газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Апрель 2022, 11:46

Тыуған яҡтан илһам алып

Салауат картиналар галереяһында «Тыуған яҡ» тип исемләнгән күргәҙмә (0+) асылды.

Тыуған яҡтан илһам алып
Тыуған яҡтан илһам алып

Салауат картиналар галереяһында «Тыуған яҡ» тип исемләнгән күргәҙмә (0+) асылды.Унда милли колорит стилендә башҡарылған кейем коллекцияһы урын алған.

Күргәҙмәне Башҡортостан Башлығы грантын еңгән ҙур ижади төркөм ойошторған.

- 2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫына арналған. Заманға яраҡлаштырылған милли кейемде йәштәр араһында популярлаштырыу традицияларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу юлдарының береһе булып тора. Йәш быуын тыуған төбәгенең милли йолаларын белергә һәм улар менән ғорурланырға тейеш, - тип һөйләне проект етәксеһе Арина Терентьева.
Проект сиктәрендә ун костюм тегелгән: өсәүһе кэжуал стилендә, дүрт спорт костюмы һәм өс классик костюм, шулай уҡ биҙәүестәр ҙә эшләгәндәр.

- Проект 1 сентябрҙә башланғайны. Коллекцияны булдырыуға өс ай тирәһе ваҡыт китте. Был Аринаның идеяһы, әммә уны бойомға ашырыуҙа Әҡсән Йосопов, Ольга Урванцева, Павел Анисимов, Иван Осколков, Вера Мөхәметдинова ингән беҙҙең команда ла ярҙам итте. Маҡсатыбыҙ йәштәрҙе үҙ мәҙәниәтенә мөмкин тиклем күберәк ылыҡтырыу, уларға милли мәҙәниәт элементтары ҡулланып та матур һәм заманса итеп кейенергә була
икәнлекте күрһәтеү ине, - тип һөйләй проект командаһы ағзаһы, Аринаның әсәһе Галина Терентьева.
Ойоштороусылар бының менән генә туҡталып ҡалмаған. Улар салауаттар араһында бер үк атамалы конкурс уҙғарырға ҡарар итә. Ҡатнашыусыларға үҙ халҡының этник элементтарын ҡулланып, әйбер тегеү талап ителгән. Ғәжәпләнерлек, конкурста ҡатнашыуға Салауат ҡалаһы ғына түгел, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Туймазы районының Серафимовка ауылы халҡы ла ғариза бирә. Йәмғеһе, 100-ҙән ашыу кеше үҙ талантын күрһәтергә теләк белдерә, ә 16-һы финалға сыға.
- Күргәҙмәгә «Тыуған яҡ» коллекцияһы һәм конкурс финалына сығыусыларҙың эштәре ҡуйылды. Ул «Заманса йәштәр костюмы», «Аксессуарҙар», «Биҙәүестәр» номинациялары буйынса уҙғарылды. Финалға сыҡҡан
16 ҡатнашыусының барыһы ла иҫтәлекле приздар алды, - ти Галина Терентьева.
Ҡатнашыусыларҙың береһе - Салауат ҡалаһының ҡул эштәре оҫтаһы Кристина Сисенбаева. - Күргәҙмәгә килтергән күлдәкте мин өс йыл элек Салауат механика-төҙөлөш колледжында тегенсегә уҡыған ваҡытта теккәйнем. Бындай кейем матур, зауыҡлы һәм ҡабатланмаҫ күренә. Конкурс тураһында дуҫтарым һәм таныштарым әйтте, - ти финалсы.
Күргәҙмәлә милли рухта һуғарылған бик күп әйберҙәрҙе күрергә була. Галина Терентьеваның һүҙҙәренсә, киләсәктә яңы коллекцияны йәштәр, үҫмерҙәр һәм балалар өсөн дә булдырырға иҫәп тоталар. Күргәҙмә 21 майға тиклем дауам итә.
Эльвира РӘХИМОВА фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: