

Юрматы ырыуының ҡор башлығы, эшҡыуар, меценат Риф Иҫәновтың, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримовтың, яҙыусы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың, Ноғман Мусиндың яҡын туғандары - Дамира Таһирова һәм Лилиә Мөхәмәҙуллинаның яҙыусы тураһында иҫтәлектәренән әҙиптең тормош юлы, ижад һуҡмаҡтары, уҡыусыларҙың күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәре күҙ алдына баҫты.
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Рита Фәтҡуллинаның Ноғман Мусинға арналған шиғыры бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Өфөләге Ноғман Мусин исемендәге 48-се башҡорт лицейы директоры Мәрзиә Уралбәк ҡыҙы мөһим яңылыҡ еткерҙе: киләһе йылда «Мусин уҡыуҙары» республика кимәлендә баш ҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк!
Уҡыусылар өсөн конференция эше өс секцияла ойошторолдо: яҙыусының әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән һүрәттәр конкурсы, әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләү, әҙиптең әҫәрҙәрен сәхнәләштереү һәм туған ергә, телгә, тәбиғәткә бағышланған йырҙар конкурсы.
Ишембай районы һәм ҡалаһының туған телдәр буйынса методисы Гөлнур Аҙнабаева Фаягөл Әмирханова менән уҡытыусылар өсөн интеллектуаль бәйге ойошторҙо. Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалаларынан һәм Ғафури районынан килгән командалар Ноғман Мусиндың тормош юлына һәм бай ижади мираҫына арналған «Үҙ уйының» тип аталған интеллектуаль уйында сәмләнеп ҡатнашты.
Һәр команданың составында күп йылдар балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән, шул иҫәптән уларға Ноғман Мусин әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһен төшөндөргән уҡытыусылар ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, викторина һорауҙары уйында ҡатнашыусылар өсөн бик фәһемле һәм мауыҡтырғыс булды. Бик еңелдән булмаған һорауҙарға яуап уйлап, уны шунда уҡ әйтеп биреү етеҙлекте талап итә ине. Уйын бик көсөргәнешле барҙы, һәр бер команда алға ынтылды. Ҡалабыҙҙың «Зәңгәртауҙа - аҡ болан» командаһы был һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, беренсе урын яуланы. Команданың капитаны - 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәүиә Бикмөхәмәтова һәм команда ағзалары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары - 25-се башҡорт гимназияһынан Гөлшат Ҡолмөхәмәтова, 1-се гимназиянан Сәриә Шәмсетдинова, 23-сө мәктәптән Резида Килсенбаева, 2-се гимназиянан Рәйлә Күсмәева яҙыусының биографияһын һәм әҫәрҙәренең йөкмәткеһен бик яҡшы белеүселәр рәтенә инде. Улар ойоштороусылар тарафынан бүләккә биш мең һумлыҡ премия, шулай уҡ Ноғман Мусиндың китаптарын, Ишембай районы тураһында энциклопедия алып ҡыуанды. Афарин һеҙгә, ҡалабыҙҙың данын яҡлаусы, туған тел һағында тороусы хөрмәтле мөғәллимәләребеҙ. Артабан да һеҙгә ижади уңыштар юлдаш булһын.
Был күркәм сара халҡыбыҙҙың яратҡан яҙыусыһы исемен тағы ла бер мәңгеләштерҙе, балалар күңелендә әҙиптең ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты. Конференцияла ҡатнашыусылар Ноғман Мусиндың тотош быуатлыҡ мәңгелек урманы - башҡорт әҙәбиәтенең алтынға бәрәбәр әҫәрҙәренән илһам, йәшәүгә дәрт алып таралышты.
Сәүиә Бикмөхәмәтова, 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.