газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Февраль 2022, 10:10

“Арлекин” “Театраль Волга буйы” фестивалендә

“Театраль Волга буйы” фестивале - Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы булдырылған проект. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Тетар йылы сиктәрендә старт алды һәм йыл һайын уҙғарылып килә. Конкурс йәштәр һәм балалар театр коллективтары өсөн ойошторола. Фестиваль Волга буйы федераль округының 14 субъектынан 28 коллективты берләштерәсәк. Башҡортостандан фестиваль финалына ике коллектив - Салауат ҡалаһынан “Арлекин” балалар өлгөлө театр студияһы һәм Башҡорт дәүләт университетының “Осҡон” студенттар театры үтте. Ошо аҙнала “Арлекин” театр студияһы етәксеһе, артистарының тамашасылар менән осрашыуы үтте. Унда Республика халыҡтар ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмырҙина ҡатнашты.

“Арлекин” “Театраль Волга буйы” фестивалендә
“Арлекин” “Театраль Волга буйы” фестивалендә

“Театраль Волга буйы” фестивале - Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы булдырылған проект. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Тетар йылы сиктәрендә старт алды һәм йыл һайын уҙғарылып килә. Конкурс йәштәр һәм балалар театр коллективтары өсөн ойошторола. Фестиваль Волга буйы федераль округының 14 субъектынан 28 коллективты берләштерәсәк. Башҡортостандан фестиваль финалына ике коллектив - Салауат ҡалаһынан “Арлекин” балалар өлгөлө театр студияһы һәм Башҡорт дәүләт университетының “Осҡон” студенттар театры үтте.
Ошо аҙнала “Арлекин” театр студияһы етәксеһе, артистарының тамашасылар менән осрашыуы үтте. Унда Республика халыҡтар ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмырҙина ҡатнашты.

- Ике йыл рәттән беҙ “Театраль Волга буйы” фестивалендә призлы урындар яуланыҡ, береһендә “Пауза” балалар театры беренсе, унан һуң “Браво” өлгөлө йәштәр театры өсөнсө урын алды. Быйыл да беҙҙең театрҙар призлы урынға сығыр тип өмөт итәбеҙ. Төбәк этабында “Арлекин” театр студияһының “Өс таған” спектакле еңеү яуланы, ул республиканың балалар театрҙары араһында иң яҡшыһы, - тип билдәләп үтте Тәнзилә Ҡалмырҙина.
Фестивалгә театр сәнғәтенең төрлө жанрҙары буйынса спектаклдәр тәҡдим ителгән. Беҙҙең ҡаланың “Арлекин” студияһы иһә Мостай Кәримдең “Өс таған” повесы буйынса ҡуйылған спектакль менән ҡатнаша.
- Спектакль ике ваҡиғаға - Мостай Кәримдең һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап ҡуйылды. “Арлекин” 2014 йылдан эшләп килә. Былтыр беҙҙә шөғөлләнгән бер ҡыҙ Казан театр училищеһына уҡырға инде, әле лә киләсәктә ошо йүнәлеште һайларға теләүсе тәрбиәләнеүселәребеҙ бар. “Өс таған” спектаклен күптәр күргәндер, ул балаларҙың тормошҡа ҡарашының үҙгәреүенә булышлыҡ итә, - тип һөйләй “Арлекин” балалар өлгөлө театр студияһы етәксеһе Радик Ғәлиуллин.
Осрашыуҙа спектаклдең төп ролдәрен башҡарыусы йәш артистар ҡатнашты. Алан Шаменов Вәзирҙе, Дмитрий Сафронов Ғабдулланы, Назар Әхмәҙиев Айҙарҙы һәм Артем Мизгулин Яҡупты уйнай.
- Спектаклде ҡуйыу ваҡыты бик ҡыҫҡа ине, шулай ҙа бер ай эсендә беҙ уны сәхнәгә сығарҙыҡ. Репетиция ваҡытында мин әҙ генә үҙ көсөмдө иҫәпләп бөтмәй, Аландың сикәһенә ысынлап һуҡтым, бик уңайһыҙ хәл булды, - тип иҫкә ала Дмитрий Сафронов.
- Мин хулиган малай ролен уйнаным, был образ миңә еңел бирелде, сөнки бар малайҙарҙа ла был сифат барҙыр, - ти Алан Шаменов.
- Минең персонаж - Яҡуп, уны һәр ваҡыт әсәһе яҡлап, ҡарап йөрөтә, бының өсөн уны башҡалар бик яратып бөтмәй. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, уны “Өс таған” отрядына алалар һәм ул дуҫтары кеүек ҡыйыу булыу өсөн үҙ өҫтөндә эшләй башлай, күҙ алдында үҙгәрә бара. Һуңынан ул ихтирам яулай, - тип бүлешә үҙенең образы хаҡында Артем Мизгулин.
- Айҙар ябай ауыл малайы һәм үҙенең тиҫтерҙәре кеүек ниндәй ҙә булһа батырлыҡ башҡарырға хыяллана. Һәм был уларҙың килеп сыға, улар күлде, тауҙы терелтә. Айҙар роле миңә оҡшаны, - тип спектаклдән тәьҫораттары менән бүлешә Назар Әхмәҙиев.
- Мин тәүҙә әҫәрҙең милли, ә спектаклдә уйнаусыларҙың рус телле булыуы өсөн бик хафаландым, - ти Радик Ғәлиуллин. - Әммә тәүге репетициянан һуң уҡ балаларҙың үҙ ролдәрен ҡыҙыҡһыныу менән уйнай башлауҙарын күреп, яҡшы спектакль килеп сығасағына ышандым. Был фестивалдә лә беҙҙең спектакль шатландырыр һәм һоҡландырыр тип уйлайым.
Уның билдәләүенсә, кемгә ниндәй роль бирелеүен билдәләү ауыр булмаған, сөнки балаларҙың характерын режиссер яҡшы белә.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе, йәш артистарға мөрәжәғәт итеп, был спектаклдән һуң уларҙа ниндәй батырлыҡтар атҡарыу теләге тыуған, тигән һорау бирҙе. “Арлекин” студияһы тәрбиәләнеүселәре әҫәр уларға тормошҡа ҡараштарын үҙгәртеүгә булышлыҡ иткән, ә батырлыҡҡа килгәндә, тирә-яҡтағыларға изгелек эшләү - үҙе батырлыҡ тип иҫәпләй.
Студия етәксеһе булараҡ Радик Ғәлиуллин театр сәнғәте меннә шөғөллөнеүгә балаларҙы һайлап алғанда ниндәй сифаттарына иғтибар итә икән?
- Иң мөһиме баланың театр студияһында шөғөллөнеү теләге булырға тейеш. Талант та ҙур әһәмиәткә эйә түгел, бында ябай балалар килә һәм унда ни тиклем теләк булһа, шул тиклем улар үҙҙәрен аса ала. Мин балаларға улар алырға теләгән нимәне генә бирә алам, - ти Радик Наил улы.
“Театраль Волга буйы” проекты өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. 2021 йылдан алып Удмурт Республикаһы фестиваль уҙғарыуҙың төп майҙансығы булып тора. 27 мартта Ижевскиҙа Бөтә донъя театр көнө билдәләнгәндә округ фестиваленең лауреттары исемдәре билдәләнәсәк. Онлайн-трансляция барышында һәр төбәк үҙ ҡарарын, йәғни кем өсөн тауыш биреүен әйтәсәк. Балдар иҫпәләнгәс, “Иң яҡшы йәштәр спектакле”, “Иң яҡшы балалар спектакле”, “Иң яҡшы режиссер эше”, “Иң яҡшы актер”, “Иң яҡшы актриса” номинацияларында еңеүселәр асыҡланасаҡ. Спектаклдәрҙең видео версияһы театральноеприволжье.рф сайтында ҡуйылған, уны һәр кем ҡарай ала.
- Республиканың 36 йәштәр һәм балалар театрҙары араһынан “Арлекин” балалар өлгөлө театры төбәк этабында һайлап алынды. Хәҙер ул Волга буйы округы фестивалендә 28 театр араһында һынау тота. Әлеге ваҡытта рейтинг тауыш биреү бара, махсус жюри фестивалдә ҡатнашыусы барлыҡ театрҙарҙың спектаклдәрен ҡарап сыға, үҙ һығымтаһын яһай һәм ҡарарҙы Ижевскиға ебәрә. 27 мартта тура эфир барышында тауыш биреү һөҙөмтәләре иғлан ителәсәк. Һуңынан призлы урындар алған иң яҡшы өс коллектив Ижевскиға саҡырылып бүләкләнәсәк, - ти Тәнзилә Ҡалмырҙина.
Әйткәндәй, округ фестиваленең йомғаҡлау этабында еңеүсе балалар һәм йәштәр театрҙары яңы спектакль ҡуйыу өсөн гранттар аласаҡ, 1-се урын өсөн - 200 мең, 2-се урынға - 150 мең һәм 3-сө урынға 100 мең һум аҡса.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: