Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Апрель 2022, 17:30

Бар донъяға яңғыраны башҡорт йыры

Кисә, 27 апрелдә, Салауат башҡорт дәүләт драма театрында “Алға, Баламишкин!” спектакленең премьераһы уҙҙы. Зал тамашасы менән шығырым тулы ине.

Бар донъяға яңғыраны башҡорт йыры
Бар донъяға яңғыраны башҡорт йыры

Кисә, 27 апрелдә, Салауат башҡорт дәүләт драма театрында “Алға, Баламишкин!” спектакленең премьераһы уҙҙы. Зал тамашасы менән шығырым тулы ине.

Гәзитебеҙҙең үткән һанында премьера буйынса яҙылған мәҡәләлә гәзит уҡыусыларға Алһыуҙан донья эстрадаһында яңы йондоҙ ҡабыҙыу өсөн “Баламишкин” төркөмөнөң оҫталығы, Хәмзәнең байлығы етерме тигән һорауҙы асыҡ ҡалдырғайныҡ. Премьерала был һорауға яуапты тулыһынса алдыҡ. Байлыҡ етмәһә лә, ныҡышмалылыҡ, берҙәмлек ярҙам итте. Спектакль башында алдатып, үҙҙәрен баш ҡала артистары итеп танытҡан, әммә ҡапҡанға тиҙ эләккән «Баламишкин» төркөмө менән һуңынан улар маҡсатҡа табан бергә бара, Европала уҙғарылған фестивалдә нисек тә ҡатнашып, башҡорт йырын ишеттерергә тырыша. Әммә фестиваль дирекцияһы әле бер, әле икенсе сәбәп табып, йырҙан баш тарта. Тик йәштәр бирешмәй, башҡорт йыры бөтә донъяға ишетелһен өсөн бар көсөн һала. Тырышлыҡтары бушҡа китмәй - Алһыу ысынлап та бөтә Европаға башҡорт йырын яңғырата.
Йәш режиссер Рафаэль Ғәйнуллиндан тәүге эшенең һөҙөмтәһе тураһында белешәм.
- Йәшермәйем, тулҡынландым.Тамашасы нисек ҡабул итер, актерҙар әйтергә теләгән уйҙарын еткерә алырмы, тигән йөҙ төрлө уй ҡайнаны башта. Тамашасыларҙың көслө алҡыштарына ҡарағанда, спектакль ярайһы ғына яҡшы килеп сыҡҡандыр, тип уйлайым. Был артабан да дәртләнеп ижад итергә көс бирә. Йәштәр өмөттәремде аҡланы, улар шундай тырыш, ҙур маҡсаттар менән янып йәшәй, - ти Рафаэль Фердинант улы.
Төп роль Хәмзәне Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов уйнаны.
- Был ролде уйнау миңә икеләтә мәртәбәле булды. Күп һуғыштарҙы үткән фронтовик атайымдың исеме лә Хәмзә. Ҡәҙерлемдең исемен сәхнәлә яңғыратыу атайым һәм тыныслыҡ өсөн сит ерҙәрҙә баштарын һалған бөтә яугирҙәр рухына ихтирам булһын, - ти Яҡуп ағай.
Алһыу ролен башҡарыусы Йәнгүзәл Халикованың был тәүге ҙур роле.
- Төп ролде биргәс, тулҡынланып, ҡурҡыбыраҡ ҡуйғайным, әммә үҙемде тиҙ ҡулға алдым. Барыһы ла килеп сыҡҡандыр тип уйлайым. Киләсәктә лә үҙемде төрлө ролдәрҙә һынап ҡарарға ниәт итәм, - ти йәш актриса.
Ҡыҙҙарының тәүге төп ролен ҡарарға баш ҡаланан уның ата-әсәһе Лилиә һәм Рифат Халиковтар ҙа килгәйне.
- Салауат театры үҙенең көслө шәхестәре, бай тарихы менән билдәле. Бик талапсан театр икәнен дә беләбеҙ. Шуға ҡыҙыбыҙ был талаптарға яуап бирә алырмы икән тип, тулҡынланып ҡараныҡ спектаклде. Һуңынан бөтә шик-шөбһәләребеҙ таралды. Йәнгүзәл бәләкәйҙән артист булырға хыялланды, төрлө түңәрәктәрҙә күп шөғөлләнде, үҙ тырышлығы менән уҡып, мораҙына иреште, - ти улар.
Тамашасылар спектаклдән ҡәнәғәт таралышты.
Регина һәм Денис Аҙнаевтар:
- Спектакль күңелгә хуш килде, үҙенең төп идеяһы менән оҡшаны. Фронтовик атаһының һуңғы үтенесен үтәр өсөн Хәмзә бер нимәһен дә йәлләмәй алға ынтыла. Декорациялар, артистарҙың оҫталығы үҙенә иғтибарҙы йәлеп итте. Йәш режиссерҙың тәүге эше бик шәп килеп сыҡҡан. Бөтә артистар ҙа үҙ ролен бик оҫта башҡарҙы. Салауат драма театры коллективы һәр саҡтағылай иң юғары баһаға эйә, - ти улар.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: