

4-се мәктәптәге тәнәфес ваҡытындағы тауыштар, һурпа еҫе һәм сәй һалынған стакандар - был бары тик тышҡы күренеш кенә. Асылда, бында ысын «гастрономик операция» бара. «Дөйөм йәмәғәт туҡланыуы» йәмғиәте директоры Владимир Маков һүҙҙәренсә, уларҙың төп маҡсаты - балаларҙың тәрилкәһендә ризыҡ ҡалмаһын өсөн барыһын да эшләү.
Меню фәлсәфәһе
Ун көнлөк меню - ул нигеҙ, әммә уны даими яңыртып торалар. Балаларға оҡшаған ризыҡтар ҡала, ә яңы эсемлектәр, салаттар һәм суфле кеүек ризыҡтар рационды йәнләндерә. Әгәр баланың сәләмәтлеге буйынса махсус талаптар булһа, табип белешмәһе менән индивидуаль меню төҙөү мөмкинлеге лә бар.
Йәйгеһен йәшелсәләр өҫтәлде биҙәһә, һалҡын төшөү менән меню ла үҙгәрә. 18 мәктәп һәм 38 балалар баҡсаһын хеҙмәтләндергән ойошма өсөн был ҙур яуаплылыҡ.
Гастрономик хәйләләр
Салауат ашнаҡсыларының төп ғорурлығы - һурпалар. Балалар бындағы борщты һәм туҡмаслы ашты бик теләп ашай, сөнки уларҙы ысын бульонда бешерәләр. Әммә балыҡ йәки быҡтырылған кәбеҫтә кеүек «ҡатмарлы» ризыҡтар менән эш итеү өсөн ашнаҡсыларға «камуфляж» ҡулланырға тура килә. Мәҫәлән, балыҡты киҫәкләп түгел, ә котлет йәки тефтели итеп бирәләр, кәбеҫтәне иһә йәшелсә рагуһына әйләндерәләр.
- Балалар һурпаны ярата. Улар тәмле, хуш еҫле, ҡайнар. Балалар борщ, туҡмас, рассольник, йәғни тәүге ризыҡтарҙы үҙ итә. Беҙ республика буйынса лидерҙар иҫәбендә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Владимир Маков.
Һәр яңы ризыҡ балалар өҫтәленә эләккәнсе, етди дегустация үтә. Технологтар һәм ашнаҡсылар үҙҙәре тәмләп ҡарап, бары тик иң яҡшы вариантты ғына раҫлай.
Көн рецебы: ҡош итенән суфле
Был һыйҙы әҙерләү технологияһы бик иғтибарлылыҡ талап итә. Итте ит үткәргестән үткәреп, уға ҡыҙҙырылған һуған ҡушалар. Тәмле һәм бер төрлө масса килеп сыҡһын өсөн, ҡатнашманы икенсе тапҡыр ит үткәргес аша сығаралар. Аҙаҡ уға һөт менән йомортҡа өҫтәп, барыһын да яҡшылап болғаталар. Әҙер массаны һауытҡа һалып, 200 градус эҫелектәге мейестә 30 минут тирәһе бешерәләр. Һөҙөмтәлә иһә, ауыҙҙа иреп торған йомшаҡ ризыҡ килеп сыға.
Мәктәп ашханалары бүлексәһе идарасыһы Наталья Ҡоломбәтова әйтеүенсә, был суфлены ҡарабойҙай буткаһы менән биреү отошло.
Өҫтәл артындағы ҡараш
Иртәнге сәғәт 10-дар тирәһе. 3 «А» класы уҡыусылары ашханаға ағыла. Алеша Маклаков исемле малай яңы ризыҡты «итле омлет» тип атаны.
- Бөгөн яңы ризыҡ бирҙеләр. Суфле. Оҡшанымы?
- Эйе, тәмле. Әйтерһең дә, омлет, әммә ит менән, - ти Алеша.
Күрше өҫтәлдә ултырған Лев Чигадаев та суфленың йомшаҡлығына һоҡланып, тәрилкәһен бушатты.
Ашхананан сығып барған өс игеҙ ҡыҙҙар – Ульяна, Амалия һәм Юля Мөхәмәтдиновалар ҙа был ризыҡты бер тауыштан хупланылар. Улар бер тауыштан суфленың бик йомшаҡ булыуын билдәләне.
Ашхана хеҙмәткәрҙәренең эше лә маҡтауға лайыҡ: улар һәр ризыҡтың температураһын күҙәтеп, балаларға тик ҡайнар килеш тәҡдим итәләр. Юғары класс уҡыусылары ла дежурлыҡ итеп, тәртипте һаҡлай.
Балаларҙың буш тәрилкәләренә ҡарап, 4-се мәктәптә һау-сәләмәт быуын тәрбиәләүҙә дөрөҫ юл һайланған, тип әйтергә була. Сөнки балаларҙың ашап бөтөүе – ашнаҡсылар өсөн иң ҙур баһа.