газета "Салауат"
+8 °С
Облачно
Мәғариф
24 Апреля , 12:50

Данлы үткәнгә - хөрмәт

Салауат ҡалаһы «Еңеү диктанты» тип аталған ҙур патриотик акцияға ҡушылды. Ҡалала утыҙҙан ашыу майҙансыҡ эшләне, «Үҙемдең химия» яңы быуын китапханаһы төп майҙансыҡҡа әйләнде. Акцияның маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтерҙе яңыртыу, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин, махсус хәрби операция ветерандары ла ҡатнашты.

Данлы үткәнгә - хөрмәтДанлы үткәнгә - хөрмәт
Данлы үткәнгә - хөрмәт

Еңеү диктанты тест формаһында үтте, 45 минут эсендә Бөйөк Ватан һуғышы тарихына арналған 25 һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Һорауҙарҙың бер-нисәһе махсус хәрби операцияға ҡағылғайны.
- Бөгөн беҙҙең китапхана майҙансығында «Еңеү Диктанты» акцияһы үтә, ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышының төп ваҡиғалары, геройҙары һәм тураһында белемдәрен тикшерә. Быйыл сара Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 85 йыл тулыуға һәм бөйөк полководец, Советтар Союзы маршалы Георгий Жуковтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған, - тип билдәләне «Үҙемдең химия» китапханаһындағы майҙансыҡтың кураторҙарының береһе Миләүшә Кинйәбулатова.
- Еңеү көнө-илебеҙ өсөн мөһим ваҡиға. Ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы нигеҙендә тәрбиәләнгән өлкән быуын азатлыҡтың ниндәй хаҡ менән яуланғанын яҡшы белә. Уларҙың патриотизмы һәм Ватанға фиҙаҡәр хеҙмәте арҡаһында беҙ 80 йылдан ашыу тыныс ғүмер кисерҙек. Бөгөн яугирҙарыбыҙ яңы территорияларҙы яҡлап, йәнә махсус хәрби операцияла ҡатнашып, донъяны нацизмдан ҡотҡарған ата-бабаларының эшен дауам итә. Уларҙың батырлығы ысын патриоттарҙың ниндәй булырға тейешлегенә миҫал булып тора. Диктант еңелдән булманы. Һорауҙарҙың күбеһе миңә яҡшы таныш, уларҙы беләм. Әммә ҡайһы берҙәре ауырлыҡ тыуҙырҙы, өйгә ҡайтҡас дөрөҫ яуаптарын мотлаҡ ҡараясаҡмын, - тип уртаҡлашты Марат Зәһиҙуллин.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Гөлнара Сөләймәнова билдәләүенсә, «Еңеү Диктанты» - ул тест ҡына түгел, ә данлы үткәнгә хөрмәт күрһәтеү ҙә:
- Беҙҙең төп маҡсат - ул шанлы йылдарҙы онотмау, тарихты яңынан яҙырға юл ҡуймау. Беҙҙең бурыс - быны йәш быуынға тапшырыу, аяҙ күк йөҙө өсөн ғ-мерен аямаған ветерандарыбыҙҙы хәтерләй.
Акцияны «Берҙәм Рәсәй»партияһы ойошторҙо. Был көндө яңы ағзаларға партия билеттары тапшырылды. Улар: ҡала Советы депутаты Роман Максимов, 50-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Әлфиә Баймырҙина, 15-се балалар баҡсаһы мөдире Гүзәлиә Шәйхетдинова, депутаттар ярҙамсыһы, партияның әүҙем ағзаһы Кристина Крехова.

Диктант тураһында тулыраҡ, унда ҡатнашыусыларҙың фекерҙәре тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

Данлы үткәнгә - хөрмәт
Данлы үткәнгә - хөрмәт
Данлы үткәнгә - хөрмәт
Данлы үткәнгә - хөрмәт
Данлы үткәнгә - хөрмәт
Данлы үткәнгә - хөрмәт
Данлы үткәнгә - хөрмәт
Данлы үткәнгә - хөрмәт
Автор:Дина Галеева
Читайте нас