Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Апрель 2022, 09:13

Әсәйем - берҙән-берем!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһының Салауат ҡалаһындағы ата-әсәләр комитетының ойошторолоуына быйыл дүрт йыл тула. Ошо арауыҡ эсендә комитет «Аҡбуҙат» ойошмаһы менән берлектә башҡорт телен һаҡлау, пропагандалау буйынса күп кенә эштәр башҡарҙы, ыңғай һөҙөмтәләргә иреште.

Әсәйем - берҙән-берем!
Әсәйем - берҙән-берем!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһының Салауат ҡалаһындағы ата-әсәләр комитетының ойошторолоуына быйыл дүрт йыл тула. Ошо арауыҡ эсендә комитет «Аҡбуҙат» ойошмаһы менән берлектә башҡорт телен һаҡлау, пропагандалау буйынса күп кенә эштәр башҡарҙы, ыңғай һөҙөмтәләргә иреште.

Башҡорт телен өйрәнеүгә, уҡытыуға ҡағылышлы етди мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән тыш, улар балалар менән дә төрлө конкурстар, саралар ойоштора. Әйтәйек, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап «Илем, телем, һаҡсыһы -
атайым» тип исемләнгән байрам үткәрһәләр, күптән түгел «Әсәйем - берҙән-берем» бәйгеһе уҙғарылды. Был конкурста балалар ғәзиз әсәйҙәренә булған һөйөү, һоҡланыу хистәрен шиғыр аша еткерҙе. Яңыраҡ сараға
йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе ҡотлау башҡорт дәүләт драма театрында үтте. Кисәне 55-се балалар баҡсаһының башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреү төркөмө тәрбиәләнеүселәре «Әсәй менән гөл ултырттыҡ» йыры менән асып ебәрҙе. Салауат ҡалаһы музыка колледжының «Ҡурай» бүлеге уҡытыусыһы, ҡурайсы Булат Булгаков сараны музыкаль яҡтан биҙәне, ҡурай моңдарын бүләк итте.

- Бәйгелә 2 йәштән алып 11-се класс уҡыусыларына тиклем барлығы 48 бала ҡатнашты. Конкурс онлайн форматта үтте, балалар йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, биш төркөмгә бүленеп шиғыр һөйләү оҫталығын күрһәтте. Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы. Һәр бала әсәйҙәренә булған хистәрен еткерергә тырышты. Тәү сиратта, балаларҙың башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеүенә, интонация менән һөйләүенә иғтибар бирелде. Беренсе урын алыусылар шиғырҙарын тамашасыларға һөйләп ишеттерҙе. Еңеүселәр дипломдар, бүләктәр, драма театрынан спектаклгә саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләнде. Әлбиттә, һәр эш, башланғыс берҙәмлекте талап итә. Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры Айбулат Ҡотошов, театр коллективы, «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев һәм ойошма ағзалары, «Яугир»
ойошмаһы ағзаһы, шәхси эшҡыуар Нәфис Ирғәлин, комитет ағзалары конкурсты ойошторорға ярҙам итте. Улар - беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ. Һәр ваҡыт шулай берҙәм, татыу булып ҡалайыҡ, - ти Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары, 55-се балалар баҡсаһының башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреү төркөмө тәрбиәсеһе Әлфиә Әбүбәкерова.
- Сараның төп маҡсаты, әлбиттә, башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятыу. Бынан тыш, бындай осрашыуҙар балаларына башҡорт телендә тәрбиә биргән ата-әсәләрҙе төркөмөбөҙгә туплауҙың бер юлы булып тора, - ти комитет рәйесе Фәнүр Байрамғолов.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: