Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Декабрь 2025, 16:58

Илһөйәрлек һәм сәнғәт байрамы

Өфөлә икенсегә уғҙан «Йәш шайморатовсылар балы»нда Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла ҡатнашты.

Илһөйәрлек һәм сәнғәт байрамы
Илһөйәрлек һәм сәнғәт байрамы

Йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
- Генерал Шайморатовтың яҙмышы һоҡланғыс. Башҡортостан, республикабыҙ өсөн ғорурлана алырҙай геройҙарыбыҙ булыуы ҙур бәхет. Тап ошо маҡсат менән беҙ үҙ ваҡытында «йәш шайморатовсылар» кластарын астыҡ. Улар хәрби тарихты өйрәнергә, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең ысын патриоттары булырға теләгән балаларҙы берләштерә. Йәш шайморатовсы булыу – ул айырым яуаплылыҡ. Уның исеме ғүмерегеҙ буйына һеҙҙе оҙатып барыр. Яҡшы уҡырға, яңы белемгә ынтылырға, спорт менән шөғөлләнергә, әлбиттә, патриот булырға кәрәк. Был көн һеҙҙең хәтерегеҙҙә, ата-әсәйегеҙҙең, уҡытыусыларығыҙҙың хәтерендә ҡалыр тип ышанам. Барығыҙға ла уңыштар, тыныслыҡ, именлек һәм тыуған Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуын теләйем, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк башлығы 11 уҡыусыға «Йәш шайморатовсы» почет билдәләрен тапшырҙы. Һуңынан балда ҡатнашыусылар композитор Урал Иҙелбаев көйөнә башҡорт вальсын Һәм Рим Хәсәновтың «Ҡышҡы романс» көйөнә вальс бейене.
Тулҡынландырғыс һәм әһәмиәтле сарала беҙҙең ҡаланан 25-се башҡорт гимназияһының 9б класы шайморатовсылары - Ильяс Заһитов, Данил Ишмаев, Камилла Мортазина, Аксинья Филипас ҡатнашты.
- Уҡыусыларыбыҙ был сараға бик дәртләнеп әҙерләнде. «Йәш шайморатовсылар балы» һәр баланың күңелдә яҡты хәтирәләр булып мәңгегә уйылып ҡалыр. Уҡыусыларыбыҙҙың ошондай әһәмиәтле тантанала ҡатнашыуы - беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ, - ти гимназия директоры Ильвира Фәхретдинова.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас