газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Апрель 2022, 13:10

Бер мөхәббәт тарихы

“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә легендар классик драматург Мирхәйҙәр Фәйзи пьесаһы буйынса “Ғәлиәбаныу исемле ҡыҙ” музыкаль спектакленең премьераһы уҙҙы. Бергә булырға яҙмаған ике йәш йәрҙең мөхәббәте темаһын сәхнәгә “Беҙҙең театр” студияһы сығарҙы.

Бер мөхәббәт тарихы
Бер мөхәббәт тарихы

“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә легендар классик драматург Мирхәйҙәр Фәйзи пьесаһы буйынса “Ғәлиәбаныу исемле ҡыҙ” музыкаль спектакленең премьераһы уҙҙы. Бергә булырға яҙмаған ике йәш йәрҙең мөхәббәте темаһын сәхнәгә “Беҙҙең театр” студияһы сығарҙы.

Йөҙ йыл элек яҙылған мөхәббәт тураһындағы пьеса төрлө театр сәхнәләрендә уйналды. Беҙҙең ҡалала уны Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Константин Райкинда белем алған, “Беҙҙең театр” студияһының художество етәксеһе Рауил Хәкимов ҡуйҙы.
- Был постановканы беҙҙең театр артистарының береһе, Салауат башҡорт дәүләт драма театры ветераны һәм беҙҙең театр менән актив хеҙмәттәшлек итеүсе Рим Әминевҡа 80 йәш тулыу уңайынан һайланыҡ. Ул 1941 йылғы. Спектакль өҫтөндә эште былтыр уҡ башлағайныҡ, әммә пандемия һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында беҙ уны ҡалдыра килдек. Репетициялар шуға ла оҙаҡ барҙы. Һәм бына, ниһайәт, беҙҙең премьера сәхнәгә сығарылды. Тәүге спектакль 14 апрелдә күрһәтелде, ә 20 апрелдә беҙ юбилей бенифисы итеп эшләнек һәм уның сиктәрендә тамашаны күрһәттек, - ти спектаклдең режиссеры, “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге директоры Рауил Хәкимов.
Спектакль нимә тураһында һуң? Әлбиттә, күптәр милли драматургия классикаһы менән таныш. Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” драмаһы Уильям Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта” трагедияһына ауаздаш. Ғәлиәбаныу менән Хәлил бер-береһен өҙөлөп ярата һәм сәстәрен-сәскә бәйләргә уйлай. Әммә яуыз ниәтле бай егет Исмәғил уларҙың бәхеттәрен емерә. Был ысын һөйөү тураһында бик матур һәм моңһоу тарих, әммә шул уҡ ваҡытта сағыу, яҡтылыҡҡа тулы, йырҙар, бейеүҙәр, йылы милли йүнәлеш менән байытылған. Студия актерҙары ла үҙ ролдәрен бирелеп, бөтә таланттарын һалып башҡара, сәхнәләге декорация, спектакль буйына “Ғәлиәбаныу” йыры яңғырауы үҙенә күрә айырым бер мөхит тыуҙыра.
Спектакль ике сәғәттән ашыу бара һәм бер тамашасыны ла битараф ҡалдырмай.
- Төп фекер - ул, әлбиттә, мөхәббәт, уның иң ҡәҙерле хис-тойғо икәне, уны бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмауы. Мөхәббәт бар һәм һәр ваҡыт мөһим булып ҡаласаҡ. Ғәлиәбаныу менән Хәлил бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңергә тырыша, уларҙы хатта үлем дә айыра алмай. Ҡыҙ менән егеттең икәүләшеп йырлаған “Ғәлиәбаныу” йыры был тарихтың гимны булып тора. Спектаклдең финалы асыҡ ҡалыуы менән ҡыҙыҡлы, староста Хәлилде үлтереүсе Исмәғилдең енәйәт ҡапларға маташа. Әҫәр йөҙ элек яҙылһа ла, актуаль теманы, судты ла аҡса менән һатып алырға мөмкин икәнлеген күтәрә, - ти режиссер Рауил Хәкимов һәм “Беҙҙең театр” студияһының рус телле театр булыуын һәм бөтә әҫәрҙәрҙең дә, шул иҫәптә “Ғәлиәбаныу исемле ҡыҙ”ҙың да рус телендә ҡуйылыуын билдәләй.
Спектаклдәге төп ролдәрҙең береһе - Бәҙриҙе юбиляр Рим Әминев уйнай. Уның ҡатыны Ғәлимә ролен Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Гөлшат Зыязетдинова, димсе Бәҙиғә абыстайҙы Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Венера Хәсәнова, староста ролен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов һәм актер Илгиз Алтынбаев башҡара. Башҡа ролдәрҙе театрҙың йәш артистары уйнай: Ғәлиәбаныу - Жасмин Әйүпова, Руфина Мортазина, Хәлил - Павел Хрипунов, Саҙри - Иван Южаков, Ғимаҙи - Артем Хрыкин. Рауил Хәкимов үҙе Исмәғил ролен башҡара. Күп кешеле тамашала театрҙың барлыҡ коллективы ҡатнаша.
Спектаклде сәхнәгә сығарыуға бик абруйлы сәнғәт эшмәкәрҙәре үҙ өлөшөн индерә. Композитор булып Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры оркестры мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев, хореограф булып Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Елена Саможен, рәссам-сценограф булып Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы рәссамы Рәис Хөснөтдинов сығыш яһаған.
Тамашасылар ошондай халыҡсан сәхнә әҫәрҙәренә ысынлап та һыуһаған, спектаклде ҡарарға тулы зал йыйылғайны. Тамаша һуңында актерҙар тулы состав менән сыҡҡас, уларҙы көслө алҡыштарға күмделәр.
Премьеранан һуң юбиляр Салауат башҡорт дәүләт драма театры ветераны, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рим Әминевты ҡотлау тантанаһы үтте. Тәүҙә экранда уның тураһында тулы йөкмәткеле сюжет күрһәтелде.
- Рим Әминев театрға 40 йыл хеҙмәт итте, һеҙ уны бик сағыу ролдәре аша яҡшы беләһегеҙ. Республиканың театр эшмәкәрҙәре союзы исеменән юбилейы менән ҡотлайым, - тип сығыш яһаны Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары, Актерҙар йорто директоры Ринат Ишмуллин һәм Рим Әминевты Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының Станиславский алтын миҙалы менән бүләкләне.
- Бер йыл элек “Беҙҙең театр” студияһының музыкаль спектаклдәре аншлаг менән уҙғайны, быйыл “Ғәлиәбаныу исемле ҡыҙ” спектакле шундай уҡ уңыш менән бара. Йәш һәм талантлы актерҙарҙы тамашасыларҙың көслө алҡыштарға күмеүҙәрен күреү ҡыуандыра һәм һис һүҙһеҙ, спектаклдә Салауат башҡорт драма театрының хөрмәтле ветерандарының уйнауы ла оло ихтирам, һоҡланыу уята. Һеҙ был спектакль менән театр сәнғәтен һаҡлауға, пропагандалауға ҙур өлөш индерәһегеҙ. Бөгөн йәштәр билдәле сәнғәт оҫталары менән бергә сәхнәлә уйнай алыуҙары менән бәхетле, - тине ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов һәм ҡала хакимиәте башлығы исеменән Рим Әминовты юбилейы менән ҡотланы.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры Айрат Ҡотошов “Беҙҙең театр” студияһы коллективын премьера, театр ветеранын юбилейы менән тәбрикләп үтте. Ҡотлау һүҙҙәре менән тағы ла Стәрлетамаҡ, Салауат театры ветерандары сығыш яһаны. Улар Рим Әминев менән бергә уҡыған, эшләгән йылдарын иҫкә төшөрҙө. Йылы теләктәргә ҡала ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ла ҡушылды.
- Рим Әминев минең өсөн остаз, өлкән дуҫ, ул мине күп нәмәләргә өйрәтте, кәрәк ваҡытта кәңәштәрен бирҙе. Мин уға быларҙың барыһы өсөн дә рәхмәтле, - тине “Беҙҙең театр” студияһының художество етәксеһе Рауил Хәкимов һәм студия коллективына премьераны уңышлы сәхнәгә сығарыуҙары, тамашасыларҙың йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Мин 40 йыл буйына тамашасыларым менән осраша алыуыма рәхмәтлемен. Ошо дәүер буйына сәнғәткә хеҙмәт итеүемдән бер ҙә арыманым. Йәштәргә театрҙы яратығыҙ, сәхнәлә уйнағыҙ, спектаклдәргә йөрөгөҙ, тип әйтәм, - тип мөрәжәғәт итте үҙе юбиляр Рим Әминев.
Гөлнара Асҡарова.
Федор Толкачев фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: