газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Август 2022, 10:25

Йыр төрлө милләт вәкилдәрен берләштерә

“Ҡәҙерле дуҫтар, Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы хороводын ойоштороуҙа ярҙам итегеҙ! Һеҙҙә төрлө халыҡтың милли кейемдәре бар икән, килегеҙ! Милли костюмығыҙ булмаһа ла, матур күлдәктәрҙә килегеҙ! Беҙҙе хуплағыҙ!” - Венера Мартынованың ошондай саҡырыуы социаль селтәрҙә тиҙ тарала һәм тәғәйенләнгән көндә һәм билдәләнгән Ағиҙел буйына тыуған яғына, туған мәҙәниәтенә ғашиҡ булған кешеләр йыйыла.

Йыр төрлө милләт вәкилдәрен берләштерә
Йыр төрлө милләт вәкилдәрен берләштерә

“Ҡәҙерле дуҫтар, Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы хороводын ойоштороуҙа ярҙам итегеҙ! Һеҙҙә төрлө халыҡтың милли кейемдәре бар икән, килегеҙ! Милли костюмығыҙ булмаһа ла, матур күлдәктәрҙә килегеҙ! Беҙҙе хуплағыҙ!” - Венера Мартынованың ошондай саҡырыуы социаль селтәрҙә тиҙ тарала һәм тәғәйенләнгән көндә һәм билдәләнгән Ағиҙел буйына тыуған яғына, туған мәҙәниәтенә ғашиҡ булған кешеләр йыйыла.

Барыһы ла тыуған республикаһы буйынса походтарға йөрөргә яратыусы һәм гитарала уйнарға өйрәнеүсе Венера Мартынованың усаҡ янында йырлау өсөн Башҡортостан тураһында матур йыр эҙләргә ҡарар итеүенән башлана.
- Эҙләнеү һөҙөмтәһе мине ҡәнәғәтләндермәне, 90-сы йылдар йырҙарының йөкмәткеһе күңелгә ятманы. Шул ваҡыт мин башҡорт телен белмәгәндәргә рус телендә беҙҙең һоҡланғыс тыуған еребеҙ - Башҡортостан тураһында йыр яҙырға булдым. Уны гитарала уйнап йырларлыҡ итеп яҙҙым, - тип иҫкә ала Венера. - Ә йырҙы үҙемдең сәхифәмә һалғас, береһе йырҙы студияла яҙҙырырға тәҡдим иттеләр. Быға тиклем был хаҡта башҡа ла инмәне, аҙаҡтан ә нишләп яҙҙырып ҡарамаҫҡа һуң, тип уйланым.
Бик матур йыр яҙҙырыла. Артабан тағы ла күберәккә ынтылыш барлыҡҡа килә, йәғни матур видеолар менән байытып клип төшөрөү.
- Беҙҙең актив ҡатын-ҡыҙҙар халыҡтар дуҫлығы хороводын ойошторорға тәҡдим итте, сөнки беҙ күп милләтле республикала йәшәйбеҙ бит. Социаль селтәрҙә саҡырыу таратҡайныҡ, ошо хороводҡа баҫыу өсөн йыйылдыҡ. Йыр беҙҙе берләштерҙе, - тип бүлешә Венера.
Был көндө дуҫлыҡ хороводында әйләнеүселәр араһында башҡорт халҡының милли костюмдарын, йолаларын тергеҙеү менән шөғөлләнеүсе “Ете ҡыҙ” Ишембай төркөмөнөң оҫтабикәләре лә була. Уларҙың костюмдарының һәр береһе үҙенсәлекле. Оҫта ҡатын-ҡыҙҙар музейҙарҙағы һәм шәхси коллекцияларҙағы кейемдәрҙең өлгөһөн нигеҙ итеп ала. Һөҙөмтәне тарихи костюмға яҡын итеү, мөмкин тиклем нығыраҡ оҡшатыу өсөн улар кейемдәрҙе элекке туҡымаларҙан тегә, совет заманындағы материалдарҙы ҡуллана. Образда биҙәүестәр ҙә әһәмиәтле роль уйнай, был осраҡта уларға ювелирҙар ярҙам итә.
- Венера халыҡтар дуҫлығы хороводын ойоштороуын белгәс ҡатнашырға ҡарар иттек. Сөнки бындай саралар кешеләрҙе халыҡ мәҙәниәте, йолалары менән таныштырыуға булышлыҡ итә. Беҙҙең костюмдар күптәргә оҡшаны, уларҙан күп кенә һоҡланыу һүҙҙәре ишеттек. Минеңсә, бик матур хоровод килеп сыҡты! - ти оҫтабикәләр.
Хоровод ысынлап та бик сағыу, күп халыҡтарҙың дуҫлығын сағылдырыусы булараҡ килеп сыға. Һөҙөмтәлә тыуған ергә һөйөү тулы тойғоларҙы белдергән ихлас клип та тыуа.
- Барыһына ла ярҙам һәм ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт! Был берҙәм ижадтың иң матур тәжрибәһе булып тора, - тип еткерә Венера Мартынова.

Людмила Зеленцова фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: