Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2022, 14:00

Йәмдән туҡылған донъя

Салауатта йыл һайын уҙғарылып килгән “Донъя буйлап ҡурсаҡ менән” конкурсы үтте. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы һәм Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылдарына арналды.

Йәмдән туҡылған донъя
Йәмдән туҡылған донъя

Салауатта йыл һайын уҙғарылып килгән “Донъя буйлап ҡурсаҡ менән” конкурсы үтте. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы һәм Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылдарына арналды.

“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә ойошторолған сара ысын мәғәнәһендә ҡурсаҡ байрамына әүерелде. Унда иң талантлы ҡурсаҡ оҫталары йыйылды. Улар өсөн ҡурсаҡ ябай уйынсыҡ ҡына түгел, ә үҙҙәренең фантазияларын, яратҡан шөғөлдәрен тормошҡа ашырыу ысулы ла. Мәҙәниәт һарайының күргәҙмәләр залы төрлө геройҙар менән тулғайны. Бында полимер балсыҡтан статуэткаларҙы ла, спектаклдәр өсөн яһалған ҙур ҡурсаҡтарҙы ла, бәпәйҙәргә оҡшаған ҡурсаҡтарҙы ла, күптәргә бала саҡтарынан таныш булған әкиәт персонаждарын да күрергә була ине.
Конкурстың ойоштороусылары булып Салауат ҡала хакимиәте һәм “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге тора. Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар “Традицион ҡурсаҡ”, “Заманса ҡурсаҡ”, “Ҡурсаҡ-персонаж”, “Яратҡан уйынсыҡ”, “Бәхетле ғаилә”, “Күп милләтле Рәсәй”, “Ҡурсаҡ-һөнәр”, “Салаваточка” ҡурсаҡ композицияһы” номинацияларында еңеүсе булыу өсөн көс һынашты. Эштәрҙе ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең методика кабинеты мөдире Альбина Фәхретдинованан, “Ағиҙел” мәҙәни-ял үәҙегә директоры Рауил Хәкимовтан һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вера Крваченконан торған жюри баһаланы.
18-се мәктәптә эшләүсе Ольга Жмыркинаның миниатюр эштәрҙән торған коллекцияһы милли стилдә яһалған.
- Миңә һәр ваҡыт стуэткалар оҡшай торғайны. Полимер балсыҡ бүләк иткәс, мин баҡа эшләп ҡарарға булдым, килеп сыҡты, һуңынан кешеләр фигураларын әүәләй башланым. Тәүге ҡурсаҡтарымдың береһе башҡорт һылыуҡайы булды, уның менән Салауат исеменән Өфөлә “Туристик сувенирҙар” республика конкурсында ла сығыш яһаным һәм хатта финалға сыҡтым. Образды тыуҙырыуға башҡорт теле уҡыутыусылары ярҙам итте, - тип һөйләй Ольга Жмыркина.
Ә был күргәҙмәгә ул рус, башҡорт һәм башҡа милләт вәкилдәре ҡурсаҡтарын тәҡдим итте.
Конкурста ҡатнашыусы Светлана Мягких үҙе менән әкиәт геройҙарын алып килгәйне.
- Ҡурсаҡты нисек эшләү тураһында журналдан уҡып белдем, һуңынан интернеттан оҫталыҡ дәрестәре ҡарай башланым. Шулай ҡыҙыҡһынып киттем. Экспозицияға бүләк өсөн яһалған эштәремде килтерҙем. Конкурста беренсегә ҡатнашмайым, хатта еңеүсе лә булдым. Беҙҙең ҡалала талантлы кешеләр күп, уларҙың хеҙмәт емештәрен күреп күңел шатлана, - ти Светлана.
Салауатта йәшәүсе Людмила реборн ҡурсаҡтарын яһау менән 2019 йыл аҙаҡтарында мауығып китә. Үҙенең эштәрен ул беренсе тапҡыр күрһәтә.
- Реборн инглиз теленән тәржемә итһәң, “ҡабаттан тыуған” тигәнде аңлата, йәғни ысын сабыйҙың имитацияһы был. Уны яһау өсөн кәүҙәнең, баштың, ҡулдың, аҡтарҙың винил әҙерләмәләренә, шулай уҡ кәзә мамығынан сәстәргә, күҙҙәргә заказ бирәм. Винилды бер нисә ҡат буяйым, һуңынан уның тәнендәге веналары, капиллярҙарына тиклем төшөрөп, сәстәрен тегеп һәм башҡа эштәрен башҡарып сығам. Бер ҡурсаҡҡа бер, ай ярым тирәһе ваҡыт китә, - ти ул.
18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лиана Нәжметдинова күргәҙмәлә етенсе йыл рәттән ҡатнаша, ә ҡурсаҡтар яһау менән туғыҙ йыл мауыға.
- Мин бәләкәй саҡта яратып ҡараған совет мультфильмдарының геройҙарын яһайым. Эш өсөн һәр төрлө материалдар ҡулланам. Идеялар ҙа ҡапыл килә. Ҡайһы бер эштәр тиҙ башҡарыла, ҡайһылар оҙаҡ “тыуа”. Әйткәндәй, минең ҡурсаҡтарым минең эшемдә лә ярҙам итә, мин 18-се коррекцион балалар баҡсаһында эшләйем, бындай персонаждар тәрбиәүи йәһәттән файҙалы, - ти ул.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: