газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель 2022, 14:52

Яҙ кәйефе бүләк итте был тантана

24 мартта симфониялар һәм сонаталар, йәнле классик һәм заманса музыка, ижад һәм илһам һарайында - Салауат музыка колледжында Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы концерт үтте.

Яҙ кәйефе бүләк итте был тантана
Яҙ кәйефе бүләк итте был тантана

Йыл һайын 25 мартта сәнғәт эшмәкәрҙәре Рәсәй президенты указы менән 2008 йылда булдырылған һөнәри байрамдарын билдәләй. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - ул тамашасыларға талант, энергия, яҡшылыҡҡа, шатлыҡҡа һәм илһамға ышаныу бүләк итеүсе кешеләр. Һәм был көндә барлыҡ ҡотлауҙар тик улар өсөн яңғыраны!
Сәләмләү һүҙе менән Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов сығыш яһаны:
- Мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре - сағыу, ижади, дәртле, креатив кешеләр, улар беҙҙең менән үҙҙәренең энергияһы менән уртаҡлаша һәм ижади башланғысы менән илһамландыра. Салауат музыканттары, актерҙар, рәссамдар, скульпторҙар һәм башҡа мәҙәниәт вәкилдәре республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа ҡалабыҙҙың данын лайыҡлы яҡлай. Мәҙәниәтте үлсәп булмай, уның менән илһамланырға мөмкин, уны тойорға кәрәк. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән беҙҙең ғауғаларҙан ял итеү, проблемалар хаҡында онотоу мөмкинлегебеҙ бар. Үҙенсәлегегеҙҙе юғалтмағыҙ һәм йолаларҙы дауам итегеҙ. Һеҙгә уй-фекерҙәрегеҙҙең тормошҡа ашырыуын, рәхмәтле тамашасылар, ижади уңыштар, көс һәм илһам теләйем!
Шулай уҡ ҡотлауҙарға ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов та ҡушылды:
- Салауатта һеҙҙең ярҙамығыҙ менән бик күп талантлы проекттар ғәмәлгә ашырыла, сағыу һәм матур концерттар үткәрелә. Мин барыһын да ҡотлайым! Күңел күтәренкелеге, иртәгәһе көнгә ышаныс, яҡшы кәйеф теләйем!
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн актерҙар һәм йырсылар, музыка һәм художество сәнғәте уҡытыусылары, китапханасылар һәм ансамблдәр, оркестрҙар етәкселәре һәм башҡа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан, ҡала хакимиәтенән һәм мәҙәниәт бүлегенән маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары һәм сәскә гөлләмәләре менән бүләкләнде.
Тантанала ҡатнашыусылар өсөн сәхнәлә талантлы студенттар, педагогтар һәм музыка колледжы ансамблдәре сығыш яһаны. Уларҙы ҡунаҡтар дәррәү алҡыштар һәм йылмайыу менән ҡаршы алды.
- Сәнғәт кешеләре һөнәргә награда, маҡтау йәки финанс тотороҡлоғо өсөн түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса килә. Мин театрҙа 12-се йыл эшләйем. Хеҙмәтеңде күреүҙәре һәм баһалауҙары бик ҡыуаныслы! - ти Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.
Байрам программаһы тамамланғандан һуң Салауаттың сәнғәт эшмәкәрҙәре оҙаҡ таралышырға ашыҡманы, тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм иҫтәлеккә матур фотоға төштө. Байрам уңышлы үтте!


Эльвира Рәхимова фотолары.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: