газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Мәғариф
3 Июня , 11:23

Ҡала намыҫын яҡлап

«Урал-батыр» - ул башҡорт халҡының йәне һәм тарихы, телдән-телгә күсеп, бөгөнгәсә килеп еткән оло мираҫ. Был эпос - үҙ тамырҙарыңды белеү, милли асылыңды аңлау нигеҙе, үткәндәр менән киләсәкте тоташтырыусы күпер. Шуға күрә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү - ул халҡыбыҙға, тарихыбыҙға һәм мәңгелек ҡиммәттәргә хөрмәт билдәһе генә түгел, ә рухи яҡтан бай, көслө шәхес булып үҫеү нигеҙе лә.

Ҡала намыҫын яҡлапҠала намыҫын яҡлап
Ҡала намыҫын яҡлап

Быйыл был конкурс IV Халыҡ-ара «Китап-байрамы» китап йәрминкәһе сиктәрендә һәм «Урал батыр» эпосы көнөнә арнап уҙғарылды. Йыл да был конкурста ҡатнашып, 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бындай уңыштарҙың нигеҙендә уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте ята. Быйыл да улар һынатмай, йәш сәсәндәрҙең «Урал батыр» төбәк-ара конкурсында 49 команда араһында өсөнсө урынды яулай!
- Беҙҙең талантлы балаларыбыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Зиннур ҡыҙы Ҡолмөхәмәтова етәкселегендә гимназиябыҙҙы лайыҡлы танытты һәм башҡорт эпосын тәрән белеүҙәрен күрһәтте. Бындай әһәмиәтле конкурста еңеү - ул награда ғына түгел, ә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм дәүләтселеген танытыуға тос өлөш. Уҡыусыларҙы һәм уларҙың остазын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ, ныҡышмалылығығыҙ һәм башҡорт халыҡ ижадына булған мөхәббәтегеҙ иң юғары маҡтауҙарға лайыҡ. Һеҙгә яңы ижади уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ, - тип уртаҡлашты гимназия директоры Илвира Фәхретдинова.


- Быйыл конкурсҡа уҡыусылар әҙерләүемә егерме йыл булып та китте. Беҙ һәр ваҡыт тырышып, бар көсөбөҙҙө һалып әҙерләнәбеҙ.Эпосты яттан һөйләү, сәхнәләштереү буйынса күп тапҡыр ҡалабыҙҙың, гимназиябыҙҙың намыҫын яҡлап, республика кимәлендә призлы урындар яуланыҡ. Иң талантлы уҡыусыларыбыҙҙың береһе, һәр ролде еренә еткереп, оҫта итеп уйнауы менән күптән инде тамашасыларҙың һөйөүен яулаған - Булат Әбүбәкеров. Ул Урал батыр, Әзрәҡә, Самрау, Аҡбуҙат ролдәрен башҡарҙы. Йырға, бейеүгә оҫта ҡыҙыбыҙ Русалина Ғиззәтуллина Һомай, Зәрҡум ролдәрен, гимназиябыҙҙың иң шәп егеттәренең береһе - Артур Аҡсурин - Шүлгәнде, ә иң йәш артисыбыҙ Сабина Мөхәмәтдинова Айһылыу ролендә сығыш яһанылар. Бөйөк эпосыбыҙҙы өйрәнеүгә, халҡыбыҙға танытыуға ҙур өлөш индергән уҡыусыларыма оло рәхмәт белдерәм, - ти уҡыусыларҙы конкурсҡа әҙерләгән гимназияның башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлшат Ҡолмөхәмәтова.

Фото 25-се башҡорт гимназияһынан.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас