Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Ноябрь 2025, 10:45

Уҡыусыларға - уңайлы шарттар

Ҡаланың 23-сө мәктәбендә «Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау» федераль программаһы буйынса ике технология кабинеты яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды: ҡыҙҙар кабинетына - теген машинаһы һәм манекен, малайҙарға - лазерлы станок һәм верстак (столяр станогы) ҡуйылды. Ошо һәм кулинария дәрестәре өсөн тағы бер кабинетта «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты ярҙамында иҫке тәҙрәләр яңыларына алмаштырылды.

Уҡыусыларға - уңайлы шарттар
Уҡыусыларға - уңайлы шарттар

- «Аныҡ эштәр» проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мәктәбебеҙ ярайһы ғына яңыртылды. Тәҙрәләр - ошо проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған дүртенсе башланғыс. Быға тиклем бөтә кәрәкле юл хәрәкәте билдәләре менән йыһазландырылған яңы автоҡаласыҡ барлыҡҡа килде, заманса гимнастика тренажерҙары ҡуйылды, мәктәп бинаһының ҡыйығы ремонтланды. Яңы тәҙрәләр ҡуйғандан һуң кабинеттарҙа яҡтыраҡ һәм йылыраҡ булып китте, - тип билдәләй 23-сө мәктәп директоры Андрей Шорин.


- «Аныҡ эштәр» проекты ярҙамында күп кенә мәктәптәр йәки башҡа социаль учреждениелар үҙҙәрендәге киҫкен проблемаларҙы хәл итә ала. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт  Йыйылышы депутаттары, халыҡтың наказдарын үтәп, төбәктең байтаҡ аҡсаһын ошоға йүнәлтә. Быйыл ҡаланың бер нисә белем биреү учреждениеһына, шул иҫәптә 23-сө мәктәпкә, 3,5 миллион  һум самаһы аҡса бүленде. Аҡсаларҙың нимәгә йүнәлтеләсәген һәр кем үҙе хәл итә. Әйтәйек, был учреждениела технология кабинеттарында иҫке тәҙрә рамдарын алмаштырыу мәсьәләһе  киҫкен торған. Был маҡсатта уларға 350 мең һум самаһы аҡса йүнәлтергә ҡарар ителде. Бөгөн бында эштәрҙең нисек башҡарылғанын һәм аҡсаларҙың тейешенсә үҙләштерелгәнме-юҡмы икәнлеген тикшереү өсөн килдек,- тип уртаҡлаша Салауат ҡалаһындағы «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Гөлнара Сөләймәнова.

Ҡыҙҙар ул көндө дәрестә 15 ноябрҙә Бөтә донъя икенсел эшкәртеү һәм тиҙҙән билдәнәсәк Әсә көнөнө арнап йөрәктәр һәм рауза сәскәләре  эшләй ине.
- Бындай композициялар иҫке гәзиттәрҙән һәм кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙан эшләнә. Улар байрамға бына тигән бүләк буласаҡ.  Тәҙрәләр алыштырылғас, хәҙер дәрестәрҙе үткәреүе лә күңеллерәк - кабинетта йылы ла, яҡтыраҡ та булып китте, - ти директор урынбаҫары, технология уҡытыусыһы Юля Попова. 


- Федераль программа ярҙамында беҙ был кабинетҡа тегеү машинаһы һәм манекен  алдыҡ. Был әйберҙәр күп тә түгел һымаҡ, әммә уға ла шатбыҙ, сөнки яңы теген  машинаһы уҡыусыларға тегеү оҫталығын шымартырға, яңы эш алымдарына өйрәнергә мөмкинлек бирә, - тип өҫтәй Андрей Шорин.


6-сы класс малайҙары әлегә бәләкәй һыҙмалар эшләй. Ә 7-се кластан уҡыусылар яңы алынған лазерлы станокта эшләү өсөн программалау нигеҙҙәрен өйрәнә башлай.
- Лазерлы станокта төрлө әйберҙәр эшләргә мөмкин. Эшләү принцибы ябай: эш өҫтәлендә форманы әҙерләйбеҙ, лазер контурҙы теүәл киҫеп сыға йәки бирелгән программаға ярашлы һүрәтте уйып сығара. Дөрөҫ файҙаланғанда станок хәүефһеҙ һәм ҡулланыу өсөн уңайлы, - тип уртаҡлаша хеҙмәт һәм технология уҡытыусыһы Альберт Жилин. 


Федераль программа сиктәрендә һатып алынған тағы бер ҡорамал - верстак.
- Беҙҙең станоктар, һис шикһеҙ, иҫкергән, әммә улар үҙ бурысын тулыһынса үтәй. Шуға ҡарамаҫтан, техник базаны яңыртыуҙың мөһимлеген аңлайбыҙ. Федераль программа буйынса заманса верстак һатып алдыҡ, ул уҡытыу процесына ҙур ярҙам буласаҡ, - ти Андрей Шорин.
Кулинария дәрестәре өсөн кабинетта ла тәҙрәләр алмаштырылған. Андрей Шорин билдәләүенсә, был кабинетта яҡтылыҡ етмәй,  тәҙрәләрҙе алмаштырғандан һуң хәлдәр бер аҙ яҡшырған, әммә, бынан тыш, әлеге кабинет яңыртыуға һәм
заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуға мохтаж.

Уҡыусыларға - уңайлы шарттар
Уҡыусыларға - уңайлы шарттар
Уҡыусыларға - уңайлы шарттар
Уҡыусыларға - уңайлы шарттар
Уҡыусыларға - уңайлы шарттар
Уҡыусыларға - уңайлы шарттар
Уҡыусыларға - уңайлы шарттар
Уҡыусыларға - уңайлы шарттар
Уҡыусыларға - уңайлы шарттар
Автор: Дина Галеева
Читайте нас