газета "Салауат"
+17 °С
Облачно
Мәғариф
16 Июля , 14:03

Ҡыйыу аҙым, лайыҡлы һөҙөмтә

25-се башҡорт гимназияһының сығарылыш класы уҡыусыһы Альбина Казанова химиянан Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйып, максималь һөҙөмтә күрһәтте.

Ҡыйыу аҙым, лайыҡлы һөҙөмтәҠыйыу аҙым, лайыҡлы һөҙөмтә
Ҡыйыу аҙым, лайыҡлы һөҙөмтә

«Химия - ҡатмарлы фән. Унан йөҙ балл йыйыу мөмкин түгел», - шулай тип уйлай уҡыусы имтихандарҙы һайлағанда. Әммә уның остазы, башҡорт гимназияһының химия уҡытыусыһы Гөлназ Дәүләтбәкова, киреһенсә, ышаныс менән: «Ҡатмарлы мөмкин түгел тигәнде аңлатмай!» - тип белдерә. Һәм дөрөҫ тә булып сыға. Уҡытыусының һүҙҙәренсә, Альбина Казанова программаны яҡшы үтәүе менән генә түгел, ә башҡаларға ауыр бирелә торған ҡатмарлы темаларҙы
һәйбәт аңлауы менән дә айырылып тора.
- Альбина материалды еңел үҙләштерҙе һәм олимпиада хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша башланы. Туғыҙынсы класта Альбина дөйөм дәүләт имтиханын максималь балға тапшырҙы.Ауыр саҡта ла ул дәрестәрен ташламаны, өҫтәмә ресурстар эҙләне, йыйынтыҡтарҙан ҡатмарлы мәсьәләләр систе, - тип уртаҡлаша Гөлназ Дәүләтбәкова.
Остаз фекеренсә, 100 балға уңышҡа өлгәшеүҙең төп сәбәбе - талант һәм ныҡышмал хеҙмәт һөҙөмтәһе. Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек етди ойошторола. Мәктәп программаһынан тыш, имтихандарҙың варианттарынэшләйҙәр, хаталарҙы анализлайҙар. Өҫтәмә консультациялар ҡатмарлы темаларҙы һәм заданиеларҙың өлгөләрен тәрән өйрәнеүгә булышлыҡ  итә.
Үҙенең лайыҡлы һөҙөмтәгә ирешеүе тураһында Альбина бына нимә тип һөйләй:
- Химияны ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булғаны өсөн һайланым. Ул - иң яратҡан предметтарымдың береһе. Өҫтәүенә, ҡайҙа уҡырға кереүемде белә һәм һөнәремдең химия менән өлөшләтә бәйле булыуын аңлай инем. Әлбиттә, имтихан  алдынан бер аҙ тулҡынланыу булды, әммә яҡын кешем миңә уны еңеп сығырға ярҙам итте. Һөҙөмтәне күргәс, ҙур шатлыҡ кисерҙем. Иң беренсе әсәйемә шылтыраттым. Был уңыштың минең генә ҡаҙанышым түгеллеген яҡшы беләм. Яҡындарыма - ярҙамдары, остаздарыма ныҡлы белем өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен.
Гөлназ Дәүләтбәкованың буласаҡ сығарылыш уҡыусыларына төп кәңәше шул:
- Предмет менән мөмкин тиклем иртәрәк тәрән шөғөлләнә башлауҙан ҡурҡмағыҙ. Урта кластарҙа уҡ даими эш алып барығыҙ. Бөтә нимәне аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ - ҡатмарлы темаларҙы баштан уҡ билдәләгеҙ. Ярҙам һорауҙан оялмағыҙ, сөнки диалог барышында уҡытыусы менән уҡыусы араһында үҙ-ара аңлау тыуа. Иң мөһиме - эске мотивацияны табығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: йөҙ балл йыйыу - ул һөҙөмтә генә түгел, ә иң баштан уҡ тәрән хеҙмәт талап иткән оҙайлы процесс.

Ҡыйыу аҙым, лайыҡлы һөҙөмтә
Ҡыйыу аҙым, лайыҡлы һөҙөмтә
Автор:Дина Галеева
Читайте нас