газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Апрель 2022, 11:00

“Бала саҡ ярҙары” балалыҡ йылдарына алып ҡайта

Салауат картиналар галереяһында “Бала саҡ ярҙары” тигән күргәҙмә асылды. Унда М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейындағы рәссамдарҙың йыйынтыҡтарының бала һәм үҫмер саҡ темаларына арналған төп эштәре ҡуйылған.

“Бала саҡ ярҙары” балалыҡ йылдарына алып ҡайта
“Бала саҡ ярҙары” балалыҡ йылдарына алып ҡайта

Салауат картиналар галереяһында “Бала саҡ ярҙары” тигән күргәҙмә асылды. Унда М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейындағы рәссамдарҙың йыйынтыҡтарының бала һәм үҫмер саҡ темаларына арналған төп эштәре ҡуйылған.

“Бала саҡ ярҙары” - М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейы һәм Салауат картиналар галереяһының берҙәмлектә әҙерләгән проекты. Музейҙың дөйөм йыйынтығы 14 мең экспонат, уларҙың 41-е Салауатҡа килтерелгән.
- 5 ғинуарҙа музейға 102 йыл булды, 30 йыл элек Салауат картиналар галереяһы беҙҙең музейҙың филиалы ине. Бында ҡуйылған картиналар - күргәҙмәнең әҙ генә өлөшө. Күп кенә портрет эштәре натуранан яҙылған, - тине сәләмләү телмәрендә Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейының һынлы сәнғәт фонды һаҡсыһы, республика рәссамдары ижады тураһында монографиялар авторы Валентина Сорокина.
Күргәҙмәгә килеүселәр Әхмәт Лотфуллин, Рәшит Нурмөхәмәтов, Рифа Абдуллина, Адия Ситдиҡова, Владимир Батищев, Сергей Дергун, Диана Допуа һәм башҡа Башҡортостандың, Рәсәйҙең һынлы сәнғәтенең алтын фондына ингән республиканың билдәле рәссамдарының картиналары менән таныша ала.
Картиналарҙан тамашасыларға уйсан, күңелсәк, шаян, ә ҡайһы берҙә бойоҡ ҡыҙ һәм малайҙар баға. Улар яңы донъяны танып-белә башлаған, йөҙҙәре алсаҡ, яҡты киләсәккә ышаныс менән тулы. Бәхетле бала саҡ мәлдәрен һәр кем иҫкә алырға ярата, шуға күрә күргәҙмә лә яҡты тәьҫораттар бүләк итер, тип ышана ойоштороусылар.
Күргәҙмә менән тәүгеләрҙән булып балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары, ӨДНТУ-ның Салауат филиалының сит ил делегацияһы һәм башҡа сәнғәт һөйөүселәр танышты.
32 йәшлек Мостафа Джафари беҙҙең ҡалаға Афғанстандың баш ҡалаһынан уҡырға килгән.
- Мин Кабулдан, һөнәрем буйынса төҙөүсе-инженер. Күргәҙмәлә үҙенә күрә ижади мөхит тантана итә. “Етенсе яҙ” тигән картина оҡшаны, унда дүрт ҡыҙ төшөрөлгән. Ул миңә һеңлеләремде иҫкә төшөрә. Был эш бик сағыу һәм шул уҡ ваҡытта унан йылы бөркөп тора, - ти ул.
Күргәҙмә (12+) үҙ эшен 4 июнгә тиклем дауам итә, теләгән һәр кем республика рәссамдары ҡулы менән һүрәттәрҙә тыуҙырылған балалыҡ иленә сәйәхәт итә ала.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: