Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Октябрь 2025, 11:57

Йәш педагогтарға - Башлыҡ гранттары

Радий Хәбиров мәктәпкәсә учреждениеларҙың йәш педагогтарына Башҡортостан башлығы гранттарын тапшырҙы.

Йәш педагогтарға - Башлыҡ гранттары
Йәш педагогтарға - Башлыҡ гранттары

Конкурс еңеүселәренә мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров беренсе белем биреү звеноһының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Һеҙ бәләкәс кенә сабыйҙарҙың һәләтен асыуға күп көс һалаһығыҙ, төплө белем бирәһегеҙ, - тине ул һәм хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. - Беҙ мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереүгә күп көс һалабыҙ. Һуңғы йылдарҙа 8 мең урынлыҡ 50 балалар баҡсаһы төҙөлдө. Рәсәй Президенты программаһында ҡатнашыуыбыҙ арҡаһында балалар баҡсалары капиталь ремонтлана башланы.
Башҡортостан башлығы республикала тәрбиәсе һөнәренең абруйын күтәреү өҫтөндә эш дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Былтыр беҙ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының йәш уҡытыусыларына 75 грант бүлдек. Быйыл тағы ла - 50. Был эште дауам итәсәкбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Быйыл конкурста республиканың 40 муниципалитетынан 144 йәш педагог ҡатнашҡан. 50 кеше еңеүсе тип таныла, грант суммаһы - 575 мең һум.

Еңеүселәр иҫәбендә 54-се балалар баҡсаһы - Балалар үҫеше үҙәге тәрбиәсеһе Аделина Кәримова һәм 33-сө балалар баҡсаһынан Евгения Ракитина ла бар. 
Аделина Кәримова «Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн нейрогимнастика» проекты менән сығыш яһап грантҡа эйә булған. 
- Проектымдың нигеҙендә - мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн нейрогимнастика. Был йүнәлеш хәҙер бик актуаль, сөнки нейрогимнастика - мейенең уң һәм һул ярымшарҙарына тигеҙ эшләргә ярҙам иткән ябай, әммә һөҙөмтәле күнегеүҙәр системаһы. Ул хәтерҙе, иғтибарҙы яҡшырта. Белем биреү процесына нейрогимнастиканы индереү уҡытыуҙы һөҙөмтәлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ итә, - тип уртаҡлаша Аделина Кәримова.
Конкурс эксперттары проектты һәм уның актуаллеген юғары баһалай.
- Конкурста еңеүҙән алынған тәьҫораттарҙы һүҙҙәр менән аңлатып булмай! Күҙ алдына килтерегеҙ: 40 муниципалитеттан 144 йәш белгес араһында мин еңеүсе. Ғорурлыҡ тойғолары арта ғына, - ти ҡыҙ. - Иң мөһиме, грант минең проектты балалар баҡсаһы нигеҙендә тормошҡа ашырырға: кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға, үҙ төркөмөңдә мөйөш булдырырға һәм нейрогимнастиканы балалар өсөн тағы ла уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирә. Был мәғариф системаһын үҫтереүҙә
ҙур аҙым. Ошондай ҙур конкурс өсөн Башҡортостан Башлығына рәхмәт. Мәктәпкәсә ойошмаларҙа эшләгән йәш педагогтарҙың проекттарына грант ярҙамы - белем биреүҙең киләсәгенә, балаларҙың потенциалын үҫтереүгә инвестиция. Шуныһы мөһим: ярҙамды идеялар менән янған, эксперименттарға әҙер булған йәштәр ала.

33-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Евгения Ракитина «Тойғолар донъяһына илткән юлдан» проекты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттары конкурсында еңеүсе булды.

- Һәр тәрбиәсенең балаларҙың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә алырына һәр ваҡыт ышандым, - ти Евгения  Ракитина.
Уның проекты ла тап ошоға йүнәлтелгән. Тәрбиәсе «тылсымлы» әйберҙәр ярҙамында аутистик спектр тайпылышлы балаларға тирә-яҡ мөхиткә яраҡлашырға ярҙам итеү менән шөғөлләнә. «Йомортҡа» сенсор-динамик тренажер, ауыр жилеттар, шарф, мендәр, «Ҡосаҡлашыу өсөн машина», йомшаҡ ҡоро бассейн - быларҙың барыһы ла 33-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә тойғолар аша тирә-яҡ донъяны асырға булышлыҡ итә.
- Проект өҫтөндә эшләй башлағас, әлбиттә, уңышҡа өмөтләндем, әммә был тәжрибә эшемде ныҡ итеп үҙгәртәсәген күҙ алдына ла килтерә алманым. Мин балаларҙың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы уяныуын, үҙҙәрендә яңы һәләттәр һәм таланттар асыуын күрҙем. Был мине яңы ҡаҙаныштарға илһамландыра һәм этәрә, - тип уртаҡлаша Евгения Ракитина.

Конкурс тураһында белгәс, йәш тәрбиәсе шатланған да, тулҡынланған да.
- Еңеү - идеяларҙы һәм проекттарҙы бойомға ашырырға булышлыҡ итеүсе ярҙам ул. Грант алдымда яңы офоҡтар асты: хәҙер мин балаларға үҫешергә һәм мауыҡтырғыс формала уҡырға ярҙам итерлек ижади башланғыстарҙы тормошҡа ашыра
алам. Был финанс ярҙам ғына түгел, ул тәрбиәләнеүселәребеҙ өсөн әһәмиәтле һәм мөһим нимәлер булдырыу мөмкинлеге, - ти Евгения.- Тәрбиәселәр өсөн гранттар - киләсәкте төҙөү мөмкинлеге. Бындай башланғыстар ярҙамында балаларыбыҙ өсөн сағыуыраҡ һәм байыраҡ белем биреү киңлеген булдыра алабыҙ, тип  ышанам. Был мөһим эштә беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм.

 

Йәш педагогтарға - Башлыҡ гранттары
Йәш педагогтарға - Башлыҡ гранттары
Автор: Дина Галеева
Читайте нас