

Максим Сувернев Салауатта тыуып үҫкән. 19-сы мәктәпте тамамлай. Боронғо Рус дәүләтенең барлыҡҡа килеү тарихы менән ҡыҙыҡһына.
- Бала саҡтан башҡа дәүерҙәр тураһында күп нәмә билдәле кеүек тойолдо, ә бына дәүләтебеҙҙең барлыҡҡа килеү дәүере бик яҡшы өйрәнелмәгән. Был тарихи осорға сумыу ҡыҙыҡлы: тел һәм халыҡтың тамыры, менталитет, дин. Мәктәптә тарихҡа һөйөү уятыусы уҡытыусы Ирина Михайловна Чувычконың дәрестәре мауыҡтырғыс үтә ине. Ул бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә, төрлө эшмәкәрлек төрҙәрен уйлап таба. Проекторҙарҙың барлыҡҡа килеү осоронда дәрестәрҙә тарихи фильмдар ҡарауыбыҙҙы хәтерләйем, - тип һөйләй Максим Сувернев.
2020 йылда Максим Сувернев Өфө дәүләт нефть-техник университетының Стәрлетамаҡ филиалының тарих факультетына уҡырға инә. Диплом алғас, 2-се кадет мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә урынлаша.
- Мин һәр ваҡыт балалар менән эшләргә теләнем. Мәктәп коллективы менән яҡшы таныш. Шуға күрә ошо мәктәпте һайлайным. Алтынсы, етенсе һәм һигеҙенсе кластарҙа дәрестәр алып барам, - ти Максим Сувернев.
Максимдың педагогик ҡарашы буйынса, хәҙерге заманда уҡытыусының төп бурысы - уҡыусыларҙы тик мәғлүмәт менән генә тәьмин итеү түгел, ә уларҙы уйларға, факттарҙы сағыштырырға, логик бәйләнештәр төҙөргә өйрәтеү. Дәрестәр партнерлыҡ мөнәбәттәренә нигеҙләнергә тейеш, уларҙа диктатура урынына диалог һәм даими кире бәйләнеш өҫтөнлөк итә.
2025 йылда уға бишенсе класс етәкселеге йөкмәтелә, унда 28 уҡыусы белем ала.Мәктәптә эшләү менән бер рәттән, Максим үҙе уҡыған юғары уҡыу йортонда тарихисоциаль йүнәлеш буйынса магистратурала белем ала.
«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы өс этаптан тора: мәктәп, муниципаль һәм республика.
- Конкурста ҡатнашыу еңелдән түгел. Барыһын да төшөнөргә коллегалар ярҙам итте, - ти Максим. - Мәктәп һәм ҡала етәкселеге транспорт һәм методик материалдар менән ҙур ярҙам күрһәтте. Һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Мәктәп этабы - 2025 йылдың октябрендә, муниципаль этап ноябрь - декабрҙә, ә республика этабы 2026 йылдың 26 февраленән 26 мартына тиклем уҙғарылды. Республика этабының программаһы муниципаль этапҡа оҡшаш ине. Бары тик бер нисә яңы тур өҫтәлгән. Беренсеһендә мин профилле предмет һәм педагогика буйынса һорауҙарға яуап бирҙем. Икенсеһендә - Өфөнөң 1-се лицейында алтынсы класс уҡыусылары өсөн «Мәскәү кенәзлеге 14 быуат аҙағында -15 быуаттың беренсе яртыһында» темаһы буйынса дәрес үткәрҙем.
Дәрестән һуң Максим Сувернев Өфө ҡалаһының 92-се гимназияһының алтынсы класс уҡыусылары менән «Сикһеҙ мөмкинлектәр булған йәмғиәт» темаһына дәрестән тыш 20 минутлыҡ дәрес бирә. Һуңынан оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Бының өсөн Максим керамик көршәк, 13-сө быуат беләҙеге, Иван Грозный осорондағы тәңкәләр һалынған тоҡсай, туҡыма билбау, балауыҙ таҡталарҙа яҙыу өсөн ҡулланылған тарихи яҙма кәрәк-яраҡтар ҡуллана.
Киләһе тур барышында Максим ысын һынауға эләгә - уға ҡатмарлы педагогик хәлде аңлатырға тура килә: «Һигеҙенсе класс уҡыусыһы әмәке тарта, ата-әсәһе быны белә, әммә уны тыймай. Уҡытыусы булараҡ, һеҙ нисек эш итер инегеҙ?»
- Мәктәп психологы менән проблемалы мәсьәләне өйрәнергә, баланың бындай тәртибенең сәбәптәрен асыҡларға. Әгәр сәбәп девиант тәртиптә булһа, тәрбиә эше буйынса уҡытыусыға һәм директорға мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ балиғ булмағандар эштәре буйынса комитет һәм ата-әсәләр менән берлектә эшләргә тигән сылбыр төҙөнөм, - тип һөйләй Максим, тормошта бындай проблемалар менән осрашырға тура килмәгәнен билдәләп. - Конкурстың ваҡыт сикләүҙәре ҡатнашыусылар өсөн бер аҙ ауырлыҡ тыуҙырҙы. Ғәҙәти булмаған формат. Мәктәптә уҡытҡанда, һин 40 минут ваҡытың барлығын беләһең, һәм ҡатмарлы терминды ҡабаттан аңлатыу өсөн ваҡыт ҡаласағын аңлайһың.
Был конкурста 30-ға яҡын йәш уҡытыусы ҡатнаша. Максим конкурста күп кенә коллегалары менән танышып, уларҙың эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың исемдәре бүләкләү тантанаһына тиклем сер булып ҡала. Салауат уҡытыусыһына награданы Башҡортостан рустары соборы рәйесе, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов тапшыра.
«Иң яҡшы йәш уҡытыусы» булараҡ Максим Сувернев Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығынан Рәхмәт хаты, Почет грамотаһы һәм еңеүсе статуэткаһын ала. Шулай уҡ уға эшендә кәрәкле планшет һәм 20 000 һумлыҡ сертификат тапшырыла.
Осрашыу аҙағында Максим Сувернев киләсәккә пландары менән уртаҡлашты:
- Тарих буйынса программа ҡатмарлаша, сәғәттәр өҫтәлә. Әлегә профессиональ компетенцияларҙы камиллаштырыу һәм балалар менән эшләү маҡсатым, ә бер аҙҙан конкурстарҙа, проекттарҙа, семинарҙарҙа ҡатнашырға планлаштырам.