Мәғариф
9 Октября , 07:53

Белем нурын сәсеүсе остаздар

Йыл һайын 5 октябрҙә мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен, уҡытыусыларҙы һәм остаздарҙы хөрмәтләйҙәр. Салауатта был көн «Ағиҙел» мәҙәни-ял итеү үҙәгендә тантаналы концерт һәм наградалар тапшырыу тантанаһы менән билдәләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белем нурын сәсеүсе остаздарБелем нурын сәсеүсе остаздар
Белем нурын сәсеүсе остаздар

Уҡытыусы балаға белем биреүсе генә түгел. Ул - ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыусы, терәк-таяныс та. Эшең килеп сыҡмаһа, һиңә дәрт бирә, хатта иң бәләкәй уңышың өсөн дә ихлас ҡыуана. Педагогтың һиңә булған ышанысы - ҡайһы саҡ оло уңыштарға илтеүсе төп этәргес.
Залда ултырыусы уҡытыусыларға, педагогтарға һәм тәрбиәселәргә ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин мөрәжәғәт итте:
- Һеҙ - хеҙмәтегеҙҙе ябай эш түгел, ә изге бурыс һәм оло яуаплылыҡ тип һанаған кешеләр. Тап һеҙ бөйөк илебеҙ Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙен төҙөйһөгөҙ, Һеҙ - уның ҡеүәте, киләсәге, - тине ул. - Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, көс ҡеүәт теләйем. Һәр яңы уҡыу көнө асыштар килтерһен. Янығыҙҙа һәр ваҡыт рәхмәтле уҡыусылар һәм тоғро коллегаларығыҙ булһын.
Был көндө Салауат ҡалаһы уҡытыусыларына, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары вәкилдәренә сәскәләр һәм лайыҡлы наградалар тапшырылды. Улар араһында ҡала хакимиәтенең почет грамотаһы һәм рәхмәт хаты, Рәсәй Мәғариф министрлығының «Мәғариф отличнигы» отличие билдәһе, «Башҡортостан
Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе, «Һөнәренә тоғролоҡ өсөн» билдәһе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәхмәт хаты, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының почет грамотаһы, «Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре» тигән һәм башҡа ҙур исемдәр бар ине. Улар өсөн ҡаланың ижади коллективтары һәм солистары сығыш яһаны. Һис шикһеҙ, был көн уларға бай хис-тойғолар һәм күтәренке кәйеф бүләк итте.
Бүләкләнеүселәр араһында 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары ла бар: сит тел уҡытыусыһы Лилиә Исхаҡова (һулдан уңға) «Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре» наградаһын алһа, химия уҡытыусыһы Гөлназ Дәүләтбәковаға ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаты тапшырылды.

Белем нурын сәсеүсе остаздар
Белем нурын сәсеүсе остаздар
Автор:Дина Галеева
Читайте нас