газета "Салауат"
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Март 2022, 16:35

Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя...

Яҙ, ҡатын-ҡыҙ кеүек үк, тормош башланыуҙы символлаштыра. Ул яңы өмөттәр һәм хыялдар, илһам һәм, әлбиттә, мөхәббәт менән һуғарылған. 4 мартта «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә яҙҙың тәүге байрамы алдынан Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ҙур концерт ойошторолдо.

Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя...
Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя...

Концерт башланыр алдынан тантананың гүзәл заттары өсөн гранд-холда фэшн-күрһәтеү ойошторолдо, унда Салауат оҫталары үҙҙәренең кейем коллекциялары, баш кейемдәре һәм аксессуарҙар менән таныштырҙы. Ҡунаҡтарҙың дәррәү алҡыштарына ҡарағанда, дефиле уларға бик оҡшаны, сөнки һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн ифрат матур һәм стилле булыу мөһим. Бынан тыш, барлыҡ теләүселәр «Яҙға ҡаршы» махсус арт-фотозонаһында фотоға төшә алды.

Байрамдың беренсе өлөшөнән һуң бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы концерт залына саҡырҙылар. Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рундау ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны.

Артабан тантаналы шарттарҙа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн айырылып торған төрлө һөнәр эйәләрен - уҡытыусыларҙы һәм табиптарҙы, завод һәм предприятие хеҙмәткәрҙәрен, муниципаль ойошмалар һәм ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр. Уларға Почет грамоталары, рәхмәт хаттары, түшкә таға торған билдәләр һәм ләлә сәскәләренең һоҡланғыс гөлләмәләре тапшырылды.

Концерт программаһына ҡаланың иң яҡшы коллективтары һәм ансамблдәре, Салауат һәм Стәрлетамаҡ артистары йәлеп ителгәйне.

Тамашасылар ошо матур яҙ байрамы тураһында нимә уйлай икән? Ҡайһы бер гүзәл заттар тамашанан алған тәьҫораттары менән бүлешеп китте.

Ольга Игаева, 19-сы балалар баҡсаһы педагог-психологы:

- Ҡала хакимиәте эшмәкәрлегебеҙҙе һәм тырышлығыбыҙҙы баһалағаны өсөн бик рәхмәтлемен. Бөгөнгө концерт миңә бик оҡшаны, бөтәһе лә лайыҡлы булды! 8 март байрамын йыл да ғаиләм менән уҙғарам. Барлыҡ яҡындарымды байрам менән ҡотлайым!

Алина Рәхмәтуллина, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса идаралығының баш белгесе:

- 8 Март - үҙенсәлекле яҙ байрамы, уны бөтә ҡатын-ҡыҙҙар, бәлки, Яңы йылға ҡарағанда ла нығыраҡ яраталыр! Был көндө беҙ үҙебеҙҙе иң матур һәм кәрәкле итеп тоябыҙ! «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә иҫ киткес концерт булды. Наградаға бик шатмын, етәкселәргә ышаныс белдергәндәре һәм ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, әсәләрҙе һәм өләсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлайым! Барығыҙға ла изгелектәр теләйем!

Марианна Ғималетдинова, Салауат ҡалаһының уҡытыу-методика үҙәге методисы:

- Күкрәккә таға торған «Рәсәй Федерацияһының почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре» билдәһен алдым. 20 йылдан ашыу методист булып эшләйем. Байрам концерты мине бик илһамландырҙы! Сығыш яһаусыларҙың үҙҙәре лә ҡәнәғәтлек алғаны һиҙелә ине. Барыһы ла шундай шәп! Башҡарыусылар шул тиклем ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы! Шулай уҡ 8 мартты ҙур һәм татыу ғаиләбеҙ менән байрам итәбеҙ. Йыш ҡына йыйылышып ултырабыҙ, гитараға йырлайбыҙ, ҡайһы берҙә ҡыҙым ҡунаҡтар өсөн пианинола уйнай.

 

Эльвира Рәхимова фотоһы.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: