газета "Салауат"
+12 °С
Облачно
Мәғариф
23 Апреля , 11:11

Ишембайҙан ҙур еңеү менән

20 апрелдә Ишембай ҡалаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр төбәк-ара бәйгеһенең зона этабы булып үтте.Сарала Ишембай, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Мәләүез, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Ғафури, Ауырғазы райондарынан, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күмертау ҡалаларының балалар баҡсаларынан, мәктәптәренән, гимназияларынан һәләтле балалар ҡатнашты.

Ишембайҙан ҙур еңеү менәнИшембайҙан ҙур еңеү менән
Ишембайҙан ҙур еңеү менән


Абруйлы жюри составында филология фәндәре докторы, Башҡорт фольклоры үҙәгенең тикшеренеү институты етәксеһе Розалиә Солтангәрәева һәм филология фәндәре докторы, үҙәктең баш ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөбөтдинова бар ине.
Салауат ҡалаһының намыҫын яҡлап, күп йылдаре беҙҙең 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары сығыш яһай һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Быйыл да улар һынатманы.
Эпосты яттан һөйләү буйынса конкурста гимназиябыҙҙың 5-се класс уҡыусыһы Сабина Мөхәмәтдинова матур итеп сығыш яһаны.
Беҙҙең гимназия командаһы эпостан өҙөк сәхнәләштереү конкурсында беренсе урын яуланы. «Иң яҡшы костюмлаштырылған образ» номинацияһында 11-се класс уҡыусыһы, талантлы уҡыусыбыҙ Булат Әбүбәкеров еңеүсе булды. Ул бер үҙе өс ролде: Әзрәҡә, Самрау батша һәм Аҡбуҙатты уйнап, тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Радмир Мырҙабаев Урал батыр, Исмәғил Ишбаев Шулгән, Русалина Ғиззәтуллина Зәрҡум һәм Һомай, Сабина Мөхәмәтдинова Айһылыу ролдәрен бик оҫта итеп башҡарҙы.
Уҡыусыларыбыҙға конкурстың республика этабында ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Гөлшат Ҡолмөхәмәтова,
25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас