газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Август 2022, 09:15

Тыуған тәбиғәттән илһамланып

Салауатта “Ҡырағай тәбиғәт мотивтары” (12+) атамаһы аҫтында йәш рәссамдарҙың күргәҙмәһе асылды.

Тыуған тәбиғәттән илһамланып
Тыуған тәбиғәттән илһамланып

Салауатта “Ҡырағай тәбиғәт мотивтары” (12+) атамаһы аҫтында йәш рәссамдарҙың күргәҙмәһе асылды.

Һынлы сәнғәт, графика һәм барельеф - төрлө сәнғәт техникаһын нимә берләштереүе мөмкин? Бер тема. Өс йәш рәссам Руслан Солтанов, Вадим Ғәлинуров һәм Юлия Келу “Ҡырағай тәбиғәт мотивтары” күргәҙмәһе сиктәрендә бер командаға әүерелә. Улар үҙ эштәрен Бөрө һәм Нефтекама ҡалаларында күрһәткән, Салауатҡа ла сират еткән. 5 августа Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылдары сиктәрендә картиналар галереяһында “Ҡырағай тәбиғәт мотивтары” күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте.
Рәссамдарға пейзаж, портрет, барельефтарҙа Тыуған илебеҙҙең матурлығын һәм мәҙәни байлығын еткерә алған. Руслан Солтанов “Шариклы ручка”техникаһында башҡарылған рәсем һәм графика эштәрен тәҡдим итә. Юлия Келуҙан - ҡатнаш техникала декоратив биҙәү анималистик хеҙмәттәр. Ә Вадим Ғәлинуров барельфтарҙа башҡорт халҡының көнкүрешен, йолаларын, республиканың үҙенсәлекле тәбиғәтен һәм мәҙәниәтен сағылдырған.
- Эштәр авторҙары - бик үҙенсәлекле кешеләр, уларҙың ҡулдары менән төрлө йүнәлештәрҙә һәм стилдәрҙә тиҫтәләгән хеҙмәт тыуҙырылған. Уларҙың һәр береһенең сәнғәттә үҙ юлы һәм уларҙың ижадын баһалаусылар бар, - тине күргәҙмәне асҡанда мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов һәм рәссамдарҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Күргәҙмәнең идея яғынан илһамландырыусы булып Руслан Солтанов тора.
- Юлия һәм Вадим менән “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проекты арҡаһында таныштыҡ. Беҙҙең эштәр йөкмәткеһе буйынса оҡшаш, әммә техникаһы буйынса төрлө. Шулай беҙ берлектәге күргәҙмә ойоштороу ҡарарына килдек. Салауат беҙ булған өсөнсө ҡала, киләсәктә Ишембай һәм Стәрлетамаҡҡа барабыҙ, - тип аңлата ул.
Руслан Солтановҡа һүрәт төшөрөү оҫталығы һәм теләге әсәй яғынан бирелгән, Руслан ғаилә династияһын дауам итеп, Өфө художество-сәнәғәт колледжына уҡырға инә. Уҡыу йортонда ул төрлө ижад йүнәлештәрен өйрәнә. Шул ваҡытта майлы буяу менән һүрәт төшөрөүгә һөйөү уяна. Был эштәрҙең ҡайһы берҙәре күргәҙмәгә ҡуйылған.
Ете йыл буйына Руслан стеналарға һүрәт төшөрөү, ғибәҙәтханаларҙы тергеҙеү, аэрография менән шөғөлләнә, барельефтар яһай.
Әлеге ваҡытта уның ижадында шариклы ручка менән башҡарылған эштәре айырым урын алып тора. Был ябай булмаған техника һәм тейешле йөкмәткене еткереү өсөн айырым бер оҫталыҡ талап итә.
- Мәктәптә үк шариклы ручка менән төрлө һүрәттәр төшөрөргә ярата инем һәм берәй әҫәр уҡып сыҡҡас, уның йөкмәткеһе буйынса рәсем яһай инем, - тип бүлешә ул. - Салауат картиналар галереяһы бик матур, бында уңайлы, яҡты. Бында күргәҙмә ойоштороуыбыҙға шатбыҙ.
Юлия Келу - сағыу һәм күп яҡлы кеше. Ул Рәсәй дизайнерҙары союзы ағзаһы, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк күргәҙмәләре лаауреаты һәм призеры. Уның эштәре донъяның күп кенә арт-каталогтарына ингән.
Ҡыҙ билдәләүенсә, уның барлыҡ тормошо ижад менән бәйле һәм уның фекеренсә, тап сәнғәт кешене, уның тормошон үҙгәртеүгә һәләтле.
- Миңә этника оҡшай, ул шундай тере, кешеләргә оҡшай, ул беҙҙең һәр беребеҙҙә йәшәй. Шуның өсөн ҡайһы бер картиналар тап ошо йүнәлештә бирелгән. Үҙемдең эштәрем менән һәр үләндә, һәр бөжәктә матурлыҡ булыуын еткерергә ынтылдым, сөнки тормошта беҙ быларға бик иғтибар итеп бармайбыҙ. Картинаны төшөрөүгә төрлөсә ваҡыт китә, ҡайһыһы бер көндә лә әҙер була, ҡайһыһына йылдар китә. Барыһы ла илһамдан, картинаның асылынан тора. Минең һуңғы эштәремдең береһе “Доға ҡылыу” бер-ике сәғәт эсендә төшөрөлдө. Минеңсә, ул әлеге ваҡытта күргәҙмәлә лайыҡлы урын алып тора, - ти Юлия.
Уның һоҡланғыс эштәре араһында “Эстон ҡыҙы” һәм “Башҡорт килене” тигән картиналарының үҙенсәлекле тарихы бар.
- Быға мине һөйгәнемдең тәҡдиме ҡанатландырҙы. Тәүҙә “Эстон ҡыҙы” һүрәте барлыҡҡа килде, һуңынан, беҙ Башҡортостанда йәшәгәс, “Башҡорт килене”н төшөрөргә булдым. Картинала яңы тормош юлына баҫырға торған бәхетле ҡыҙ сағылдырылған. Кешеләр уға төрлөсә аңлатма бирә. Миңә икәүһе оҡшай. Беренсеһе буйынса, ҡыҙҙы никахҡа инеү алдынан әсәһе, өләсәләре, апайҙары биҙәй, икенсеһе буйынса, әруахтар уны ипле генә итеп ғаилә тормошона оҙата.
Вадим Ғәлинуров - биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы, скульптор, стеналарҙы биҙәү, ланшафт дизайны менән шөғөлләнә. Уның ижадында барельеф ярайһы уҡ ҙур урынды алып тора. Портреттар, ҡала панорамалары, жанр һәм флористика композициялары, ҡала һәм ауыл пейзаждары - рәссам үҙен илһамландырғандарҙың барыһын да барельефҡа һала.
- Мин Салауатта йыш булам һәм картиналар галереяһында күргәҙмәлә эштәремде ҡуйыу мөмкинлеге булғанға шатмын. Башта Венеция, Италия тураһында барельефтар эшләй инем, һуңынан үҙебеҙҙе милли теманы сағылдырыусы хеҙмәттәр булдырыу теләге уянды. Хәҙер инде башкөлләй ошоға сумғанмын, киләсәктә лә милли башҡорт тематикаһына ҡыҙыҡлы эштәр башҡарырға ниәт бар, - тип һөйләй Вадим Ғәлинуров.
Матур хеҙмәттәре тыуһын өсөн, Вадим тәүҙә ҡәләм менән эских яһай, артабан скульптура пластилины менән әүәләй, һуңынан шыйыҡ резина ҡоя һәм матрица килеп сыға. Бөтә эшкә айға яҡын ваҡыт китә.
- Һәр күргәҙмәнең асылыуы - беҙҙең өсөн ваҡиға, яңы тәьҫораттар. Авторҙарға ижади уңыштар теләйем, - тине күргәҙмәне асыу тантанаһында “Мираҫ” мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов.
Күргәҙмә 12 октябргә тиклем эшләйәсәк.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: