газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Апрель 2022, 15:57

Уйна, башҡорт улы, ҡурайыңды!

2022 Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде. Уға арналған саралар ҡалала даими үтә. Яңыраҡ ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡурайсы, Салауат балалар музыка мәктәбенең ҡурай класы буйынса уҡытыусыһы Вәсил Темиров менән осрашыу булып уҙҙы. Сараға 1-се лицей уҡыусылары саҡырылды.

Уйна, башҡорт улы, ҡурайыңды!
Уйна, башҡорт улы, ҡурайыңды!

2022 Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде. Уға арналған саралар ҡалала даими үтә. Яңыраҡ ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡурайсы, Салауат балалар музыка мәктәбенең ҡурай класы буйынса уҡытыусыһы Вәсил Темиров менән осрашыу булып уҙҙы. Сараға 1-се лицей уҡыусылары саҡырылды.

- Атамалы йыл сиктәрендә музейҙа төрлө ижади осрашыуҙар планы төҙөлгән. Балаларҙы республиканың символы булған башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай менән дә таныштырыуҙы кәрәк тип таптыҡ һәм ҡурайсы Вәсил Темировты саҡырҙыҡ. Был мөғжизәле моң сығанағы, үҙенә генә хас сифаттарын юғалтмайынса, бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. Тылсымлы музыка ҡоралында уйнауға мөмкин тиклем күберәк йәштәр ылыҡһын ине, - ти музейҙың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире, сараны алып барыусы Ольга Шалева.
Төрлө конкурстар лауреаты, дипломанты, «Юлдаш» ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Вәсил Темиров балаларға ҡурай тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Үҙенең ҡасан ҡурай менән мауыға башлауы, тәүге остазы кем булыуы, ҡурайҙа уйнау нескәлектәре тураһында һөйләне.
- Мин Ырымбур яғынан. Ҡурай менән тәүгә танышҡанда миңә 16 йәш ине. Шуныһы ғәжәйеп булды, беренсе тапҡырҙан уҡ өн сығара алдым. Ауылда өйрәтеүсе табылманы, шуға уйнау серҙәренә яйлап үҙемә төшөнөргә тура килде. Бер мәл һабантуйға барыу бәхете тейҙе. Унда Ырымбур ҡалаһының «Ҡаруанһарай» мәҙрәсәһе етәксеһе Салауат Аҡдәүләтов килгәйне. Мәктәп директорынан, мәктәбегеҙҙә ҡурайҙа уйнай белеүселәр бармы, тип һораған. Ул ҡурай менән әҙ-мәҙ булһа ла таныш булған минең исемде әйткән. Салауат ағайҙың тәҡдиме буйынса Салауат музыка училищеһы студенты булып киттем. Ә тәүге остазым тип ҡурайсы Иҙел Хәлимовты иҫәпләйем, - тине Вәсил Булат улы.
Вәсил Темиров, «Юлдаш» ансамбле йыйылыусыларға үҙ сығыштарын бүләк итте. «Ғилмияза» йырының легендаһын тыңлау, ҡурайҙың нисек килеп сығыуы, уның төрҙәре тураһында ентекле мәғлүмәт алыу, ҡурай эшләү буйынса видео ҡарау балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Республикабыҙҙы данлаған билдәле ҡурайсылар тураһында ла белде улар. Ә сараның иң сағыу нөктәһе ул, моғайын, Вәсил Булат улының балалар алдында ысын ҡурай үләненән ҡурай эшләүе булғандыр. Уның һәр хәрәкәтен балалар тын да алмай күҙәтте. Һуңынан эшләнгән ҡурайҙа уйнап та ебәргәс, малай һәм ҡыҙҙар бөтөнләй хайран ҡалды. Сарала иң оҡшағаны нимә булды, тип һорағас, балалар бер тауыштан ҡурай эшләүҙе ҡарау, тип яуап бирҙеләр.
Уҡыусылар ҡурайсыға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Вәсил Темиров улы Айратта ла ҡурайға һөйөү уятҡан. Айрат быйыл Салауат балалар музыка мәктәбен тамамлай, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә иҫәп тота.
«Мираҫ» сәнғәт һәм мәҙәниәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов та сығыш яһаны.
- Бик фәһемле, файҙалы осрашыу булды. Балалар һөйләгәндәрегеҙҙе ҡыҙыҡһынып тыңланы. Күп мәғлүмәт туплағандарҙыр, тип уйлайым, - тине ул.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: