Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Май 2022, 17:30

Салауат театры - «Еңеү юлдары» марафоны лауреаты

Салауат дәүләт башҡорт драма театры 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүгә арналған «Еңеү юлдары» халыҡ-ара театр онлайн-марафоны лауреаты булды. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль «Теманы тәрән итеп асҡан өсөн» махсус призын алды.

Сараны А.Н. Островский исемендәге Димитровград театры ойоштора. 9 майҙан 11-енә тиклем Димитровград театры сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә онлайн-трансляция барҙы. Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы 28 ҡаланан ижади коллективтар үҙҙәренең иң яҡшы эштәрен күрһәтә: спектаклдәр, музыкаль номерҙар, проза һәм һуғыш йылдары шиғриәте. Программала бөтәһе 36 сығыш була.
Салауат театры был марафонда беренсе тапҡыр ҡатнаша. «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле 2019 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ҡуйыла. Ҡуйыусы режиссеры - Ренат Әйүпов, рәссам - Зилия Ҡансурина, композитор - Илшат Яхин, хореограф - Сулпан Асҡарова, рәссам-яҡтыртыусы - Илшат Сәйәхов.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: