Мәғариф
9 Октября , 06:16

Белем һәм тәрбиә - иң ҡиммәтле мираҫ

Уҡытыусы - ул үҙенең энергияһын һәм йылыһын биреп, башҡаларға белем һәм рухи яҡтылыҡ таратыусы кеше. Педагог һөнәрен һайлау - ҙур яуаплылыҡ, сөнки был юлда тырышлыҡ, сабырлыҡ һәм һөнәри үҫеш талап ителә. Үҙ өҫтөңдә даими эшләү, яңы мәғлүмәттәрҙе өйрәнеү һәм заман менән бергә атлау - уҡытыусы хеҙмәтенең төп шарты. Шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу һәм уҡыусылар менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу ҙа бик мөһим. Әңгәмәсем Гөлфиназ Хәйернас ҡыҙы Шәрәфетдинова - Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының тәжрибәле уҡытыусыһы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белем һәм тәрбиә - иң ҡиммәтле мираҫБелем һәм тәрбиә - иң ҡиммәтле мираҫ
Белем һәм тәрбиә - иң ҡиммәтле мираҫ

- Гөлфиназ Хәйернас ҡыҙы, әйҙәгеҙ, башта уҡыусыларыбыҙҙы үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтегеҙ әле.
- Мин Стәрлебаш районында, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкәнмен. Мәктәпте тамамлағас, Салауат педагогия колледжына, артабан Башҡорт дәүләт педагогия университетына юлландым. Тормош иптәшем Наил менән бер ул үҫтерҙек. Тимурыбыҙ хәҙер Өфө нефть университетында магистратурала белем ала, шул уҡ ваҡытта эшләп тә йөрөй, уның менән ғорурланабыҙ.
Уҡытыусы булыу хыялы миндә мәктәп йылдарынан уҡ йәшәй ине. Әсәйем: «Осло туфлиҙар кейеп, ҡулыңа ручка тотоп ҡына йөрөһәң ине», - тип теләй торғайны. Аллаға шөкөр, был теләге тормошҡа ашты. Минең юлымда осраған уҡытыусыларҙың барыһы ла иҫ киткес кешеләр булды, шуға ла һөнәр һайлауҙа әсәйемдең йоғонтоһо менән бергә, уларҙың да өлгөһө ҙур роль уйнағандыр.
- Хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа башланығыҙ?
- Салауат колледжын тамамлағанда миңә ни бары 19 йәш ине. Эшкә 25-се башҡорт гимназияһында тотондом. Кейәүгә сығып, ғаилә ҡорғас, декрет ялына киттем. Унан һуң 20-се мәктәптә эшләп алдым, ә һуңынан миңә Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында эш тәҡдим иттеләр. Бына инде 20 йылдан ашыу ошо уҡыу йортонда хеҙмәт итәм.
Педагогик эшмәкәрлегемдә төп принциптарым - системалылыҡ, ижади ҡараш һәм фәнни нигеҙ. Хәҙерге заман студенттарын ҡыҙыҡһындырыу еңел түгел, сөнки улар интернет селтәренә бәйле. Шулай ҙа, уларҙы дәрестәргә йәлеп итеү, фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу - минең төп маҡсатым. 25 йыллыҡ стажымда уҡыусыларымдың киләсәктә нәҡ минең кеүек уҡытыусы булырға хыялланыуҙарын ишетеү - минең өсөн иң ҙур баһа.
- Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының «Атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исеме менән ҡотлайбыҙ. Был юғары награда тураһындағы тәьҫораттарығыҙ менән бүлешһәгеҙ ине.
- Рәхмәт! Был исем - оҙаҡ йылдарҙағы фиҙакәр хеҙмәтемдең, һөнәремә тоғролоғомдоң билдәләнеше. Был минең шәхси ҡаҙанышым ғына түгел, ә бергә эшләгән коллегаларымдың, студенттарымдың уртаҡ еңеше. Коллективымдың ярҙамы, директор Зөлфиә Биктимер ҡыҙы Ишембәтованың ышанысы - минең өсөн ҙур ҡанатландырыусы көс булды. Әлбиттә, тормош иптәшем Наил менән Тимур улым - төп таянысым. Урал Таһир улы Килһенбаевтан награда алыу - икеләтә шатлыҡлы мәл, ул яңы көс һәм илһам өҫтәне. Был исем мине алда ла үҙ эшемде яратып, тулыһынса бирелеп башҡарырға этәрә, яңы үрҙәргә ынтылдыра.
- Студенттарҙың күңеленә нисек асҡыс табаһығыҙ?
- Һәр дәрес - ул кескәй генә бер ғүмер. Унда белем генә түгел, ә кешелеклелек, ихласлыҡ һәм тормошҡа ҡараш та һалына. Йылдар үтеү менән тәжрибә туплана, ҡараштар үҙгәрә,
әммә уҡытыусыға хас булған төп сифат - балаға булған һөйөү һәм ышаныс - үҙгәрешһеҙ ҡала. Мин студенттарымдың һәр береһендә шәхес күрергә, уларҙың һәләтен асырға һәм дөрөҫ юл күрһәтергә тырышам.
Бөгөнгө көндә белем биреү системаһы яңы талаптар ҡуя, һанлы технологиялар тормошобоҙға ныҡлы инде. Әммә ниндәй генә заманса ҡорамалдар булмаһын, уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы йәнле аралашыуҙы, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙе бер ниндәй ҙә техника алмаштыра алмай. Минең өсөн иң ҙур бәхет - элекке уҡыусыларымдың осрашҡанда йылмайып сәләм биреүҙәре, уңыштары тураһында һөйләүҙәре. Уларҙың һәр береһе - минең педагогик емешем, минең ғорурлығым.
Уҡытыусы - ул мәңгелек хәрәкәт, мәңгелек яныу һәм, иң мөһиме, киләсәк быуынға ҡалдырылған иң ҡиммәтле мираҫ - белем һәм тәрбиә сығанағы. Гөлфиназ Хәйернас ҡыҙының был изге юлдағы һәр аҙымы - илебеҙҙең мәғариф тарихына яҙылған бер биттәй, ә уның уҡытҡан студенттары - иртәгәге көнөбөҙҙөң йөҙө.

Белем һәм тәрбиә - иң ҡиммәтле мираҫ
Белем һәм тәрбиә - иң ҡиммәтле мираҫ
Автор:Дина Галеева
Читайте нас