газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Март , 15:34

Илһамланып ижад итергә

Салауат балалар художество мәктәбендә уҡыу процесы тергеҙелде. Бында капиталь ремонт «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты ярҙамында башҡарыла.

Илһамланып ижад итергә
Илһамланып ижад итергә

Бер йыл эсендә подряд ойошмаһы ҡыйыҡты, инженер системаларын, тәҙрәләрҙе алмаштыра,  фасадты яңырта. Кабинеттар, коридорҙар һәм күргәҙмә залы ла икенсе төҫ ала, шулай уҡ китапхана асыла. 

Художество мәктәбе 13 йыл ремонт күрмәй. Уның бер өлөшөндә инженер  коммуникациялары булмау сәбәпле, уҡытыу бөтә булған майҙандың яртыһында ғына  үтә, йәғни 3 000 квадрат метрҙың 1,5 меңе генә файҙаланыла.
Капиталь ремонтҡа 55,1 миллион һум күләмендә федераль ярҙам сараһы йәлеп ителә, республика һәм  муниципалитет тағы 1,1- әр миллион бүлә. Контракт  10 айға төҙөлгән, подрядсы 2025 йылдың мартында эшкә тотона. Демонтажлау барышында етди йәшерен етешһеҙлектәр асыҡлана, был эш процесына ла, сметаға ла йоғонто яһай. Объектты тапшырыу  ваҡытын күсерергә тура килә, һөҙөмтәлә, эштәр февраль айына ғына тамамлана.

- Ҡайһы бер эштәрҙән баш тартырға тура килде, әйтәйек, биләмәне төҙөкләндереү,  бинаның артҡы яғындағы фасад сметанан төшөп ҡалды. Әлбиттә, был йәһәттән күп  тәнҡит тә булыр, бәлки, әммә беҙ тап белем сифатына зыян  килтермәҫкә тырыштыҡ. Шул уҡ ваҡытта «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы менән  инвестиция программаһы сиктәрендә ҡыйыҡты ремонтлауға 20 миллион һум бүлеү тураһында алдан һөйләшелгәйне, ләкин беҙ был аҡсаны биләмәне
төҙөкләндереүгә йүнәлтергә булдыҡ, ул сентябргә тамамланыр, тип ышанабыҙ, -  тип һөйләй балалар художество мәктәбе директоры Гүзәл Ситдиҡова.
Төҙөкләндерелгән бинаны баһаларға хакимиәт башлығы Марат Зәһиҙуллин килде. Ул мәктәптең попечителлек советына һәм ата-әсәләр берләшмәһенә эштәрҙе яйға һалыуҙа баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткәне өсөн айырым рәхмәт белдерҙе.

Художество мәктәбен ағымдағы йылда ла яңырыу көтә: милли проект сиктәрендә  ҡорамалдар һатып алыуға 2,5 миллион һум бүленгән. Мәктәп етәкселеге билдәләүенсә, был аҡса ғына етмәй, бәхеткә, ҡала ойошмалары һәм  учреждениелары ярҙамға килгән, улар, мәҫәлән, мебель  биргән. 2026 йылда ремонт тамаша залында, гардероб һәм  компьютер класында үтергә тейеш.

Тағы бер яңылыҡ - учреждение нигеҙендә ижади индустриялар мәктәбен асыу күҙаллана. Мәктәп етәкселеге республиканың Мәҙәниәт министрлығына ғариза ебәргән дә инде. Белем биреү киңлеге өс иркен студияны үҙ эсенә аласаҡ: график дизайн, AR/VR интерактив һәм һанлы технологиялар, анимациялар һәм 3d-графика. Уҡыусылар  заманса технологиялар һәм ижади идеялар донъяһына сумасаҡ. Яңыртылған балалар художество мәктәбе 1 сентябрҙә асыла. 

Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.

Илһамланып ижад итергә
Илһамланып ижад итергә
Илһамланып ижад итергә
Илһамланып ижад итергә
Автор: Дина Галеева
Читайте нас