газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Май 2022, 09:41

Салауат дәүләт башҡорт драма театрының май айына афишаһы

Салауат дәүләт башҡорт драма театрының май айына афишаһы

Салауат дәүләт башҡорт драма театрының май айына афишаһы
Салауат дәүләт башҡорт драма театрының май айына афишаһы

6 май, 12:00/14:00 – М. Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме”, повесть (6+)
7 май, 13:00 – М. Бартенев “Считаю до пяти...”, балалар өсөн әкиәт (0+)
Был әкиәттең геройҙары, урманда йәшәүселәр: бик яғымлы холоҡло Тейен, әүҙем Тәлмәрйен, бөтә эшкә үҙенең суҡышын тыҡҡан Һайыҫҡан. Әммә уларҙың компанияһына оялсан Ҡуян һәм оятһыҙ Бүре килеп ингәс, аҡландағы тормош ҡырҡа үҙгәрә... Спектакль рус телендә.
8 май, 19:00 – И. Абдуллин “Эх, Өфө ҡыҙҙары”, музыкаль комедия (12+)
Спектакль Еңеүҙең 70 йыллығына арналған. Ваҡиғалар дошман авиацияһының ике осошо араһында бара. Өфөнән йыйылған зенитсылар полкы (был - реаль факт) летчиктарҙың хәрби частары янында урынлашҡан. Улар араһында бер-береһенә ҡарата һөйөү уяна, мөхәббәт сатҡылары ҡабына. Спектакль башҡорт телендә, рус теленә синхрон тәржемә ителә.
9 май, 17:00 – Т. Миңнуллин “Әллә яңылыш, әллә яҙмыш”, трагикомедия (16+)
Һуғыш ваҡытында иҫән ҡалыу, тыуған яҡтың саф һауаһын һулау, йәш ҡатынына тағы бер тапҡыр ҡарап, уны ныҡ итеп ҡосаҡлау өсөн кеше нимәгә әҙер? Спектакль геройҙарының теләге бер - иҫән-һау ҡайтырға. Улар ант итә... Спектакль башҡорт телендә. Текст рус теленә синхрон тәржемә ителә.
12 май, 19:00 – Р. Батулла “Кисер мине, әсәй”, моңһоу комедия (12+)
Тулы булмаған ғаиләлә үҫкән 16 йәшлек Мирғаян тиҫтерҙәре менән етди конфликттар кисерә. Мирғаяндың яҡын әхирәте Гөлзирәк уны лотерея билеты һатып алырға өгөтләй, һәм ул көтмәгәндә ҙур сумма ота. Әсәһен ҡыуандырам тип, шатланып хәбәр итергә ашыға, ләкин әсәһе Дилфүзә апаһының килеүе хаҡында хәбәр итә. Ул күп йылдар элек малайҙы ташлап киткән һәм хәҙер үҫмергә үҙенең хоҡуҡтарын белдерергә ниәтләгән малайҙың биологик әсәһе булып сыға. Мирғаян алдында еңел булмаған һайлау тора: әсәй тип үҫкән ҡатын менән ҡалырғамы, әллә ҡан саҡырыуына ҡолаҡ һалырғамы.
14 май, 13:00 – Г.Х. Андерсен “Дюймовочка”, балалар өсөн әкиәт (0+)
Дюймовка күп кенә көтөлмәгән мажараларға дусар була, ләкин яҙмышы уның изгелеге өсөн мотлаҡ бүләкләйсәк. Спектакль рус телендә.
20 май, 19:00 – М. Ҡунафин, З. Бураҡаева “Тоғролоҡ”, драма (16+)
Был - Нәфисә исемле героиня һәм уның хәләл ефете Иҙрис тураһында тарих. Улар өлгөлө ғаилә һәм барыһы ла яҡшы кеүек тойола. Әммә бер бик мөһим проблема бар - уларҙың балалары юҡ, ә бит улар һигеҙ йыл буйына никахта. Был хәл Нәфисәне ыҙалай һәм ул унан сығыу юлын эҙләй. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн иренән хыянатҡа рөхсәт һорай. Ул хатта йәш һәм телһеҙ Рәсүл исемле егетте лә таба. Иҙрис ҡаршы, әлбиттә. Нәфисә был ҡыйын аҙымға барырмы? Ул тоғролоҡ һаҡлармы, йә әсәй булыу теләге әхлаҡи принциптарҙы еңеп сығырмы?” Спектакль башҡорт телендә. Текст рус теленә синхрон тәржемә ителә.
21 май, 13:00 – С. Маршак “Кошкин дом”, янғын хәүефһеҙлеге тураһында әкиәт (0+)
27 май, 19:00 – А. Житковский “Һырғалаҡ”, балалар баҡсаһы хроникаһы (14+)
Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең көндәлек хеҙмәте үтәлмәй торған квестҡа оҡшаш: айына 15 мең һумға йәшәргә, шул уҡ ваҡытта шәхси тормошто ҡорорға, яҡшы һөҙөмтәләр менән эшләргә өйрәнергә һәм өҫтәмә бурыстар алырға өлгөрөргә кәрәк. Ә иң мөһиме – бер нимәгә ҡарамаҫтан, кеше булып ҡалыу зарур. Күңелле һәм һағышлы тарих, бик йәнле һәм актуаль. Спектакль башҡорт телендә. Рус теленә синхрон тәржемә ителә.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: