газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Август 2022, 16:55

Һабын ҡыуыҡтары фестивале

«Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге алдындағы майҙансыҡта йәйге миҙгел дауам итә. 19 августа унда Һабын ҡыуыҡтары фестивале (0+) уҙасаҡ.

Һабын ҡыуыҡтары фестивале
Һабын ҡыуыҡтары фестивале

«Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге алдындағы майҙансыҡта йәйге миҙгел дауам итә. 19 августа унда Һабын ҡыуыҡтары фестивале (0+) уҙасаҡ.

Ойоштороусылар күптәрҙең күңеленә хуш килерлек программа әҙерләй, фестиваль сиктәрендә асыҡ һауала дискотека, уйындар һәм конкурстар уҙғарыу ҡаралған. Ял итеү кисәһенең төп сағыу ваҡиғаһы, әлбиттә, һабын ҡыуыҡтары ебәреү. Ул ябай ғына түгел, ә бик күләмле буласаҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, тиҫтәләгән кеше һабынлы ҡыуыҡтар ебәрһә, улар ҡояш нурҙарында нисек уйнаясаҡ. Шулай булғас, 19 августа киске сәғәт 5-тә һабынлы шыйыҡсаларҙы алып, «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге алдына йәйҙең тағы ла бер матур байрамында ҡатнашыу өсөн йыйылабыҙ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: