газета "Салауат"
+16 °С
Облачно
Мәғариф
22 Мая , 06:42

Бала саҡ донъяһы: яңыса ҡараш, төбәк тәжрибәһе

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан билдәләнгән Мәктәпкәсә белем биреү йылы сиктәрендә Салауат ҡалаһында «Мәктәпкәсә донъя: төбәк 02» темаһына арналған зона семинар-практикумы үткәрелде. Сарала республиканың 13 ҡалаһы һәм районынан 300-ҙән ашыу белгес, методист һәм етәкселәр ҡатнашты. Улар өсөн махсус дискуссия майҙансыҡтары, практик дәрестәр һәм оҫталыҡ кластары ойошторолдо, шулай уҡ Салауаттың мәктәпкәсә белем биреү системаһы менән таныштырҙылар.

Бала саҡ донъяһы: яңыса ҡараш, төбәк тәжрибәһеБала саҡ донъяһы: яңыса ҡараш, төбәк тәжрибәһе
Бала саҡ донъяһы: яңыса ҡараш, төбәк тәжрибәһе

Салауатта 39 балалар баҡсаһы эшләй, унда 6018 бала тәрбиәләнә. Ҡала федераль һәм республика проекттарын тормошҡа ашырыуҙа  әүҙем ҡатнаша, шул иҫәптә 18 балалар баҡсаһы базаһында федераль методик майҙансыҡтар асылған.
Быйылғы йылда патриотик тәрбиәгә, гражданлыҡ үҙенсәлеген һәм традицияларға хөрмәт формалаштырыуға айырым иғтибар бүленә. «Бөркөт балалары» Бөтә Рәсәй программаһына ҡаланың 524 тәрбиәләнеүсеһе ҡушылды, улар киләсәктә «Рәсәй бөркөттәре» проектында ҡатнашасаҡ. Патриотик тәрбиәнең хәрби-спорт йүнәлеше лә көсәйтелде: бөтә балалар баҡсаларында саф һәм йыр смотры үткәрелде. Ата- әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләү патриотик тәрбиәнең уңышлы булыуына булышлыҡ итә.
Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ла системалы эш алып барыла. Мәҫәлән, 50-се балалар  баҡсаһында башҡорт телен уҡытыу ата-әсәләрҙең теләктәрен иҫәпкә алып ойошторола. 10-сы, 27-се һәм 55-се балалар баҡсаларында тел мөхитенә тулыһынса сумырлыҡ төркөмдәр эшләй, ә 45-се һәм 55-се балалар баҡсаларында төрлө милләт балалары башҡорт телен өйрәнә. Өс балалар баҡсаһында полилингваль белем биреүпрограммаһы тормошҡа ашырыла, унда балалар рус, инглиз һәм башҡорт телдәрен өйрәнә. Туғыҙ балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәктәр эшләй. Ҡаланың 18-се балалар баҡсаһында башҡорт һәм рус халыҡ ҡунаҡ бүлмәләре, мини-музейҙар бар. Төбәк тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә йүнәлтелгән төбәк компоненты бөтә белем биреү программаларына индерелгән.
Демографик хәлдең үҙгәреүе, атап әйткәндә, тыуымдың кәмеүе, ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү системаһында яңы стратегик мөмкинлектәр тыуҙыра. Бушап ҡалған майҙандар өҫтәмә  белем биреү спектрын киңәйтеү өсөн файҙаланыла, заманса түңәрәктәр һәм студиялар асыла, күпселек дәрестәр бушлай йәки арзан хаҡлы булып ҡала. 
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Борисова үҙенең сығышында киләсәктең нигеҙен бөгөнгө балалар һаласағын билдәләп үтте. Ул  2026 йылды Мәктәпкәсә белем биреү йылы тип иғлан итеүҙең әһәмиәтен аңлатып, бөгөн балалар өсөн башланған эштәр киләсәктә яңыртылған дәүләттең нигеҙен тәшкил итер, тип белдерҙе.
- Беҙҙең алда етди бурыстар тора: мәктәпкәсә белем биреү программаларының сифатын күтәреү, уҡытыусыларға һөнәри үҫештә ярҙам итеү, ата-әсәләр, тәрбиәләнеүселәрҙең ғаиләләре менән партнерлыҡты нығытыу. Был мәсьәләләрҙе йыл дауамында хәл итәсәкбеҙ. Беҙ шулай уҡ балалар баҡсаларында булған проблемаларҙы тикшерергә, идеяларығыҙҙы һәм тәҡдимдәрегеҙҙе ҡабул итергә, уларҙы эшкә алырға әҙер, - тине республика Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте идаралығы начальнигы Алина Галина. 
Осрашыу барышында мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереүҙең төп йүнәлештәре, педагогтарҙың һөнәри үҫеше мәсьәләләре, балаларҙы тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға заманса алымдар тикшерелде. Ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты, ата-әсәләр
менән үҙ-ара эш итеү, шулай уҡ белем биреү процесына яңы форматтар индереү мәсьәләләрен ҡараны. Семинар профессиональ аралашыу һәм компетенцияларҙы камиллаштырыу өсөн майҙансыҡ булып тора. 
Зилә Сәлимова.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.

Бала саҡ донъяһы: яңыса ҡараш, төбәк тәжрибәһе
Бала саҡ донъяһы: яңыса ҡараш, төбәк тәжрибәһе
Бала саҡ донъяһы: яңыса ҡараш, төбәк тәжрибәһе
Бала саҡ донъяһы: яңыса ҡараш, төбәк тәжрибәһе
Автор:Дина Галеева
Читайте нас