газета "Салауат"
+13 °С
Облачно
Мәғариф
2 Сентября , 03:09

Яңы уҡыу йылына старт

Йәйге каникулдар тамамланып, мәктәп коридорҙары йәнләнде. Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһында ла Белем көнө айҡанлы тантаналы сара үтте. Был көндө уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр бер ғаилә булып йыйылды.

Яңы уҡыу йылына стартЯңы уҡыу йылына старт
Яңы уҡыу йылына старт

Йәйге каникулдар тамамланып, мәктәп коридорҙары йәнләнде. Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһында ла Белем көнө айҡанлы тантаналы сара үтте. Был көндө уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр бер ғаилә булып йыйылды.
Быйыл гимназия ишеген 72 бала тәүге тапҡыр асты. Улар өсөн был – тормоштағы яңы, мауыҡтырғыс этаптың башы. 2026-2027 уҡыу йылы барыһына ла яңы асыштар һәм уңыштар алып килер тип ышанабыҙ.
Гимназия директоры Илвира Фәхретдинова байрам менән ҡотлап, барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе:
- Беренсе сентябрь - ул беҙҙең ҙур һәм дуҫ ғаиләбеҙҙең яңынан берләшкән көнө. Бында һәр кемдең хеҙмәте, тырышлығы баһалана. Уҡыусыларыбыҙға гимназиябыҙҙың данын арттырыуҙарын, ата-әсәләргә сабырлыҡ, ә уҡытыусыларыбыҙға ижади илһам теләйем. Беренсе класс уҡыусыларыбыҙға килгәндә, гимназиялағы йылдарығыҙ иң бәхетле, ә үҙегеҙ тырыш һәм әҙәпле булығыҙ, - тине ул.
Тантаналы линейка йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте. Алда - яңы белемдәр, ҡыҙыҡлы дәрестәр һәм онотолмаҫ мәктәп йылдары. Барығыҙға ла уңышлы уҡыу йылы теләйбеҙ!

Яңы уҡыу йылына старт
Яңы уҡыу йылына старт
Яңы уҡыу йылына старт
Яңы уҡыу йылына старт
Яңы уҡыу йылына старт
Яңы уҡыу йылына старт
Яңы уҡыу йылына старт
Яңы уҡыу йылына старт
Автор:Дина Галеева
Читайте нас