Был сараны уҙғарыу изге йолаға әүерелде һәм ул бер нисә йыл рәттән үтә, төрлө әһәмиәтле ваҡиғаларға арнала. Уйында 25-се башҡорт гимназияһынан «Арғымаҡ» (етәксеһе Гөлшат Ҡолмөхәмәтова), «Арғымаҡлы батырҙар һәм матурҙар» (етәксеһе Сәүиә Бикмөхәмәтова) командалары, 19-сы мәктәптән - «Балҡортостан» (етәксеһе Айгөл Зарипова), 8-се лицейҙан «Ҡыҙҙар - йондоҙҙар» (етәксеһе Гүзәл Хөснөтдинова), 2-се кадет мәктәбенән «Берҙәмлек» (етәксеһе Гөлдәр Ситдиҡова) командалары зирәклектә һәм тапҡырлыҡта көс һынашты.
Сара Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир, ҡурайсы Иҙел Хәлимовтың ҡурай моңдарынан башланып китте. Уйын 12 турҙан торҙо. Уларҙың һәр береһен уңышлы үтеү өсөн уҡыусыларға дәрестәрҙә алған белемдәрен ҡулланырға, тарихи факттарҙы иҫкә төшөрөргә тура килде. Ҡайһы бер командаларҙың дөрөҫ яуаптарҙы хатта башҡорт һәм рус телдәрендә яҙыуы ғәжәпләндерҙе. Тимәк, балалар телде белә, өйрәнә. Был, әлбиттә, уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе лә булып тора. Ҡатнашыусыларға өй эше итеп музыкаль бүләк әҙерләргә ҡушыла.
Бөтә командалар ҙа йыр-моңға таһыл икәнен иҫбат итте, әммә бер нисә команданы айырым билдәләп үтмәй булмай: «Арғымаҡ»тарҙың рухлы «Башҡорт улына» йырын гитарала уйнап башҡарыуҙарын залда ултырыусылар тын да алмай тыңланы, милли костюмдарҙағы «Арғымаҡлы батырҙар һәм матурҙар» ҡурайға тәңкә тағыу йолаһын башҡарҙы, ә «Ҡыҙҙар - йондоҙҙар»ҙың «Уфтанма» йырын үҙҙәренсә үҙгәртеп, уға яңы һулыш өҫтәп гитарала йырлауы барыһында ла һоҡланыу уятты.
Уйындың алыштырғыһыҙ алып барыусылары - Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы, «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Радмир Дәүләтбаев менән ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфиә Әбүбәкерова булды.
Жюри конкурсҡа йомғаҡ яһаған арала гимназияның иң сағыу йондоҙҙары йыйылыусыларға бәләкәй генә концерт бүләк итте.я
Быйыл жюри ағзалары араһында ҡала Советы депутаты Альберт Солтанов та бар ине. Ул Ләйлә Ғәйнетдиноваға һәм Байрас Ишемғоловҡа махсус приз тапшырҙы һәм сараның юғары кимәлдә
ойошторолоуын билдәләне.
- Был уйынды өсөнсөгә уҙғарабыҙ. Төп маҡсатыбыҙ - йәш быуында башҡорт теленә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Ошондай сарала балалар башҡорт телен 25-се башҡорт гимназияһында ғына түгел, ә башҡа мәктәптәрҙә лә төплө өйрәнеүҙәрен күрә, бер-береһе менән таныша, аралаша. Әйтәйек, былтыр 8-се лицей командаһы беренселеккә сыҡты, беҙҙе бик ғәжәпләндерҙе. Ундай егет-ҡыҙҙар менән ғорурланырға ғына ҡала. Әлеге эшебеҙҙе алдағы йылдарҙа ла дауам итергә планлаштырабыҙ, - тип уртаҡлашты «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илгиз Кәримов.
Бына иң тулҡынландырғыс мәл - еңеүселәрҙе билдәләр ваҡыт етте.
Шулай итеп, «Арғымаҡ» командаһы иң шәбе тип танылды. Икенсе урынды «Арғымаҡлы батырҙар һәм матурҙар» командаһы һәм «Ҡыҙҙар - йондоҙҙар» командаһы алды, өсөнсө урынды «Балҡортостан» һәм «Берҙәмлек» командалары бүлеште. Барлыҡ ҡатнашыусыларға дипломдар һәм Салауат башҡорт дәүләт драма театрына саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырылды, еңеүселәр милли орнаментлы бүләктәр алып ҡыуанды. Командаларҙы әҙерләгән уҡытыусылар, шулай уҡ гимназия уҡыусыларының таланттарын асыуға күп көс һалған музыка етәксеһе Рузанна Ғиззәтова «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Саранан һуң ике команда әҙерләгән 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары Гөлшат Ҡолмөхәмәтова менән Сәүиә Бикмөхәмәтова фекерҙәре менән уртаҡлашты.
- Сара бик оҡшаны. Үҙем уҡытҡан 8а класы уҡыусыларына интеллектуаль уйында ҡатнашырға тәҡдим иткәс, улар бик теләп риза булды. Ислам Аҙнаевтан, Хәҙисә Ғәйнуллинанан, Кәмилә Насированан, Динә Хәлитованан һәм 11-се класс уҡыусыһы Байрас Ишемғоловтан команда тупланды, ҡалғандары көйәрмәндәр булып ҡатнашты. Командабыҙҙы «Арғымаҡлы батырҙар һәм матурҙар» тип атаныҡ, халҡыбыҙҙың «Арғымаҡ ат юл башлай, аҡыллы ир ил башлай» тигән матур мәҡәлен девиз итеп алдыҡ. Команда ағзалары бындай конкурстарҙа, олимпиадаларҙа һә ваҡыт ҡатнаша, үҙ белемдәренә ышана, уҡыуҙа ла, дәрестән тыш сараларҙа ла бик әүҙемдәр. Уҡыусыларымдың Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, халыҡ ижадын, йолаларын белеүе мине бик ҡыуандырҙы, - тип уртаҡлаша Сәүиә Бикмөхәмәтова.
Әйткәндәй, был команданың көйәрмәндәре бик шәп ине. Иптәштәре дөрөҫ яуап биргән һайын улар плакаттарын күтәреп, «Афарин! Алға!» ҡысҡырып ултырҙы. «Арғымаҡ» командаһы ла хуплау һәм ярҙам тойҙо.
- Интеллектуаль уйында өсөнсө йыл рәттән ҡатнашабыҙ, икенсе тапҡыр еңеү яуланыҡ. Сараның әһәмиәте бик ҙур. Уйынға әҙерлек барышында балалар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте буйынса белгәндәрен иҫкә төшөрә, күп яңы мәғлүмәт менән таныша. Интеллектуаль уйынды ойоштороусыларға оло рәхмәтемде белдерәм, - ти Гөлшат Ҡолмөхәмәтова.
Команда капитандары ла уйындан алынған тәьҫораттары менән бүлешергә ашыҡты.
Булат Әбүбәкеров, 25-се гимназия:
- Бындай саралар үткәреү уҡыусыларҙа туған телгә, тыуған еребеҙгә, бөйөк шәхестәребеҙгә ҡарата хөрмәт, һөйөү тәрбиәләргә булышлыҡ итә, тигән фекерҙәмен. Бәйгелә өсөнсөгә ҡатнашам, уның ойоштороу кимәле, әһәмиәте йылданйыл арта бара. Үҙемә теүәл фәндәр оҡшай, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен дә яратам, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашам.
Байрас Ишемғолов, 25-се гимназия:
- Был бик әһәмиәтле саралыр, тип уйлайым, сөнки тап уларҙа беҙ тарих, әҙәбиәт буйынса белемдәребеҙҙе нығытабыҙ, бөйөк шәхестәребеҙҙе иҫкә төшөрәбеҙ. Бөгөн тарих, әҙәбиәт буйынса һорауҙар күп кенә булды. Уларға дөрөҫ яуап бирергә остаздарыбыҙҙың биргән белемдәре ярҙам итте. Үҙем физика, математика фәндәрен яратам, башҡорт телен теләп өйрәнәм.
Ләйлә Ғәйнетдинова, 8-се лицей:
- 10-сы класта уҡыйым. Уйында икенсегә ҡатнашам, ә иптәштәрем - беренсегә. Шуға мине команда капитаны итеп һайланылар. Бындай сараларҙа туған телебеҙ, тыуған еребеҙ хаҡында тулы, ентекле мәғлүмәттәр алабыҙ, яңы белемдәр үҙләштерәбеҙ.
Айназ Хужәхмәтов, 2-се кадет мәктәбе:
- Был сарала йыл да ҡатнашыусы булараҡ шуны әйтә алам, интеллектуаль уйындың кимәле йылдан-йыл күтәрелә, ҡыҙыҡлыраҡ була бара, һорауҙар ҙа төрлөләндерелә. Командабыҙ менән
әҙерләндек, дәрестәрҙә алынған белемдәр бик кәрәкте. Тарихи ваҡиғаларға арналған һорауҙар бер аҙ ҡатмарлыҡ тыуҙырҙы.