Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ғинуар , 21:51

Ижад, илһам һәм оҫталыҡ: «Йыл педагогы - 2026»

Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайында «Йыл уҡытыусыһы - 2026», «Йыл педагогы - 2026» һәм «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы - 2026» номинацияларында һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәренең исемдәре аталды.

Ижад, илһам һәм оҫталыҡ: «Йыл педагогы - 2026»
Ижад, илһам һәм оҫталыҡ: «Йыл педагогы - 2026»

Педагог белем биреүҙән тыш, уҡыусыларҙы бергәләп әүҙем эҙләнеүгә йәлеп итә, уларҙың үҙаллылығын, ижадилығын үҫтерә, мөһим күнекмәләрҙе формалаштыра. Уҡытыусыларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ һәм ярҙам талап итә. «Йыл уҡытыусыһы», «Йыл педагогы» һәм «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурстары мәғариф өлкәһендә һәләтле белгестәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән. Был иң яҡшы уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү педагогтары үҙҙәренең методикаларын, оҫталығын һәм инновацияларын күрһәтә.
- Бына марафон тамамланды, һәм ул һеҙгә күп кенә ыңғай эмоциялар бүләк итте. Был тәжрибә һеҙҙең өсөн ҙур этәргес булды һәм алдағы эшмәкәрлегегеҙҙә ярҙамсы булыр тип ышанам, - тине мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева. - Һеҙ тағы ла профессиональ кимәлгә күтәрелдегеҙ, карьерағыҙҙа алға барыу теләге уянды һәм был теләкте тормошҡа ашырырға мөмкинлектәр бар. Туплаған тәжрибәгеҙ һеҙгә ҡәнәғәтлек һәм һәр эшегеҙҙә еңеүгә ынтылыш килтерһен, тип теләйем.
Сарала еңеүселәр һәм лауреаттар билдәләнде. «Йылдың йәш уҡытыусыһы»: «Педагогик өмөт» номинацияһында 22-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Виктория Шаповалова. «Уҡыусыларҙың практик күнекмәләрен формалаштырған өсөн» номинацияһында 21-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Дилара Аманғолова.
Лауреаттар: 11-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Наталья Нестерова һәм 7-се мәктәптең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Сергей Селин.
«Йыл уҡытыусыһы»: «Маҡсатҡа өлгәшеүҙә ныҡышмалылығы өсөн» номинацияһында 25-се башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Регина Камалова.
«Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһында 19-сы мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлзидә Исхаҡова.
Лауреаттар: 25-се башҡорт гимназияһының информатика һәм хеҙмәт уҡытыусыһы Хәниф Ниғмәтуллин һәм 18-се мәктәптең биология уҡытыусыһы Гөлназ Әмирова.
«Йыл педагогы»: «Ижад һәм илһам өсөн» номинацияһында республика халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте үҙәге педагогы Елена Захарова.
Лауреаттар: Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайының һәм туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогтары Сабина Динисламова менән Татьяна Хафизова.
«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының иң яҡшы педагогы»: «Дебют» номинацияһында 15-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алина Мәжитова.
Лауреаттар: 52-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Елена Трунова һәм 59-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Леонова. Туған телдә уҡытыу менән шөғөлләнгән педагог булараҡ билдәләнгән лауреат: 55-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әнисә Солтанморатова.
- Бөгөн уҡытыусыларға хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем, сөнки ҡалабыҙҙа белем биреү сифаты юғары кимәлдә. Күптән түгел беҙҙең мәғариф системаһына Сифат билдәһе тапшырылды. Бындай наградаға республикала Салауат ҡалаһы ғына эйә, - тине мэр Марат Зәһиҙуллин һәм ҡала конкурстары еңеүселәренә наградалар тапшырҙы.
«Дебют» номинацияһында «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы»: 49-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ксения Васильева.
«Йылдың йәш уҡытыусыһы» - 2-се кадет мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Максим Сувернев.
«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы» - 25-се балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Валерия Шевченко.
Туған телдә уҡытыу менән шөғөлләнгән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының иң яҡшы педагогы - Гөлгөнә Тоҡомбәтова.
«Йыл педагогы - 2026» - сәнғәт үҙәге педагогы Гөлназ Шәрипова.
«Йыл уҡытыусыһы 2026» 1-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Наталья Лаврентьева.
Ҡала конкурстары еңеүселәренә, лауреаттарына һәм номинанттарына грамоталар тапшырылды. Бөтә финалсылар ҙа ял көндәрендә туристик ял итеү өсөн махсус сертификаттар менән бүләкләнде.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотоһы.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас