

Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллиндың иғтибарын был бинаға йүнәлтеүе юҡҡа түгел: социаль селтәрҙәрҙә халыҡ был мәктәп тураһында йышыраҡ яҙа башланы. Башҡа ташландыҡ урындар кеүек үк, элекке мәктәп биләмәһе лә асоциаль граждандарҙы һәм үҫмерҙәрҙе йәлеп итә.
- Был тирәлә йөрөргә ярамай - бина авария хәлендә! Шуға ҡарамаҫтан, бында өлкәндәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе даими күҙәтәбеҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы. - Беҙ камералар ҡуйырға, объектты тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү аҫтында тотоу өсөн һаҡ предприятиеһы менән килешеү төҙөргә ҡарар иттек.
Был саралар аукционға документтар әҙерләнгәнсе биләмәне һаҡлау өсөн кәрәк, ә ул ваҡыт талап итә. Аукцион үткәреү ваҡыты билдәләнеү менән мәғлүмәт рәсми рәүештә баҫылып сығасаҡ. Марат Зәһиҙуллин хәбәр итеүенсә, әлеге участканы һатып алырға теләүселәр ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала. Объект урынында яңы белем биреү учреждениеһы йәки, әйтәйек, дауалау үҙәге, шулай уҡ күп фатирлы йорт төҙөргә мөмкин.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.