

Тимур - тыйнаҡ егет: үҙенең етди ҡаҙанышы тураһында баҫалҡы ғына һөйләй. Туғыҙынсы класҡа тиклем ул физика, математика һәм информатика менән ныҡышмал шөғөлләнә, ә унынсы класҡа еткәндә артабанғы уҡыуын тап информатика һәм математика менән бәйләргә ҡарар итә. Тимур бер нисә тапҡыр информатика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабы призеры була.
- Программалаштырыу менән етенсе кластан мауыға башланым. Тәүҙә, әлбиттә, ябай уйындар булдырырға маташтым. Һөҙөмтә ҡыуандырҙы. Тора-бара ул күңел талабына әйләнде, - тип уртаҡлаша Тимур. - Киләсәгемдең мәғлүмәт технологиялары менән бәйле буласағын белә инем. Шуға күрә Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн ниндәй предмет һайларға тигән һорау тыуманы. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай һөҙөмтә көтмәгән инем. Әсәйем, һуңынан уҡытыусыларым шылтыратып әйтһә лә, ышанманым. Һөҙөмтәне үҙ күҙҙәрем менән күргәс кенә, ысынлап та 100 балл йыйыуымды аңланым.
Тимурҙың әсәһе Юлиә Ғәлиуллина һөйләүенсә, уның техника менән мауығыуы, хәҙерге заман балалары кеүек үк, иртә башлана: биш йәшендә ул телефон һәм компьютерҙы үҙләштерә. Ете-һигеҙ йәшендә уның хатта үҙенең каналы була, унда уйындар тураһында видеояҙма төшөрә.
- Тимур һәр ваҡыт нимәнелер үҙ аллы өйрәнергә яратты. Ул - ныҡышмал егет, үҙенә маҡсат ҡуйып, уға ҡыйыу бара, - тип ғорурлыҡ менән һөйләй тырыш уҡыусының әсәһе улы тураһында. - Унынсы кластан ул маҡсатлы әҙерләнә башланы. Тырышлығы ошондай һөҙөмтәгә килтерҙе лә инде.
Тимур менән туғыҙынсы кластан алып эшләгән математика, физика һәм информатика уҡытыусыһы Анна Шуйскова уҡыусының һәләтен шунда уҡ һиҙә.
- Төп дәүләт имтиханына әҙерлек барышында уҡ уның һәләтле генә түгел, ә иҫ киткес тырыш, аҡыллы, тыйнаҡ, яуаплы уҡыусы булыуын күрҙем. Уның тырышлығын бөтә уҡытыусылар ҙа билдәләй. Тимурҙың ғәйәт ҙур хеҙмәте уңышҡа сәбәпсе булды, шулай уҡ был - ата-әсәһенең һәм уҡытыусыларҙың ҡаҙанышы, - тигән фекерҙә педагог.
Тимурҙан тыш, 16 йыллыҡ стажы булған уҡытыусы Анна Шуйскованың тағы бер уҡыусыһы - Николай Шаповалов физика буйынса имтиханды 100 балға тапшыра. Тағы ла биш уҡыусыһы - математика, берәүһе информатика буйынса 90-дан ашыу балл йыя. Анна Шуйскова уҡыусыларының фәндең киләсәгенә үҙ өлөшөн индерәсәгенә ышана.
- Уҡыусыларым менән ғорурланам. Буласаҡ сығарылыш уҡыусыларына кәңәшем: дәрестәрҙә уҡытыусыны иғтибар менән тыңларға, өйҙә күп эшләргә, алдыңа аныҡ маҡсат ҡуйырға кәрәк,- тип уртаҡлаша педагог. - Буласаҡ абитуриенттарға уңыш теләйем. Тиҙҙән уларҙы юғары квалификациялы белгестәр, үҙ эшенең ысын профессионалдары итеп күрербеҙ, улар менән ғорурланырбыҙ, тип ышанам.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.