Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Апрель 2022, 12:33

Һәләттәре һоҡланырлыҡ

Ҡалала сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төрлө саралар даими уҙғарыла. Уҙған шәмбе шундайҙарҙың береһе - Балалар сәнғәт мәктәбендә «Ижадтары сикһеҙ» тип аталған дүртенсе күргәҙмә ойошторолдо.

Һәләттәре һоҡланырлыҡ
Һәләттәре һоҡланырлыҡ

Ҡалала сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төрлө саралар даими уҙғарыла. Уҙған шәмбе шундайҙарҙың береһе - Балалар сәнғәт мәктәбендә «Ижадтары сикһеҙ» тип аталған дүртенсе күргәҙмә ойошторолдо.

Сарала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов ҡатнашты.

- Һаулыҡ яғынан проблемалары булған балалар ҡалала иғтибарҙан ситтә ҡалғаны юҡ. Уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Фестиваль, конкурстар ҙа үткәрелә. Шуныһы ҡыуаныслы, «Ижадтары сикһеҙ» күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Эштәрҙең төрлөлөгө, юғары кимәлдә башҡарылыуы хайран ҡалдыра. Балалар талантлы, яҙмыш һынауҙарына дусар булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар тормош матурлығын күрә белә, ихлас күңелдән башҡарылған эштәр ҙә шул турала һөйләй. Балалар менән бер рәттән педагогтарҙың хеҙмәтен билдәләү ҙә бик яҡшы, сөнки
улар ҡатнашлығынан тыш бындай һөҙөмтәгә ирешеп булмаҫ ине, - тине Олеся Арестова.
Ҡотлауҙарға мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов та ҡушылды.
- Балалар сәнғәт мәктәбенең бындай күргәҙмәләрҙе уҙғарыу өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар. Бөгөн бында шундай йылы мөхит һиҙелә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, быйыл күргәҙмәлә балалар менән бер рәттән өлкәндәр ҙә ҡатнаша - беҙгә психоневрология интернатының йәштәре ҡушылды. Күргәҙмә талантыңды, һәләтеңде башҡаларға ла күрһәтеү мөмкинлеге булып тора. Педагогтарға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ балалар менән бөтә күңелегеҙҙе һалып шөғөлләнәһегеҙ, һәләттәрен асаһығыҙ. Күргәҙмә киләсәктәлә дауам итһен ине, - тине Сергей Юрьевич.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы туплаған «Әсә йөрәге» йәмәғәт ойошмаһын йәш, дәртле, моратына ирешеүсән Мария Дорофеева етәкләй.

- Был күргәҙмә дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Маҡсаты бер - инвалид балаларға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, улар ҙа, башҡа балалар кеүек талантлы, үҙ ҡулдары менән төрлө нәмәләр ижад итергә һәләтле
булыуы тураһында һөйләү. Ижад - ул сирле балаларҙы реабилитациялауҙың, дауалауҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Быйылғы күргәҙмә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналды. Әммә, темалар сикләнмәй, сөнки балаларҙы бер йүнәлештә генә эшләргә мәжбүр итеү мөмкин түгел. Быйыл йәмғеһе 107 кеше ҡатнашты, 128 эш күргәҙмәне тулыландырҙы. Конкурс шарттарына ярашлы, бер кеше иң күбе өс эш тәҡдим итә ала ине. Балалар сәнғәт мәктәбе, һәр ваҡыттағыса, беҙҙе ихлас йөҙ менән ҡаршы  алды. Уларға беҙҙең менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Педагогтар балаларыбыҙ менән шөғөлләнә, уларҙың һәләтен күрә, аса белә. Бөгөн күргәҙмәлә ҡатнашҡан һәр эштең авторын айырым билдәләйәсәкбеҙ, сөнки был уларҙы дәртләндерә, артабанғы эштәргә илһамландыра, - ти ойошма рәйесе.
Байрам кәйефе фойенан уҡ һиҙелә ине. Бер урында пластилин менән эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙа, икенсе урында аквагримға сират теҙелгән, ә кемдер ҡом студияһында шөғөлләнә.
- Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән күптән эшләйбеҙ. Улар беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менәншөғөлләнә. Ҡайтып киткәндә һәр ваҡыт, ҡасан тағы киләбеҙ, тип һорайҙар. Ябай ғына ҡомдан иҫ киткес картиналар хасил була. Был баланы тынысландыра, иғтибарын арттыра, фантазияһын үҫтерә, - ти балалар сәнғәт мәктәбенең скульптура буйынса педагогы Елена Фазылова.
Оҫталыҡ дәрестәрен уҡытыу-методика үҙәге методисы Ирина Гулина үткәрҙе, ә аквагримды балаларға сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һалды. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжынан  ирекмән-студенттар бөтә нәмәлә лә ярҙам итте.

Быйыл күргәҙмәгә 1-се, 9-сы, 33-сө, 59-сы балалар баҡсалары, 15-се, коррекцион мәктәп, Балалар сәнғәт мәктәбе, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәге», Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы, Салауат психоневрология интернаты үҙ эштәрен тәҡдим итте, ғаилә һәм коллектив менән башҡарылғандары ла бар ине. Эштәрҙән күҙҙәр ҡамаша: аппликация, сәйләндән картиналар, гуашь, акварель менән төшөрөлгән һүрәттәр, тоҙло ҡамырҙан композициялар, ғөмүмән, фантазияларға иҫ китерлек. Һәр ҡатнашыусы диплом һәм бүләктәр менән билдәләнде. Байрамды ойоштороусыларҙың барыһына ла: балалар сәнғәт мәктәбе коллективына, ирекмәндәргә, уҡытыу-методик үҙәгенә, ойоштороусыларға рәхмәт белдерелде. Салауат музыка колледжы студенттарының музыкаль номерҙары байрамға йәм өҫтәне.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: