

47-се балалар баҡсаһы 1972 йылдан эшләй. Ике ҡатлы бинаның майҙаны - 3,5 мең квадрат метр самаһы. Әле бында бер йәштән алып ете йәшкә тиклемге 109 тәрбиәләнеүсе шөғөлләнә, ауыр телмәр боҙолоуы булған балалар өсөн ике махсус төркөм һәм дөйөм үҫеш йүнәлешендәге биш төркөм эшләй. Учреждениела һигеҙ йыһазландырылған төркөм, музыка һәм спорт залдары, театр студияһы, психологик ял бүлмәһе, сенсор бүлмәһе, башҡорт ҡунаҡ бүлмәһе, педагогтар өсөн кабинеттар бар. 2024 йылдан 47-се балалар баҡсаһы базаһында «Рәсәй футбол союзы» спорт федерацияһының дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының мәктәпкәсә футбол үҫеше программаһы тормошҡа ашырыла. «Футбол әлифбаһы» һәм «Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн футбол» өҫтәмә белем биреү программалары буйынса өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар менән эш ойошторолған.
49-сы балалар баҡсаһы ла 1972 йылдан эшләй. Унда йәш ярымдан ете йәшкә тиклем 200 тәрбиәләнеүсе йөрөй. 8000 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы бинала 10 төркөм, музыка һәм спорт залдары, изостудия, педагогтар кабинеты, һаҡ бүлмәһе урынлашҡан. Тәрбиәләнеүселәр өсөн уйын, хәрәкәт, һынлы сәнғәт, конструктив, тикшеренеү һәм башҡа эшмәкәрлек төрҙәрендә үҫеш үҙәктәре йыһазландырылған.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: ике учреждение территорияһында баҡса бар. Тәрбиәләнеүселәр үҫемлектәрҙең үҫешен күҙәтә, уларҙы хәтерҙәрендә ҡалдыра, шулай уҡ эшкә лә өйрәнәләр: түтәлдәрҙе йомшарта, һыу һибә, тәрбиәләй.
Марат Зәһиҙуллин етәкселегендәге комиссия балалар баҡсалары биләмәләрен, уйын һәм йоҡо бүлмәләрен, аҙыҡ-түлек блоктарын, һаҡ бүлмәләрен һәм спорт залдарын ҡараны. Ике учреждениела ла кәрәкле ремонт эштәре үткәрелә, матди-техник база яңыртыла. Әле балалар баҡсалары мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы ҡабул итергә әҙер.
- Беҙҙең балалар баҡсалары йәйгеһен ябылмай эшләүен дауам итһә лә, 1 сентябрьалдынан ҡаланың барлыҡ белем биреү учреждениеларын урап үтәбеҙ, уларҙың нисек әҙерләнеүен, ниндәй ремонт эштәрен үткәреүен, сабыйҙар өсөн ниндәй шарттар булдырылыуын ҡарайбыҙ. Балаларҙың нисек туҡланыуын баһалау мөһим, - ти Марат Зәһиҙуллин. - Бөгөн ике балалар баҡсаһында булдыҡ. Тәрбиәселәрҙең сабыйҙарға ҡарата булған иғтибары һәм хеҙмәткә яуаплы ҡарашы
күренеп тора. Улар алға бара, төҙөкләндерә, хатта сабыйҙар өсөн баҡсалар үҫтерә, учреждениеларыбыҙҙың уҡыу йылына юғары әҙерлек кимәлен тәьмин итә.
Марина Вишева ла үҙ сиратында, ҡалалағы башҡа белем биреү учреждениеларында ла әҙерлек эштәренең план буйынса барыуын билдәләне. Август айында комиссия мәктәптәрҙе һәм өҫтәмә белем биреү үҙәктәрен дә тикшерәсәк.
Марат Зәһиҙуллин балалар баҡсалары коллективтары менән аралашты, балалар өсөн уңайлы шарттар булдырылыуын билдәләне һәм изге хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте. Осрашыуҙа шулай уҡ Салауатты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Зилә СӘЛИМОВА.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.