газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июнь 2022, 13:15

Ижади үҫеш юлындағы яңы асыш

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Альбина Ғәлиуллинаның “Ике һүҙ” тигән ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы күрһәтелде. Ул “Ер һүҙе/ Онлайн 2.0” төбәк-ара һанлы белем биреү кинопроекты сиктәрендә төшөрөлгән. Проект Президент мәҙәни инициативалар фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм унда 16 йәштән алып 65 йәшкә тиклем теләге булған һәр кеше бушлай белем ала ала.

Ижади үҫеш юлындағы яңы асыш
Ижади үҫеш юлындағы яңы асыш

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Альбина Ғәлиуллинаның “Ике һүҙ” тигән ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы күрһәтелде. Ул “Ер һүҙе/ Онлайн 2.0” төбәк-ара һанлы белем биреү кинопроекты сиктәрендә төшөрөлгән. Проект Президент мәҙәни инициативалар фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм унда 16 йәштән алып 65 йәшкә тиклем теләге булған һәр кеше бушлай белем ала ала.

Элек әгәр проектта Башҡортостан Республикаһына ғына ҡатнашһалар, хәҙер уның географияһы киң, Волга буйы һәм Урал федераль округы төбәктәренән дә ҡушылалар. Проекттың ойоштороусылары булып Башҡортостан кинематографистары союзы һәм Булат Йосопов киномәктәбе тора.
- Проект икенсе тапҡыр уҙғарыла. Тәүгеһе ваҡытында уҡ ҡатнашыу теләге бар ине. Миндә тәү сиратта сценарий яҙыу оҫталығына өйрәнеү ниәте булды, ә һуңынан проект буйынса фильм төшөрөргә кәрәк булғас, фильм да әҙерләргә тура килде, - тип һөйләй үҙенең проектта ҡатнашыу ҡарары тураһында фильмдың сценарий авторы, режиссеры Альбина Ғәлиуллина. - Унда телгә бәйле темалар бирелде һәм һайлап алып, уның нигеҙендә идеяны, геройҙарҙы, сюжетты, проблематиканы уйлап табыу бурысы ҡуйылды. Булат Йосопов беҙҙең менән онлайн дәрестәр алып барҙы, беҙ өй эштәрен башҡарып тапшырҙыҡ, ул тикшереп, тәҡдимдәрен, иҫкәрмәләрен еткереү буйынса онлайн консультациялар үткәрҙе. Календарь план төҙөнөк, ирекмәндәрҙе йәлеп иттек. Минең барыһы ла уңышлы барҙы, эшләргә бөтәһе лә теләп ризалашты, сценарий буйынса ла бер ниндәй ҙә иҫкәрмәләр булманы. Режиссер булыуы ла ҡыҙыҡ икән, үҙем өсөн шундай асыш яһаным.
Альбина Ғәлиуллинаны төбәк-ара белем биреү проекты белгестәрҙән киносценарийҙар яҙыу буйынса белем алыу, туған телде һаҡлау буйынса үҙ һүҙеңде әйтеү, кинематография әҫәрен әҙерләү мөмкинлеге йәлеп итә.
- Мин проекттан үҙем өсөн күп нәмә алдым. Сценарий булдырырға өйрәндем, фильмдың улай еңел генә төшөрөлмәүен аңланым, уның нескәлектәре бик күп. Мин, әлбиттә, профессионалдар менән эшләгәс, еңелерәк булды, шулай ҙа бухгалтер, контролер, гардеробсы кеүек ижад менән бәйле булмаған хеҙмәткәрҙәрҙә йәлеп ителде, - ти Альбина Ғәлиуллина.
Проект туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Туған телдәге һүҙ, әгәр ул ике телдә яңғыраһа ла, аралашыуға йәм өҫтәй һәм билингваль ғаиләлә тормош шулай уҡ ҡыҙыҡлы һәм төрлө яҡлы. Фильмдың төп фекере шул турала.
- Бында ике телле ғаилә темаһы күтәрелә. Егет үҫкән ғаиләлә әсәһе урыҫ, атаһы башҡорт, уға ике телдә лә аралашыу ҡыҙыҡ. Беҙҙә бит ҡатнаш ғаиләләр булһа, ғәҙәттә, рус теленә өҫтөнлөк бирәләр, ә икенсе телдә аралашыу бармай. Фильмда бындай ғаиләләрҙең тормошо ни тиклем күп ҡырлы һәм бай булырға мөмкинлеге тураһында күрһәтергә теләнем. Башҡа телдәргә туранан-тура тәржемә ителмәй торған һүҙҙәрҙе, мәҫәлән, “йән киҫәккәйем” “бәғеркәйем” тигән һүҙҙәрҙе ҡулланыу, шунан йырҙар аша хис-тойғоларҙы еткереү, Пасха, Ҡорбан байрамдарын билдәләү, ғөмүмән, бер-береңдең тормошон байытыу, күркәмлерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итеү ҙә мөмкин икәнен еткерергә тырыштым, - тип аңлатма бирә фильмдың сценарий авторы, режиссеры.
Альбина Ғәлиуллинаны фильм төшөрөү процесы шул тиклем ҡыҙыҡһындыра, ул киләсәктә лә бының менән шөғөлләнергә ниәт итә.
- Миңә оҡшаны, шуға күрә артабан да фильмдар төшөрөргә теләр инем, - ти ул.
Фильмды ҡарауға уны төшөрөүҙә ҡатнашҡандар саҡырылғайны.
- Мин әсә кешенең йәш сағын уйнаным. Интернетта рус ҡиәфәтендәге героиня кәрәк тигән иғланды һәм ундағы һүрәтләмәне күргәс, үҙемдең тап килеүемде аңлап, ҡатнашып ҡарарға булдым. Минең актерлыҡ оҫталығым булмаһа ла, телевидениела эшләү тәжрибәм бар. Был минең фильмда тәүгә төшөүем, миңә оҡшаны, үҙенсәлекле процесс, бик һәйбәт ижади коллектив, режиссер ҙа бөтәһен яҡшы итеп аңлатты. Беҙҙең кадрҙар ҡышын төшөрөлдө, 90-сы йылдар стилендә кейенгәйнек, ул ваҡытта бик һыуыҡ булды. Мин әлегә тулы фильмды күрмәнем, тулҡынланам, нимә килеп сығыуын белеү ҡыҙыҡ, - тип хис-тойғолары менән бүлеште фильмды ҡарар алдынан Эльвира Маликова.
Һуңынан фильм күрһәтелде. Ул дауамлығы буйынса оҙон түгел, шулай ҙа ошо ҡыҫҡа метражлы кинола бик тәрән мәғәнәле тема күтәрелеүен аңларға мөмкин.
Радмир (Илшат) ролен Радмир Дәүләтбаев, уның атаһы ролен БР-ҙың халыҡ артися Фәтих Ҡолһарин, әсәһе ролен Елена Панкевич, Радмирҙың һөйгән ҡыҙы ролен Йәнгүзәл Халиҡова башҡара. Радмирҙың атаһының йәш сағын Риф Мусин, әсәһенең йәш сағын Эльвира Маликова уйнай. Гардеробщица ролендә - Рәйфә Сөләймәнова, капельдинер ролендә - БР-ҙың атҡаҙанған артисы Нәркәс Йомағужина, урам һепереүсе ролендә - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов, тамашасылар ролендә Регина Миңдеярова, БР-ҙың халыҡ артисы Нәүфилә Яҡупова, спектакль геройҙары БР-ҙың атҡаҙанған артисы Мирас Йомағужин, БР-ҙың халыҡ артистары Риза Мәһәҙиев, Гөлсәсәк Шәрипова, эпизодтарҙа Эльвира Йәрмөхәмәтова, Динә Бәширова, Нәфис Сәфиуллин, Венера Нурлығаянова. Фильмдың операторы - Рөстәм Ғайнанов, монтажсыһы - Булат Сәфәров, композиторы - Риф Сәлишев.
- Беҙ бөгөн Альбина Ғәлиуллинаның ҡыҫҡа метаржлы фильмын ҡараныҡ, был уның беренсе эше. Барығыҙ ҙа белеүегеҙсә, уның кескәйҙәр өсөн яҙылған пьесаһы Татарстанда грант яулап, “Әкиәт” ҡурсаҡ театрында ҡуйылды. Альбина, һинең ижади йәһәттән үҫешеүең, тәүге емештәрең өсөн шатбыҙ. Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яула, - тине Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов.
- Ҙур эш башҡарылған, Альбинаның ижад менән шөғөлләнеү теләгенә афарин тиергә ҡала. Киләсәккә лә пландарың барҙыр, ижади уңыштар, - тип теләне Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәтих Ҡолһарин.
- Һәр фильмда ниндәйҙер мәғәнә ята. Бында ла тел порблемаһы күтәрелә һәм үҙ телеңде белергә кәрәк тип өйрәтә. Салауатта бер йыл тирәһе йәшәү ваҡытында, башҡорттарҙың үҙ телендә бик үк теләп һөйләшеп бармауына шаһит булдым. Театр кешеләрҙе үҙ теле, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуға этәрә, әйҙәй. Бик һәйбәт фильм, миңә оҡшаны, - тип тәьҫораттары менән бүлеште йәш актриса Эльвира Йәрмөхәмәтова.
Төп ролдәрҙең береһен уйнаусы Радмир Дәүләтбаев быға тиклем Таңсулпан Бураҡаеваның “Минең йондоҙом” тигән фильмында ҡатнашҡан булған, шулай ҙа һәр эш үҙенсәлекле тип иҫәпләй ул.
- Фильмда күтәрелгән тема бөгөнгө көндә бик актуаль. Театрға килгәндә, күптәр спектаклдең русса тәржемәһен тыңлай. Эш тәржемәлә генә түгел, уның мәғәнәһен аңларға кәрәк, тәржемә иткәндә лә, тәржемәсе мәғәнәһен аңлап тәржемә итергә тейеш, һүҙмә-һүҙ тәржемә итеүҙе бер кем дә аңламаясаҡ. Минеңсә, әлеге көндә театр ҙа, кино ла, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары ла ошондай актуаль, үҙебеҙгә хас булған темаларҙы күтәрһә бик шәп булыр, берҙәм, дөйөм эш яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә, - тип иҫәпләй Радмир Дәүләтбаев.
Альбина Ғәлиуллина фильм төшөрөүҙә ҡатнашыусыларға Булат Йосоповтың киномәктәбенән рәхмәт хаттары һәм бағымсыларҙан бүләктәр тапшырҙы.
- Барығыҙға ла ҙур рәхмәт белдерәм. Бик сағыу осор булды, уны тағы ла ҡабатлағы килә, - тине ул.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: