газета "Салауат"
+13 °С
Облачно
Мәғариф
1 Сентября , 13:24

Башҡортостан Башлығы pеспублика уҡыусылаpын Белем көнө менән ҡотланы

1 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы Белем биреү үҙәгендә булды. Тантаналы линейкала төбәк етәксеһе уҡыусыларҙы Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы.

Башҡортостан Башлығы pеспублика уҡыусылаpын Белем көнө менән ҡотланыБашҡортостан Башлығы pеспублика уҡыусылаpын Белем көнө менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы pеспублика уҡыусылаpын Белем көнө менән ҡотланы

2026 йылда «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә мәктәп бинаһына капиталь ремонт башҡарылған. Бында бинаны өлөшләтә үҙгәртеп ҡорғандар, тышҡы һәм эске биҙәлешен яңыртҡандар, инженер селтәрҙәрен алмаштырғандар, шулай уҡ яңы мебель һәм уҡыу ҡорамалдары һатып алғандар.

Бынан тыш, республика ярҙамы менән мәктәп эргәһендәге биләмәне төҙөкләндергәндәр һәм спорт үҙәген, шул иҫәптән воркаут-зонаны, баскетбол майҙансығын һәм йүгереү юлын йыһазландырғандар.

Тантаналы линейкала Башҡортостан Башлығы балаларға һәм уҡытыусыларға яңы уҡыу йылында уңыштар теләне.

– Ҡәҙерле уҡыусылар! Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр! Һеҙҙе ысын күңелдән 1 сентябрь, Белем көнө, менән ҡотлайым! Бөгөн республикала ярты миллиондан ашыу уҡыусы мәктәпкә бар, шул иҫәптән 41 мең беренсе класс уҡыусыһы тәүгә белем донъяһының ишектәрен асты. Уҡыу йылдары ҡыҙыҡлы, сағыу һәм ҡояшлы булһын, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл һеҙ яңыртылған корпусҡа уҡырға килдегеҙ. Уңайлы һәм заманса шарттарҙа белем алыу ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанам. Һеҙҙең мәктәп үҙенсәлекле – ул Рәсәй Геройы, яугир, спецназ төркөмө командиры Максим Владимирович Серафимов исемен йөрөтә. Һеҙҙең өсөн был ҙур хөрмәт һәм, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ. Уҡыусыларҙың барыһына ла – яҡшы белем алыуҙарын, ә өлкән класс уҡыусыларына артабанғы һөнәри әҙерлек йүнәлешен билдәләүҙәрен теләйем. Юлдарығыҙ тигеҙ һәм яҡты булһын. Барығыҙҙы ла байрам менән, яҡшы уҡыу һәм күтәренке кәйеф!

Педагогик коллективты һәм уҡыусыларҙы Мәғариф үҙәге директоры Альбина Уразова ла ҡотланы.

– Ҡәҙерле балалар, бөгөн һеҙ яңыртылған мәктәпкә килһен тип, бик тырыштыҡ. Бында яңы локациялар астыҡ, фәнни, патриотик, ижади һәм инклюзив йүнәлештәрҙе көсәйттек. Был беҙгә уҡыусыларҙың белем кимәлен яҡшыртырға, олимпиада хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашырға ярҙам итер, тип ышанам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Альбина Уразова. – Ә беҙ, педагогтар, һеҙҙең яҡшы уҡыуығыҙ, яңы үрҙәрҙе яулауығыҙ һәм бәхетле булыуығыҙ өсөн эшләйәсәкбеҙ.

Тантаналы линейкала шулай уҡ Максим Серафимовтың әсәһе Алина Олеговна сығыш яһаны. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын билдәләне.

– Бөгөн Ватан һағында торған егеттәребеҙ балаларыбыҙҙың яҡты киләсәге хаҡына үҙ бурыстарын үтәй, – тине ул.

Рәсәй, Башҡортостан флагтарын күтәреү тантанаһынан һәм тәүге ҡыңғырау сыңлағандан һуң, Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың ҡыҙын класҡа оҙатты. Билдәләп үтәйек: республика Башлығының ҡушыуы буйынса бөтә ҡала һәм райондарҙа министрлыҡ, ведомство һәм муниципалитет етәкселәре лә Тыуған ил һаҡсыларының балаларын мәктәптәргә алып бара.

Артабан Башҡортостан Башлығы почетлы ҡунаҡтар менән яңыртылған мәктәпте ҡараны – уҡыу һәм лаборатория кластарында, ашханала һәм спорт залында булды.

40-сы белем биреү үҙәгендә барлығы 900-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. 2023 йылдан учреждение Өфө күп профилле профессиональ колледжы менән берлектә «Профессионалитет» проекты сиктәрендә ойошторолған республиканың белем биреү ойошмалары өсөн кадрҙар әҙерләү кластерына инә.

Мәғариф үҙәге директоры Альбина Уразова йәш быуынды патриотик тәрбиәләү тураһында һөйләне. Шулай итеп, быйылдан бишенсе кластарҙың береһендә буласаҡ десантсыларҙы әҙерләй башлайҙар. Бынан тыш, Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса уникаль дәрестәр кабинеты булдырыла. Ә ошо мәктәпте тамамлаған Рәсәй Геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә исемле кабинет асҡандар.

Уҡыусыларҙың һәм педагогик коллективтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүлергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. Күптән түгел мәктәп директорҙары урынбаҫарҙары менән кәңәшмәлә лә ошо хаҡта һүҙ барғайны.

Мәктәп менән танышыуҙы йомғаҡлап, Радий Хәбиров уҡыу корпустарын модернизациялауҙың яҡшы темптарын билдәләне, шулай уҡ педагогик һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү тураһында һөйләне.

– Иң йылы һүҙҙәр – уҡытыусыларға, сөнки улар – йәш быуынды тәрбиәләүҙә төп таянысыбыҙ. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең абруйын күтәреү тураһында указға ҡул ҡуйыуы хаҡында беләһегеҙ. Был документты үҫтереп, уҡытыусы һөнәренең юғары статусын һаҡлап ҡалыу өсөн, үҙ указыбыҙҙы ҡабул иттек, – тине төбәк етәксеһе. – Бынан тыш, белем биреү учреждениеларының матди базаһын нығытыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Яңы мәктәптәр төҙөйбөҙ һәм ғәмәлдә булған мәктәптәрҙе ремонтлайбыҙ, шулай уҡ уҡыу йорттарын яңыртыу буйынса президент программаһында ҡатнашыу иҫәбенә. Ошо көндәрҙә дәүләт башлығы Өфөнөң 1 225 урынлыҡ 88-се мәктәбенең яңы корпусын асты. Яңы йылға тиклем Өфөлә һәм Нефтекамала тағы өс мәктәпте сафҡа индерәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, мәғариф инфраструктураһын етди үҙгәртәбеҙ.
Автор:
Читайте нас