

Салауаттар ҙа акцияға әүҙем ҡушылды. Ҡалала диктант яҙыу өсөн ике махсус офлайн-майҙансыҡ эшләне: «Үҙемдең химия» яңы быуын китапханаһы һәм 25-се башҡорт гимназияһы. Диктантты шулай уҡ белем биреү һәм мәҙәни учреждениеларында, китапхана филиалдарында теләгән һәр кем яҙа алды. Беҙ был сараның нисек уҙыуын 25-се башҡорт гимназияһында күҙәттек.
Гимназияла йылы, милли мөхит хакимлыҡ итә ине: ҡунаҡтарҙы ҡурай моңдары һәм башҡорт бейеүе менән ҡаршы алдылар. Быйыл «Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант» акцияһының Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө менән тап килеүе байрамды тағы ла әһәмиәтлерәк итте. Ҡатнашыусыларҙың күпселеге милли кейемдә йә булмаһа уларҙың элементтарын тағып килгәйне. Диктант, һәр ваҡыттағыса, өс ҡатмарлылыҡ кимәлен үҙ эсенә алды: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, башҡортса иркен аралашыу кимәлендә һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Ҡатнашыусылар яҙыусы. Мөнир Ҡунафиндың «Беҙҙең көс» тип аталған тексы буйынса диктант яҙҙы. Уны Салауат ҡалаһының «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте үҙәге»нең өҫтәмә белем биреү педагогы Гөлнара Ғәлиәскәрова уҡыны.
Башҡорт гимназияһы директоры Илвира Фәхретдинова акцияның әһәмиәте хаҡында һөйләне.
- Акцияның төп маҡсаты, һис шикһеҙ, башҡорт теле юҡҡа сыҡмаһын, ә үҫешһен өсөн уны популярлаштырыу һәм үҫтереү. Башҡорт теле - ул ата-бабаларыбыҙҙың теле, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. - Беҙҙең төп бурысыбыҙ - был ҡиммәтле мираҫты һаҡлау һәм уны киләсәк быуындарға тапшырыу. Гимназияла башҡорт телен өйрәнеүгә айырыуса иғтибар бүленә - балалар дәрестәрҙә генә түгел, ә ғөмүмән, һәр ваҡыт үҙ телендә һөйләшһен өсөн тырышабыҙ.
Салауат ҡалаһының ата - әсәләр комитеты рәйесе Илнур Ниғмәтуллин билдәләүенсә, акцияның төп маҡсаты - башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, мәҙәниәтте үҫтереү һәм йолалар менән бәйләнеште нығытыу.
- Бөгөн, бөтә эшемде ситкә ҡуйып, акцияға мин дә ҡушылдым. Быға тиклем бер ҙә ҡатнашҡаным булманы. Яҡшы ғына яҙғанмындыр, тип уйлайым, - тип уртаҡлашты ул. - Мәктәп йылдарында башҡорт теленән олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаштым, район кимәлендә еңеү яуланым һәм хатта Өфөлә республика ярыштарында ҡалабыҙ исеменән сығыш яһаным. Шуға күрә диктант яҙыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Диктор ҙа тасуири, аңдайышлы итеп уҡыны тексты. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн саралар бик мөһим.
- Был акцияның төп маҡсаты - башҡорт телен үҫтереү, туған теле һаҡлау, - тип билдәләне мәғариф идаралығы вәкиле Гөлмирә Хисмәтуллина. - Офлайн-форматта диктантты тәүгә яҙам, быға тиклем гел онлайн ғына ҡатнаштым. Тексты аңлайышлы итеп уҡынылар.
Лиана Ситдиҡова 19-сы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
- Диктантты икенсегә яҙам. Быға тиклем төрлө шарттар арҡаһында яйы килеп сыҡмай ҙа иҡуя ине. Был акция бик кәрәк. Беренсенән, беҙ Башҡортостанда йәшәгәс, башҡорт телен мотлаҡ белеү кәрәк. Икесенән, телде үҫтереү, һаҡлау мөһим. Текст артыҡ ауырлыҡ тыуҙырманы.Темаһы ла актуаль - әле ауыр мәлдәр кисерәбеҙ. Берҙәм булғанда, бергә булғанда ғына был ҡыйынлыҡтиы еңеп сыға аласаҡбыҙ, шунда беҙҙең көс. Өсөнсөнән, тәрбиәсе булараҡ, беҙҙең бурысыбыҙ - туған телгә ҡарата һөйөүҙе балаларға кесе йәштән тәрбиәләү. Бының өсөн балаларҙы ҡыҙыыһындыра алырлыҡ төрлө саралар уҙғарырға тырышабыҙ, - тине ул.