газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Апрель 2022, 17:20

Күңел матурлығы аша тыуған гүзәллек

Салауатта традицион “Һылыуҡай” гүзәллек конкурсы үтте

Күңел матурлығы аша тыуған гүзәллек
Күңел матурлығы аша тыуған гүзәллек

Салауатта традицион “Һылыуҡай” гүзәллек конкурсы үтте

31 мартта “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә гүзәллеккә, матурлыҡҡа сорналған, тыуған төйәккә, туған телебеҙгә һәм мәҙәниәткә һөйөү менән һуғарылған яҙғы байрамдарҙың береһе - “Һылыуҡай” ҡала конкурсының финалы уҙҙы. Бәйге 2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы икәнен иҫәпкә алып ойошторолдо.

“Һылыуҡай” бәйгеһенең финалы һылыуҡайҙарҙың милли костюмдарҙа матур башҡорт бейеүен башҡарыуынан башланды. Һуңынан гүзәлкәйҙәр үҙҙәре менән таныштырҙы. Уларҙың һәр береһе ғаиләһе, ҡаҙаныштары, һәләттәре, донъяға ҡараштары тураһында башҡорт телендә һөйләп сыҡты.
Бынан һуң ижади номерҙар бәйгеһе уҙҙы. Конкурста ҡатнашыусылар матур сығыштар әҙерләгәйне, кемдер йырланы, кемдер бейене, шиғыр һөйләүселәр һәм музыкаль инструменттарҙа уйнаусылар ҙа булды, ҡыҙҙар һылыу, һомғол буйлы ғына түгел, аҡыллы, һәләтле, маҡсатлы, йырға маһир, бейеүгә оҫта булыуын иҫбатланы. Һылыуҡайҙарҙың һәр береһенең сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Гүзәллек бәйгеһенең киләһе этаптарында ҡыҙҙар дефиле күрһәтте. Улар тәүҙә Кристина Сисенбаеваның еүеш кейеҙ баҫыу алымын ҡулланып эшләгән үҙенсәлекле костюмдарын, йәғни жилеттарын, итәктәрен, сарафандарын һәм эшләпәләрен кейеп сыҡты. Киләһе дефиле - яҙғы-йәйге коллекцияға арналды. Матур булыу өсөн заман ҡыҙы, һис һүҙһеҙ, әлеге ваҡыт менән бергә атларға һәм модалағы һуңғы йүнәлештәргә эйәрергә тейешлеген дәлилләне.
Байрам кисәһен ҡаланың ижади коллективтарының һәм баш ҡаланан саҡырылған ҡунаҡтарҙың сығыштары ла биҙәне. “Белая река” өлгөлө хореография студияһы бейеүселәре “Ҡарға-туй” һәм “Беләҙектәр” тигән сағыу бейеүҙәрҙе башҡарҙы. «Адажио» заманса эстрада бейеүҙәре ансамбленең йәш артистары “Башҡорт балы” һәм “Ҡырағай бейеүҙәр” тигән номерҙары менән сараға йәм индерҙе. Тамашасыларҙы Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Наҙгөл Иҫәнбаеваның, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артискаһы Нәркәс Йомағужинаның, шулай Салауат театры артистары Йәнгүзәл Халиҡова, Револь Ғималовтың сығыштары шатландырҙы. “Һылыуҡай” бәйгеһенә махсус ҡунаҡтар - Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Тимур Рамаҙанов һәм “Бүреләр” төркөмө лидеры, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Илшат Абдуллин саҡырылғайны. Улар ҙа салауаттарға үҙҙәренең билдәле йырҙарын бүләк итте.
Кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле килеп тә етте. Салауат ҡалаһының гүзәлдәрҙән гүзәл, һылыуҙарҙан һылыу ҡыҙҙары көслө алҡыштар аҫтында сәхнәгә сығып теҙелде. Махсус бүләктәр, номинациялар һәм урындар менән бүләкләү башланды. Ҡаланың “Выбор” гәзите социаль селтәрҙә үҙенең төркөмөндә һылыуҡайҙар өсөн уҙғарған тауыш биреүҙә еңеүҙе яулап, “Интернет һылыуы” исеменә Илина Бәширова лайыҡ булды. “Һомғол һылыу” номинацияһы менән шулай уҡ Илина Бәширова, “Һөйкөмлө һылыу” номинацияһы менән Гөлназ Мәхийәнова, “Оҫта һылыу” номинацияһы менән Айлина Абдуллина билдәләнде.
Тамашасыларҙы һәм баһалама ағзаларын үҙенең йыр-моңға һәләтле булыуы менән таң ҡалдырған Регина Вәлитова өсөнсө урын алды. Тағы ла бер ижади гүзәлкәй, флейтала уйнаусы Руфина Мортазинаға икенсе урын бирелде. Башҡорт мәҙәниәте, туған теле менән рухланып йәшәүсе Дилара Хәсәнова беренсе урын яуланы.
- “Һылыуҡай” бәйгеһе ҡала кимәлендә быйыл унынсы тапҡыр уҙғарыла. Бәйгенең төп маҡсаты, әлбиттә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығын, рухи байлығын, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалау һәм туған башҡорт телебеҙҙе үҫтереү. Беҙҙең һылыуҡайҙарыбыҙ ике аҙна буйына әҙерләнеп, бөгөн беҙгә ошондай матур финал күрһәтте. Конкурста ҡатнашыусы һәр ҡыҙ гран-приға лайыҡ, тип уйлайым, - тине мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе, жюри ағзаһы Алина Сәлихова.
- Бөгөн беҙҙең мәҙәниәт һарайында шундай матур, күркәм байрам. Сәхнәләге ҡыҙҙарҙың барыһын да еңеүсе тип һанарға була. Ни өсөн тигәндә улар үҙҙәренең ҡыйыулыҡтарын туплап беҙҙең халҡыбыҙҙан һәм ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған алтын мираҫыбыҙҙы бөгөнгө сәхнәлә күрһәттеләр. Афарин, ҡыҙҙар, - тине балалар музыка мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы, жюри ағзаһы Вәсил Темиров.
Бөтәһе лә ҡала кимәлендәге гүзәллек бәйгеһенең кульминацион мәлен - “Һылыуҡай” конкурсы еңеүсеһе тажын кем кейер тип ҡыҙыҡһынып көттө. Бының өсөн сәхнә түренә 2021 йылда “Һылыуҡай” бәйгеһе еңеүсеһе исемен яулаған Азалия Алламоратова һәм мәҙәниәт бүлеге ачальнигы Сергей Филатов күтәрелде. Шулай итеп, 2022 йылдың “Һылыуҡай” ҡала конкурсының Гран-приһына Альбина Аллаярова лайыҡ тип иғлан ителде. Зал көслө алҡыштарға күмелде.

Альбина Аллаярова, 2022 йылдағы “Һылыуҡай” ҡала конкурсының еңеүсеһе 2019 йылда ла бәйгелә ҡатнашҡан. Әлеге ваҡытта ул 36-сы балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.
- “Һылыуҡай” конкурсы тажын һәм титулын яулау бик почетлы. Мин уға ынтылдым. Бүләкләү ваҡытында еңелсә шок кисерҙем, оҙаҡ ҡына үҙем менән нимә булғанын аңлай алманым. Еңеүгә ирешә аламмы, тип уйланыммы? Әлбиттә! Шулай килеп сығыуына мин бик шат.
2019 йылда мин конкурста ҡатнашҡайным, унда өсөнсө урын алдым, шуға күрә тағы бер тапҡыр үҙ көсөмдө һанап ҡарарға булдым. Бынан тыш, яңы хис-тойғолар артынан да килдем бәйгегә. Ысынын әйткәндә, мин репетицияларҙы, сәхнәне, ижади процесты һағындым. Алдан да конкурста ҡатнашыуым ярҙам иткәндер, тип уйлайым, сөнки тәжрибә бар һәм мин үҙемде сәхнәлә ышаныслыраҡ тойҙом. Финалға тиклем ҙур әҙерлекте үттек, һәр көн тиерлек репетициялар барҙы. Минең ижади номерым - монолог, уның аша мин үҙемдең артислыҡ һәләтемде, үҙемде сәхнәлә тота, хис-тойғоларымды еткерә белеүемде күрһәтергә тырыштым. Үҙемдең бурыстарҙы үтәп сыға алғанмындыр, тип уйлайым.

“Һомғол һылыу” - Илина Бәширова
“Һөйкөмлө һылыу” - Гөлназ Мәхийәнова
“Оҫта һылыу” - Айлина Абдуллина

1-се урын - Дилара Хәсәнова
2-се урын - Руфина Мортазина
3-сө урын - Регина Валитова

Алена Бизикина фотолары

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: