материалды бик һәйбәт ҡабул итәләр. Ике көн буйына эш емешле, интенсив һәм әүҙем барҙы.
Актерҙар үҙҙәре өсөн нимә алған?
Әмир Үтәбаев, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры:
- Был дәрестәр кәүҙәбеҙҙе сәхнәлә координацияларға, тоторға, предметтар менән эш итергә өйрәтә. Был хәрәкәт итеү менән генә түгел, шулай уҡ аҡыл эше менән дә бәйле. Яҡшы белгестән оҫталыҡ дәрестәре кәрәк, мөһим, үҫешкә ярҙам итә.
Сергей Шевченко, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Рус драма театры артисы:
- Минеңсә, был бик файҙалы тренинг, сөнки ул артистың психологик аппаратын үҫтерә, эске тойғоларҙы хәрәкәт аша еткерергә өйрәтә. Күнекмәләр беҙҙең сәхнәлә өҫтәмә рәүештә асылырға, ысын тойғоларҙы күрһәтеүгә булышлыҡ итә. Һәр педагог яңы нимә бирә, нимәнелер белһәң дә, актерлыҡ тәжрибәһенән һуң бөтөнләй икенсе юҫыҡтан ҡабул итәһең.

Автор һәм Федор Толкачев фотолары.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: