

Колледжда, Ағиҙел һәм Баймаҡ филиалдарын иҫәпкә алып, электр һәм йылылыҡ энергетикаһы, машиналар эшләү, химия технологиялары, төҙөлөш техникаһы һәм технологиялары, ғәмәли геология, тау, нефть-газ эше һәм геодезия өлкәһендә 19 һөнәр буйынса 4,8 мең студент белем ала. Сығарылыш уҡыусыларын эшкә урынлаштырыу буйынса милли рейтингта уҡыу йорто һигеҙенсе урынды биләй.
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледж директоры Роза Аслаева һөйләүенсә, «Профессионалитет» проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Нежинская урамындағы беренсе корпуста капиталь ремонт яһағандар һәм матди-техник базаны яңыртҡандар. Бының өсөн федераль бюджеттан – 100 миллион һум, төбәк бюджетынан – 50 миллион һум, бюджеттан тыш средстволар йәлеп ителгән. 2027 йылда Беренсе Май урамындағы икенсе корпусты һәм 2028 йылда ятаҡты тәртипкә килтереү планлаштырыла.
– Кластер шул иҫәптән терәк эш биреүселәр – «Башҡортостан генерациялау компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы» акционерҙар йәмғиәте, «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – ярҙамында булдырылды, – тип өҫтәне Роза Аслаева. – 2026 йылда эшкә урынлашыуҙы гарантияланған маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙәр төҙөүгә 400 ғариза ҡабул ителде.
Республика Башлығы яңыртылған уҡыу кабинеттарын һәм лабораторияларын, һаҡ посын ҡараны. Төбәк етәксеһе шулай уҡ уҡытыусылар һәм производствоға өйрәтеү оҫталары менән осрашты. Башҡортостан белем биреү-производство кластерҙары һаны буйынса илдә беренсе урынды биләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
– «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә республикала – 27, 2027 йылда тағы ла һигеҙ колледж яңыртылды. Беҙҙә бөтәһе 90 колледж бар, йыл һайын республика бюджетынан уларҙы ремонтлауға 500 миллион һум бүләбеҙ. Уҡыу корпустарынан тыш, ятаҡтарҙы ла ремонтлау бик мөһим, – тине Башҡортостан Башлығы. – Туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙың 62 проценты колледждарҙы һайлай. Килгәндә улар әле бала ғына була, бында үҫәләр, шәхес булараҡ формалашалар. Шуға күрә тәрбиә эшенә лә етди иғтибар бүлергә кәрәк.
Осрашыуҙа шулай уҡ төбәктә урта һөнәри белем биреү системаһын артабан үҫтереү, колледж уҡытыусыларына ярҙам саралары, шул иҫәптән гранттар һәм шифахана-курорт дауалауы тикшерелде.
Колледж коллективы төбәк етәксеһенә махсус белем биреү ойошмаларына иғтибары, педагогтарға һәм студенттарға күрһәтелгән ярҙам, улар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Уҡыу йорто менән танышҡандан һуң, Башҡортостан Башлығы Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының республикала иң кәрәкле колледждарҙың береһе булыуын билдәләне.
– Яҡшы уҡыу йорто, быйыл бер урынға 18 ғариза булған. Бында ремонт эшләнеләр, оҫтаханалар яңыртылды, предприятиеларҙа ҡулланылған ҡорамалдар ҡуйылды, – тине төбәк етәксеһе. – Колледждар – ул беҙҙең милли идея. Уҙған йылда бюджет урындары һаны 2 меңгә арттырылды, сөнки иҡтисадты кадрҙар менән тәьмин итеү мөһим. Уның яҡшы эшләүе өсөн, компетентлы белгестәр талап ителә. Уҡытыусыларыбыҙға ла ярҙам итәсәкбеҙ. Әлегә иғтибарҙы мәктәп уҡытыусыларына йүнәлттек, был периметрға колледж уҡытыусыларын да индерергә планлаштырабыҙ. Профилле министрлыҡ менән бергә барлыҡ тәҡдимдәр өҫтөндә лә эшләйәсәкбеҙ.