газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Март 2022, 16:46

Салауатта рус туйы йолаһы күрһәтелде

«Ағиҙел» мәҙәни-ял итеү үҙәгендә, бөтә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы үтәп, ысын рус туйын уҙғарҙылар.

Салауатта рус туйы йолаһы күрһәтелде
Салауатта рус туйы йолаһы күрһәтелде

 

Туй - күп йәштәр түҙемһеҙлек менән көткән ваҡиға. Уларҙың ниндәй фасон кейемен кейәсәген, макияждары һәм сәсе ниндәй буласағын ҡыҙҙар йыш ҡына алдан күҙаллай... Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә фараздар 21 быуатта үтәлергә тейеш.

Әммә элек Рәсәйҙә туй ниндәй булған? Был хаҡта Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә «Ағиҙел» мәҙәниәт үҙәгендә театрлаштырылған тамаша әҙерләп күрһәттеләр.

- Беҙҙең илдә 190-дан ашыу милләт вәкилдәре йәшәй, шуға күрә ай һайын уларҙың мәҙәниәтенә арналған ун көнлөктәр үткәрәсәкбеҙ. Ғинуарҙа башҡорттарҙың йолалары хаҡында һөйләнеләр. Февралдә Салауат юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарында белем алыусы студенттар һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн рус халҡының йолалары тураһында интерактив программа әҙерләргә ҡарар ителде. Атап әйткәндә, туй йолаһын күрһәтеү, - ти «Ағиҙел» үҙәге директоры Рауил Хәкимов.

Рәсәйҙә 17 йәшкә ҡыҙҙарҙың бирнәһе булғанын, йорт эштәрен алып барғанын, тегенгәнен һәм бәйләгәнен белә инегеҙме? Кәләш йәки кейәүҙе ата-әсәһе һайлаған. Буласаҡ ир менән ҡатындың һаулығына, шулай уҡ уларҙың эшләй белеүенә һәм хеҙмәт итеү теләгенә айырыуса иғтибар бүлгәндәр. Йәштәр үҙҙәре мөлкәт һәм байлыҡ тупларға тейеш тип иҫәпләнгән булған.

Тамашасыларға ҡоҙалау, кәләште һатып алыу, туй табынын һәм башҡа йолаларҙы күрһәтеп кенә ҡалманылар, улар туйҙа ҡатнашып, үҙҙәрен ҡунаҡ итеп тоя алды.

Студенттар артистар менән дә ихлас йырланы, әйлән-бәйлән уйнаны, уйындар уйнаны, тәм-том менән һыйланды һәм хәҙерге технологиялар ярҙамында, «йәш парҙар» һәм уларҙың туғандары менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Беренсе курс студенты Карина Хәйерова кәләш ырғытҡан гөлләмәне тотто. Был символик мәғәнәгә эйә тип иҫәпләй, сөнки бер йылдан кейәүгә сығырға ниәтләй.

- Байрам бик яҡшы килеп сыҡты! Мин күптән бындай сарала булғаным юҡ ине. Кәләштең гөлләмәһен тотоп, икмәк тәмләп ҡараным һәм ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ҡатнаштым! Мине, мосолман ҡыҙын, рус туйы йолалары ҡыҙыҡһындырҙы. Тантананы ла бөтә ҡағиҙәләргә ярашлы ойошторорға теләйем. Был бик күңелле! - тине ҡыҙ.

Тамашаны студент Милана Мостафина ла юғары баһаланы:

- Мин элек туйҙа булған йолаларҙы белмәй инем. Беҙ ваҡытты бик яҡшы үткәрҙек: бейенек, тәмле һыйҙан ауыҙ иттек! Байрам оҡшаны, тағы бер тапҡыр бында ҙур теләк менән килермен!

Матур сара дискотека менән тамамланды.

 

Эльвира Рәхимова фотоһы.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: