Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Ғинуар , 00:08

Талантлыларҙың ҡаҙаныштары билдәләнә

Салауатта иң уңышлы уҡыусыларҙы, уларҙың уҡытыусыларын һәм ата-әсәләрен ҡала хакимиәте башлығы саҡырҙы. Был сарала төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа һәм ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән 33 уҡыусы билдәләнде.

Талантлыларҙың ҡаҙаныштары билдәләнә
Талантлыларҙың ҡаҙаныштары билдәләнә

Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайында үткән тантаналы сарала ҡала мэры Марат Зәһиҙуллин йыйылыусыларҙы сәләмләп, уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың тырышлығын юғары баһаланы.
- Бөгөн был залда - ҡалабыҙҙың мәғариф элитаһы йыйылған. Мин был хаҡта ғорурлыҡ менән әйтәм, сөнки тап беҙҙең уҡытыусылар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Сифат билдәһен алды. Был юғары наградаға ҙур өлөш индергәнегеҙҙе билдәләп үтәм, сөнки беҙҙең уҡыусылар республикала һәм илдә уҙғарылған 900-ҙән ашыу олимпиада һәм чемпионаттарҙа призер исемен яуланы. Бөгөн был залда иң яҡшы, иң көслө, иң һәләтле егет һәм ҡыҙҙар йыйылған. Һеҙҙең ныҡышмалылығығыҙ һәм тырышлығығыҙ ҙур уңыштарға илтер, һәм һеҙ ҡалабыҙҙың, төбәктең һәм илдең мәғариф элитаһы булып үҫерһегеҙ, - тине Марат Зәһиҙуллин.
Салауат хакимиәте башлығы стипендияһы һәм рәхмәт хаттары менән 30 бала һәм шунса остаз билдәләнде. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Салауат мэры премияһы - ул бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк.
Вероника Митюкова 15-се мәктәптә география уҡытыусыһы, шулай уҡ балалар туризмы һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләй. Уның уҡыусылары төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа даими еңеү яулай. Хакимиәт башлығы шыршыһына Вероника Митюкова ике тәрбиәләнеүсе: Әлиә Таңатарова һәм Ефим Митюков менән килгән.
- Уҡытыусы булырға бала саҡтан хыялландым, беҙ педагогтар уратып алған ғаиләлә үҫтек. Шуға күрә һөнәр һайлау мәсьәләһе торманы. Мин - башланғыс кластар уҡытыусыһы. 2002 йылда Салауат педагогия колледжын тамамланым, ә һуңынан география уҡытыусыһына уҡырға индем, - тине Вероника Митюкова.
Ефим Митюков - географияға булған ҡыҙыҡһыныуы менән айырылып торған уҡыусы, планетабыҙҙың барлыҡҡа килеүен аңлатыусы теорияларҙан башлап, ер тарихына тәрән ҡыҙыға.
Әлиә Таңатарова иһә тыуған ҡалаһының яҡын тарихын, бигерәк тә Салауат быяла заводы һәм смальт етештереү тарихын өйрәнеүгә бағышлаған эше менән юғары баһа алды.
Бүләкләнеүселәр араһында уҡыу алдынғылары һәм яҡшы уҡыусылар ғына түгел, ә олимпиадаларҙа, юғары кимәлдәге конкурстарҙа еңеүселәр ҙә бар, шуға күрә уларҙы Башҡортостан
Республикаһы Башлығы наградаһы менән билдәләйҙәр.
Дарина Бәширова - 2-се гимназия уҡыусыһы, ике тапҡыр Салауат хакимиәте башлығы стипендиаты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты, астрономия һәм математика
буйынса олимпиада еңеүсеһе.
- Быйыл мин химия һәм физика буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаштым һәм педагогым Татьяна Владимировна Курмаева ярҙамы менән яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштем. Шулай уҡ мине һәр ваҡыт әсәйем хуплай, ул театрҙа эшләй һәм минең үҫешемә ҙур иғтибар бүлә. Музыка мәктәбен «Скрипка» класы буйынса тамамланым, һәм был тәжрибә миңә күп нәмә бирҙе. Был бөтә тәжрибәләр минең тормошомда ҙур роль уйнай һәм киләсәктә лә ярҙам итәсәк тип ышанам, - тине Дарина.

Илдар Зәйнәков, 1-се лицей уҡыусыһы:
- Мин астрономия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призеры булдым. Физика һәм астрономия менән етенсе кластан мауығам. Был фәндәр миңә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм
мотивация бирә, уларҙы өйрәнеүҙе дауам итәсәкмен.
Данияр Саттаров, 1-се гимназия уҡыусыһы:
- Мин музыка менән шөғөлләнә башлағандан бирле күп уңыштарға ирештем. Уҡытыусым Светлана Собханғолова ҙур ярҙам күрһәтә. Быйыл төбәк һәм федераль кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, күп тапҡыр еңеү яуланым. Тырышлығымды һәм уҡытыусымдың хеҙмәтен Башҡортостан Башлығының стипендияһы менән баһаланыуы минең өсөн ҙур дәрт һәм ҡыуаныс сығанағы
булды.
Уҙған йылда Салауат уҡыусылары физика, химия, информатика, математика, рус һәм инглиз телдәре, география кеүек фәндәрҙән, шулай уҡ һынлы сәнғәт, башҡарыу оҫталығы һәм спорт буйынса ла юғары ҡаҙаныштарға иреште. Уларҙың һәр береһе Салауат хакимиәте башлығы ҡулынан рәхмәт хаты һәм татлы бүләк алды.
Бынан тыш, Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы сәхнәһендә «Бремен музыканттары» әкиәте мотивтары буйынса «Тылсымлы Яңы йыл» тамашаһы ҡуйылды. Һәләтле балалар өсөн ойошторолған был тамаша, Яңы йыл хороводы менән тамамланып, бөтә ҡатнашыусыларға ла шатлыҡлы минуттар бүләк итте.
Зилә СӘЛИМОВА.

Ольга Исакова фотоһы.

Талантлыларҙың ҡаҙаныштары билдәләнә
Талантлыларҙың ҡаҙаныштары билдәләнә
Автор: Дина Галеева
Читайте нас