

Сараның төп маҡсаты - халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһын киләсәк быуынға еткереү һәм уның аша балаларҙа рухи-әхлаҡи, патриотик һәм экологик ҡараш формалаштырыу. Был йүнәлештә «Урал батыр мәктәбе» проекты ҙур роль уйнай.
Семинар барышында ҡатнашыусылар төрлө секцияларҙа эшләне: оҫталыҡ дәрестәрендә тәжрибә уртаҡлаштылар, класс сәғәттәре һәм интеллектуаль уйындарҙың методикаһын тикшерҙеләр. Фекер алышыуҙар барышында уҡытыусылар эпосты балаларға аңлашылырлыҡ һәм ҡыҙыҡлы итеп еткереү юлдарын барланы.
Сара аҙағында әүҙем ҡатнашыусыларға «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге, Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы һәм «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы исеменән рәхмәт хаттары тапшырылды. Был осрашыу милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү эшендә яңы аҙым булып торҙо.